Ҡала | |||||
Бржецлав Břeclav | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Край | |||||
Район | |||||
Координаталар | |||||
Староста | |||||
Элекке исеме |
Лунденбург | ||||
Ҡала с | |||||
Сәғәт бүлкәте | |||||
Һанлы танытмалар | |||||
Бржецлав (чех Břeclav [ˈbr̝ɛtslaf]), немец телендә Лунденбург (нем. Lundenburg) — Чехияның, көньяҡ-көнсығышындағы ҡала, Броно ҡалаһынан 50 км көньяҡ-көнсығыштараҡ. Дие йылғаһы буйында урынлашҡан. Көньяҡ Моравия крайы Бржецлав районының административ үҙәге булып тора. Туран-тура Австрия сигендә урынлашҡан һәм Словакия сигенә яҡын. Мөһим тимер юл узелы. Тимер юлдары Бржецлавты 10 Европа илдәре менән — Германия, Польша, Белоруссия, Рәсәй, Украина, Словакия, Венгрия, Австрия, Италия, Франция һәм Монако кенәзлеге менән бәйләй.
Лана торағында (Lány) күп һанлы славян-авар ҡомартҡыларын тоташтырғыс[1] рун яҙмаһы менән ҡабырға фрагменты табылған. Йыл ваҡыты радиоуглерод ысулы менән ~600 йыл, тип яҙылған. Йәше таушалыу анализ ярҙамында СЭМ-микроскопия менән бергә раҫлана. Һөйәктең фрагменты соҡорҙоң өҫкө өлөшөндә 25 хайуан һөйәктәре һәм Прага төркөмө керамикаһы эргәһендә табылған. Моғайын, был иҙәне емерелгән өй ҡалдығы булғандыр. Рунна һөйәгенең Митохондриаль ДНК- һы эре мөгөҙлө мал һөйәгенең европа линияһына тура килә[2][3].
IX быуатта бөйөк моравия ҡаласығы Поганьскола Бржецлавтан 2 саҡрым көньяҡта Морава һәм Дие йылғаларының ҡушылған болонло-урманлы өлкәләһендә вельможаның нығытылған усадьбаһы — каролинг curtis тибындағы ихата-усадьбаһы булып тора. Ул вельможаның хужалыҡ усадьбаһы менән бәйләнгән һәм имениеһы үҙәге булып торған иртә феодаль резеденцияның береһен күрһәтеп тора.[4]
Тантаналы ерләү йолаһы характеры һәм деталдәре буйынса бура камералы, мәйет көнбайышҡа ҡаратып һалынған. Киевтағы һәм Урта Днепрҙағы иртә христиан ҡомартҡылары менән Бөйөк Моравиялағы Поганьско[5][6] (Бржецлав янында[7]), Иҫке урында (Старое место), Микульчица, Скалица, Стара-Коуржим, Колин һәм Желенка ҡомартҡылары араһында туранан -тура оҡшашлыҡ бар[8] .
Поганьско һарайы (замок) XI быуат башында (cs:Pohansko (zámek)) боронғо славяндар йәшәгән урында чех кенәзе Бржетислав I кенәз тарафынан төҙөлә. Ҡала уның исеме менән йөрөтөлә. XIII быуаттың өсөнсө сирегенән, шул быуаттың беренсе яртыһынан һарай Венгрия Констанцияһы Пржемысл I ҡатынының бирнәһе була. Ул ҙур роман ҡәлғәһе итеп яңынан төҙөлгән.
Һарай хужаларын йыш үҙгәртә, 1426—1434 йылдарҙа ихтилалға күтәрелгән гуситтар ҡулында була. Гуситтарҙың һуғышынан һуң, һарай эргәһендә тораҡ барлыҡҡа килә, Ул XVI быуаттың 20-се йылдарында абруйлы Жеротиндар (ырыу) тарафынан һатып алына һәм һарай ренессанс стилендә үҙгәртелеп ҡорола.
XVII быуат башында Жеротиндарҙың Бржецлав биләмәләре тартып алына, сөнки Ладислав Велен Жеротиндан, ҡала хужаһы, 1618 йылда Габсбургтарға ҡаршы Моравияла башланған ихтилалды хуплай.
Бржецлав Утыҙ йыллыҡ һуғыш ваҡытында тулыһынса емерелә, халҡы 20 %-ҡа кәмей.
1638 йылда Бржецлавты Лихтенштейндар һатып ала. Улар шулай уҡ һарайҙы тулыһынса үҙгәртеп ҡоралар, һәм ул үҙенең хәрби функцияһын юғалта.
1845 йылдағы ташҡын һөҙөмтәһендә (тимер юл өйөмө дөрөҫ проектланмаған була), ҡаланы һыу баҫа. Был хәл артабанғы тимер юл объекттарын проектлауҙа иҫәпкә алына.
1872 йылда император указы тарафынан Бржецлавҡа ҡала статусы бирелә, был XIX быуаттың тәүге сирегендә үткәрелгән тимер юлы ғауғаһына бәйле була. Тиҙҙән ҡала мөһим тимер юл үҙәгенә әйләнә, сәнәғәт үҫешә башлай. Ҡала халҡы йылдам арта: 1872 йылда ҡалала 5 853 кеше йәшәй, ә 1880 йылда — 7 130 кеше иҫәпләнә.
1918 йылдан ҡала Чехословакияның бер өлөшө була. 1920 йылда уға Вальтице ҡалаһы тирәләй булған һәм элек Австрияға ингән ерҙәр ҡушыла.
Мюнхен килешеүе буйынса 1938 йылда ҡала Германияның бер өлөшө булып ҡала, шулай булыуға ҡарамаҫтан, халҡының күпселеге чехтар була. 1930 йыл иҫәбе буйынса ҡалала 13 689 кеше йәшәй, шуларҙың 11 220 чехтар, 1 582 — немецтар, яҡынса 4,3 % — йәһүд милләтенән. 1945 йылдың 15-17 апрелендә ҡала совет ғәскәрҙәре тарафынан азат ителә. Ҡаланың немец халҡы Бенеш декретына ярашлы депортациялана, йәһүд общинаһы һуғыш ваҡытында уҡ юғала.
1974 һәм 1976 йылдарҙа ҡалаға Пошторн, Харватск-Нов-Вес ауылдары һәм 2006 йылдан яңынан үҙ аллы тораҡ пунктҡа әйләнгән Ладн ҡушыла. Улар 1920 йылға тиклем Австрия составында була.
|
|
2009 йылда 25 664 кешенең ир-егеттәр — 25 %, ҡатын-ҡыҙҙар — 51,38 % тәшкил итә.
Ҡаланан алыҫ түгел ЮНЕСКО тарафынан һаҡланған Леднице-Вальтице мәҙәни ландшафты урынлашҡан.