Босфор боғаҙы | |
---|---|
төр. İstanbul Boğazı | |
Координаты: пропущена долгота | |
Тоташтыра | Ҡара диңгеҙ, Мәрмәр диңгеҙе |
Ил | |
Бүлә | Европа яғында Фракия һәм Азия яғында Анатолия |
Киңлеге | максималь 3,6 км |
Оҙонлоғо | 29,9 км |
Иң тәрән урыны | 120 м |
Bosphorus Викимилектә |
Босфо́р (төр. İstanbul Boğazı, грек. Βόσπορος «Һыйыр кисеүе»), Ҡара диңгеҙ һәм Урта диңгеҙҙе тоташтырып тороусы, Европа менән Кесе Азияны айырып тороусы боғаҙ. Босфор боғаҙы Европа сиктәренә инә. Боғаҙҙың ике яғында ла тарихи ҡала Константинополь, хәҙерге Истанбул урынлашҡан. Боғаҙҙың оҙонлоғо — 30 км, максималь киңлеге — төньяҡта 3 700 м, минималь киңлеге — 700 м, фарватер тәрәнлеге — 36 м-ҙан 124 м-ға тиклем.
Боғаҙ эрозион сығышлы; дүртенсел осорҙағы диңгеҙ һыуҙары аҫтында ҡалған элекке йылға үҙәненә ғибәрәт[1]. Босфорҙа ике ағым — Ҡара диңгеҙҙән Мәрмәр диңгеҙенә үрге сөсө ағым, көньяҡҡа (тиҙлеге 1,5—2 м/с) һәм 1881—1882 йылдарҙа адмирал Макаров билдәләгәнсә түбәнге тоҙло ағым — Мәрмәр диңгеҙенән Ҡара диңгеҙгә (тиҙлеге 0,9—1 м/с)[2]. Тоҙло ағым Ҡара диңгеҙҙә һыу аҫты йылғаһы менән дауам итә.
Легенда буйынса, боғаҙ исеме боронғо грек батшаһы Аргостың ҡыҙы, Зевстың һөйәркәһе Ио исеменән алынған. Зевс ҡатыны Гераның нәфрәтенән ҡотолоу өсөн Ионы аҡ һыйырға әйләндерә. Меҫкен Ио ҡотолоу өсөн һыу юлын һайлай һәм зәңгәрһыу боғаҙға сума. Шунан башлап боғаҙ «Һыйыр боғаҙы» йәки Босфор тип атала.
Диңгеҙ ярҙарын ике күпер тоташтыра: 1 074 м оҙонлоғондағы Босфор күпере (1973 йылда төзөлгән) һәм 1 090 м-лы беренсе күперҙән 5 км төньяҡтараҡ Солтан Мәхмүт Фатих күпере (1988 йылда төҙөлгән). Өсөнсө автомобиль күпере төҙөү ҙә планлаштырылған, әммә Төркиә хөкүмәте, ергә хаҡ артыуынан ҡурҡып, быны сер итеп тота. Хәҙерге ваҡытта, Истанбулдың Европа һәм Азия өлөштәрен тоташтырыусы «Marmaray» тимер юл тоннеле төҙөлә (тамамланыу осоро — 2012 йыл).
Босфор боғаҙы бары тик 7500-5000 йыл элек барлыҡҡа килгән тип күҙаллана. Ул ваҡытта Ҡара һәм Урта диңгеҙ кимәле түбәнерәк булған һәм улар тоташмаған булған. Һуңғы боҙлоҡ осоронда боҙ һәм ҡар эреү сәбәпле ике һыу ятҡылығының да кимәле күтәрелә. Көслө һыу ағымы бер нисә көн эсендә үҙенә юл ярып, ике диңгеҙҙе тоташтыра.
Босфор Рәсәй, Украина, Кавказ аръяғы республикалары, көньяҡ-көнсығыш Европа илдәренә Урта диңгеҙгә һәм донъя океанына сығырға мөмкинлек биргән мөһим боғаҙ булыр тора. Рәсәйҙең һәм Каспий регионының нефте боғаҙ аша экспортлауҙа мөһим урын алып тора.
Босфор боғаҙы донъяла транзитлы караптарҙың, паром кисеүҙәре, ваҡ судноларҙың интенсив хәрәкәте, һыүҙың көслө ағымы һәм көҙгө-ҡышҡы осорҙа һауа торошоноң ҡырҡы үҙгәреүе арҡаһында бигерәк тә билдәле үтергә ҡыйын боғаҙҙар араһында айырым урын биләй. Күп диңгеҙ пароходсылығы компаниялары капитандарға Босфор боғаҙының транзитлы үтеү юлында лоцмандарҙы ҡулланырға тәҡдим итә. Боғаҙҙа транзитлы тиҙлек 10 быуындан үтергә тейеш түгел. Үтеп йөрөү өсөн боғаҙҙар тарафынан караптың класына ҡарап бер мең доллар иҫәбендә аҡса алына. [3].
Үтеп йөрөү һәм боғаҙҙың тығыҙ булыуы мәсьәләләрен хәл итеү өсөн Истанбулдан көнбайышҡа ҡарай 50 км алып 100 км тиклем оҙонлоҡтағы караптар йөрөү каналын төҙөү күҙаллана[4].
Боғаҙҙың ярҙарын өс күпер һәм ике туннель (төньяҡтан көньяҡҡа) тоташтыра:
Ҡара диңгеҙ һәм Урта диңгеҙ араһында берҙән-бер үтеү урыны булараҡ Босфор сауҙала һәм хәрби эшмәкәрлектә ҙур әһәмиәткә эйә. Уның өҫтөнән контроль конфликттарҙың, башлыса Рус-төрөк һуғышының (1877—1878 йылдар), шулай уҡ Беренсе донъя һуғышы барышында 1915 йылда Галлиполи янында союздаш дәүләттәрҙең Дарданеллаға һөжүме маҡсат була.
Скифиянан иген импортына мохтаж булған грек Афина ҡала-дәүләте б.э. тиклем V быуатта боғаҙҙы контролдә тотҡан Византий кеүек ҡалалар менән создаш була.
Фарсы батшаһы Бөйөк Дарий I, скифтарҙы буйһондорорға маташып, Босфор аша сыға һәм Дунай йылғаһына юллана. Уның армияһы боғаҙҙы кәмәләрҙән төҙөлгән йөҙмә күпер аша киҫеп үтә. Күп йылдар үткәс, Ксеркс I Грецияға һөжүм иткән ваҡытта, Дарданелла аша шундай уҡ кәмәле күпер төҙөлә.
1453 йылдың 29 майында Ғосман империяһы оҙаҡ ҡамауҙан һуң Константинополде яулап ала, уның барышында төп һуғышҡа әҙерләнеү өсөн генә түгел, шулай уҡ Босфор өҫтөнән һәм унан аша үткән һыу юлынан оҙайлы ваҡытҡа контроль ҡуйыу өсөн боғаҙҙың ике яғы буйлап нығытмалар, Анадолухисары (1393) һәм Румелихисары (1451) төҙөлә. Христофор Колумбтың 1492 йылда Америкаға беренсе сәйәхәте менән бергә 1453 йылда Константинополде яулау Урта быуат дәүеренә нөктә ҡуйыу һәм Яңырыуға һәм асыштар дәүеренә күсеүҙе аңлата.
Үҙенең үҫеш осоронда XVI һәм XVIII быуаттар араһында, Ғосман империяһы Босфорҙың стратегик әһәмиәтен үҙенең төбәк амбицияларын киңәйтеү һәм үҙҙәре «ғосман күле» тип атаған Ҡара диңгеҙҙең бөтә акваторияһы өҫтөнән контроль ҡуйыу өсөн ҡуллана[7].
Һуңыраҡ бер нисә халыҡ-ара килешеүҙәр был һыуҙарҙа караптарҙың үтеп йөрөүен көйләй. 1833 йылдың 8 июлендә Гюнкар Искелеси килешеүе буйынса Босфор һәм Дарданелла боғаҙҙары башҡа дәүләттәрҙең диңгеҙ караптары өсөн Рәсәй талабы буйынса ябылырға тейеш була. 1841 йылдың 13 июлендә Рәсәй, Берләшкән Короллек, Франция, Австрия, Пруссия араһында төҙөлгән Боғаҙҙар тураһында Лондон конвенцияһы шарттарына ярашлы Ғосман империяһының «элекке идараһы» барлыҡ хәрби караптар өсөн төрөк боғаҙҙарын ябыу юлы менән тергеҙелә, был һуғыш ваҡытында тик Солтан союздаштарына ҡағылмай[8].
Беренсе донъя һуғышынан һуң 1920 йылғы Севр килешеүе боғаҙҙы ҡоралһыҙландыра һәм уны Милләттәр Лигаһы аҫтындағы халыҡ-ара территория итеп яһай.
Лозанна тыныслыҡ килешеүенә ярашлы (1923) боғаҙҙар Төркиәгә ҡайтарыла, әммә бөтә сит ил хәрби караптарына һәм коммерция судноларына ирекле үтеп йөрөү рөхсәт ителә. Артабан караптар йөрөү режимы 1936 йылдың 20 июлендәге боғаҙҙар режимы тураһындағы Монтрё Конвенцияһы менән көйләнә. Уның буйынса Төркиә Ҡара диңгеҙҙеке булмаған дәүләттәрҙең диңгеҙ ташыуҙарын сикләү хоҡуғын һаҡлай.
Төркиә Икенсе донъя һуғышы ваҡытында 1945 йылдың февраленә тиклем нейтралитет һаҡлай, һәм был ваҡытта боғаҙҙар һуғышыусы илдәрҙең хәрби караптары өсөн ябыла, шулай ҙа ҡайһы бер немец ярҙамсы караптарына транзит менән үтеү рөхсәт ителә. Был, шулай уҡ Сталиндың төрөк провинциялары Карс, Артвин һәм Ардаханды Советтар Союзына ҡайтарыу буйынса талабы (1877—1878 йылдарҙа рус-төрөк һуғышы ваҡытында Төркиә юғалтҡан, һәм 1921 йылда Кар килешеүе буйынса кире бирелгән) Төркиәнең тышҡы сәйәсәттә нейтралитеттан баш тартыуы ҡараштарынан сығып эшләнелә. Төркиә 1945 йылдың февралендә Германияға ҡаршы һуғыш иғлан итә, әммә һөжүм итеү хәрәкәттәрендә ҡатнашмай[9]
XXI быуат башында төрөк боғаҙҙары нефть сәнәғәте өсөн айырыусы мөһим була. Рәсәй нефте танкерҙар менән беренсе сиратта Көнбайыш Европаға һәм АҠШ-ҡа Босфор һәм Дарданелла боғаҙҙары аша экспортлана. 2011 йылда Төркиә Сливри аша икенсе һыу юлы сифатында 50-километрлыҡ канал планлаштыра[10][11].
Босфор Викиһүҙлектә | |
Босфор Викикитапханала | |
Босфор Викимилектә | |
Босфор Викияңылыҡтарҙа |
Был океанология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |