Витовт | ||
| ||
---|---|---|
4 август 1392 — 27 октябрь 1430 | ||
Алдан килеүсе: | Ягайло Ольгерд улы Скиргайло Ольгерд улы (Ягайлоның наместнигы булараҡ, 1386—1392) | |
Дауамсы: | Свидригайло Ольгерд улы | |
Дине: | Христианлыҡ һәм Мәжүсилек | |
Тыуған: | яҡынса 1350 Иҫке Троки | |
Үлгән: | 27 октябрь 1430 Вильнюс, Бөйөк Литва кенәзлеге | |
Ерләнгән: | Изге Станислав кафедраль соборы[d] | |
Нәҫел: | Гедиминдар | |
Атаһы: | Кейстут | |
Әсәһе: | Бирута | |
Ҡатыны: | 1-се: Мария Лукомская (?) 2-се: Анна[1] 3-сө: Юлиана Гольшанская | |
Балалары: | Софья | |
Ви́товт (Витольд; суҡындырылғас — Александр; яҡынса 1350 — 27 октябрь 1430) — Бөйөк Литва кенәзе (1392—1430). Кейстут улы, Ольгердтың энеһе һәм Ягайлоның ике туған ҡустыһы. Гродно кенәзе (1370—1382), Луцк кенәзе (1387—1389), Трокия кенәзе (1382—1413). Гуситтарҙың короле итеп иғлан ителә[2]. Бөйөк Литва кенәзлегенең иң билдәле хакимдарының береһе, тере сағында уҡ Бөйөк тип аталған[3].
Витовт яҡынса 1350 йылда тыуған (тыуған йылы аныҡ билдәле түгел). Хронист Конрад Битшин (нем. Conrad Bitschin) 1370 йылғы Рудау янындағы алышты һүрәтләгәндә, алышта ҡатнашҡан Витовтҡа 20 йәш тип телгә алған. Мартин Кромер буйынса, 1430 йылда Витовтҡа 80 йәш булған[4]. Витовтың атаһы Кейстут һәм олатаһы Ольгерд бергә хакимлыҡ итәләр һәм үҙ-ара власть өсөн көрәшмәгәндәр. Ольгерд бөйөк кенәз була һәм көнсығыш һәм көньяҡ эштәр менән мәшғүл була, Кейстут төньяҡ-көнбайышта Тевтон ордены рыцарҙәре менән көрәш алып бара[5].
Витовт тәүге тапҡыр 1360-сы йылдарҙа телгә алына. 1368 һәм 1372 йылдарҙа Ольгердтың Мәскәүгә ҡаршы булған яуҙарында ҡатнаша. 1376 йылда Гродно кенәзе булараҡ Польшаға ҡаршы яуҙа ҡатнаша. 1377 йылдан Тевтон ордены ерҙәренә походтар ойоштора[4].
1377 йылда Ольгерд вафат булғас Кейстут уның өлкән улын Ягайлоны бөйөк кенәз тип таный һәм тәре тотоусыларға ҡаршы көрәшен дауам итә[6]. Шулай ҙа Ягайло үҙенең олатаһы Кейстуттан хәүефләнгән[7][8]. 1380 йылдың февралендә Ягайло мираҫҡа ҡалған Литвала, шулай уҡ Полоцктағы биләмәләрен һаҡлау маҡсатында Кейстут менән кәңәшләнмәйенсә Ливон ордены менән 5 айлыҡ Довидошков солохон төҙөй[6][9].
1381 йылдың февралендә тәре йөрөтөүселәр Кейстут ерҙәренә баҫып инә һәм Трокиға йүнәлә. Яңы Ҡаласыҡ емерелә һәм 3000 яҡын кеше әсирлеккә алына[10]. Довидошков солохо тураһында белеп ҡалғас, Кейстут Ягайлоға ҡаршы көрәш башларға ҡарар итә[10]. 1381 йылдың аҙағында Кейстут ғәскәр башында Пруссияға йүнәлә, әммә юл барышында ҡапыл Вильноға борола[7]. Атаһының ҡарары менән ризалашмаған Витовт Дрохичин һәм Гродноға китә. Кейстут еңел генә Вильноны ала, Ягайлоны тотҡонда тота. Шулай уҡ Кейстут Ливон ордены менән йәшерен килешеүҙе табып, Ягайлоның ниәттәрен Витовтҡа дәлилләп күрһәтә[8].
Ике туған ағаһы Ягайло менән көрәш барышында Витовт 1382—1384 һәм 1389—1392 йылдарҙа Тевтон ордены биләмәләренә ҡасырға мәжбүр була. 1384 йылда атаһының мираҫының бер өлөшөн ҡайтарып ала. 1385 йылғы Бөйөк Литва кенәзлегенең Польша менән Крев унияһынан һуң Витовт Польша короле Ягайлонан Бөйөк Литва кенәзлегенең наместнигы хоҡуғын таныуҙы ирешә. 1392 йылда Остров килешеүенә ярашлы, Витовтҡа Трокия кенәзлеге ҡайтарыла. 1401 йылда Вильно-Радом килешеүенә ярашлы Витовт рәсми рәүештә Бөйөк Литва кенәзлеге хакимы итеп таныла.
1395 йылда Алтын Урҙа хакимы Туҡтамыш хандың Аҡһаҡ Тимер ғәскәренән еңелгәндән һуң, Витовт Туҡтамышҡа үҙ территорияһында һыйыныу бирә. Аҡһаҡ Тимер Урта Азияға ҡайтҡас, урҙа биләмәләренә бер нисә яу ойоштора. Литва ғәскәре Дон аша үтә һәм Волга тирәһендә урҙа ғәскәрен тар-мар итеп, меңләгән әсир ала. 1397 йылда Витовта Ҡырымда Туҡтамышҡа ҡаршы булғандар өҫтөндә йәнә еңеү яулай.
Витовт рус ерҙәрен баҫып алырға һәм король тажын алырға ниәтләп, Рим папаһы Алтын Урҙаға ҡаршы тәре яуын иғлан итеүенә ынтыла[11]. 1399 йылда Ворскла буйындағы алышта Витовт етәкселегендәге берләшкән ғәскәр (Литва армияһы, поляктар, тәре йөрөтөүселәр, рус кенәздәре һәм Туҡтамыш хандың яугирҙәренән торған) Тимер Ҡотлоғ хандың һәм Иҙеүкәй ғәскәре тарафынан тар-мар ителә. Алыш барышында Витовт яралана һәм саҡ ҡына һыуҙа батмай ҡала. Ҡотҡарылыу хөрмәтенә Ковнола (Каунас) католик костёлына нигеҙ һала. Башҡа ҡалаларҙа тағы ла бер нисә костёл һәм ғибәҙәтхана төҙөй.
Ворскла буйында еңелеү Витовтың позицияларын кәметә. Йәнә Смоленск кенәзлеген юғалта. Польшаның талабы буйынса, 1401 йылда Вильно-Радом килешеүҙәре төҙөлә, Витовт һәм уның подданыйҙары Польшаға тоғролоҡҡа яҙма вәғәҙә бирергә мәжбүр булған; Витовт ғүмерлеккә бөйөк Литва кенәзе булып ҡалған, әммә уға бирелгән ерҙәр ул үлгәс Ягайлоға һәм Польша короллегенә күсергә тейеш була.
Витовт һәм Ягайло 1410 йылда Грюнвальд алышында магистр Ульрих фон Юнгинген етәкселегендәге немец рыцарҙәрен ҡыйрата. Торун солохона ярашлы Тевтон ордены Витовтҡа 1398 йылда яулап алынған Жемайтияны (хәҙерге Литваның төньяҡ-көнбайыш өлөшөн) ҡайтарырға тейеш була. Жемайтия өсөн Литва тағы ла ике мәртәбә — 1414 һәм 1422 йылдарҙа Тевтон орденына ҡаршы көрәшкә күтәрелергә тура килә.
1397 йылда Витовт Рязань кенәзлеген бөлдөрә.
1404 йылда Витовта поляк ғәскәрҙәре ярҙамында Смоленскты ҡайтарыуға өлгәшә. Витовт Новгород һәм Псков республикаларының эштәренә ҡыҫыла һәм өс тапҡыр (1406—1408 йылдарҙа) Мәскәү кенәзлеге биләмәләренә һөжүм итә.
Витовт хакимлығы осоронда көнсығышта Бөйөк Литва кенәзлегенең биләмәләре Оканың үрге ағымына һәм Можайскҡа ҡәҙәр булған. Витовт Алтын Урҙанан Көньяҡ Подолияны тартып ала һәм көньяҡта үҙ биләмәләрен Ҡара диңгеҙгә тиклем киңәйтә. Уның хакимлығы осоронда Ҡара диңгеҙ буйында артабанғы ҡалалар һәм ҡәлғәләр барлыҡҡа килә: Дашев (Очаков), Соколец (Вознесенск), Балаклы (Көньяҡ Буг буйында), Краравул (Рашков), Хаджибей (һуңыраҡ Одесса).
Витовтың ҡыҙы Софья Мәскәү кенәзе Василий I Дмитриевичҡа кейәүгә бирелә. Үҙенең 1423 йылғы васыятнамәһендә кенәз Василий ҡатынын һәм балаларын Витовт һағына ҡалдыра[12], бынан һуң 1427 йылда Софья рәсми рәүештә Мәскәү кенәзлеген Витовтҡа тапшыра. 1427 йылдан Тверь кенәзе, 1430 йылдан Рязань кенәзе һәм Пронск кенәзе Витовтың вассалы булып китә.
Витовтың иң көнсығыш биләмәһе Тула ере була, ул 1430—1434 йылдарҙа Рязань кенәзе Иван Фёдорович менән килешеү һөҙөмтәһендә Литва составына ҡушыла.
Туҡтамыш хандан һуң Витовт уның улдарына ла һыйыныу урыны бирә, шулар араһынан Йәләлетдин үҙ отряды менән Грюнвальд алышында ҡатнаша, ә һуңыраҡ 1412 йылда Алтын Урҙа ханы булып китә.
1422 йылда Витовт Алтын Урҙа ханы Оло Мөхәмәткә лә һыйыныу урыны бирә һәм 1424 йылда уға Ҡырым ярымутрауын, ә 1426 йылда урҙа баш ҡалаһын алырға ярҙам итә[13]
1429 йылдың 9—29 ғинуарында Луцкта Германия короле һәм Изге Рим империяһының буласаҡ императоры Сигизмунда, Витовт, Ягайло, Рим папаһы легатаһы, Рязань кенәзе, Одоев кенәзе, Новгород кенәзе, Псков кенәзе; шулай уҡ Мәскәү кенәзлеге, Тверь кенәзлеге, Тевтон ордены, Алтын Урҙа, Молдавия кенәзлеге, Дания короллеге, Византия империяһы вәкилдәре ҡатнашлығында съезд ойошторла. Был съезд Бөйөк Литва кенәзлегенең күтәрелеүен күрһәтә. Съезд барышында Сигизмунд Витовты тәхеткә ултыртыу тураһында һүҙ ҡуҙғата, Ягайло быға ризалаша, әммә поляк аҡһөйәктәре уға был ризалыҡты кире алырға мәжбүр итә. Шулай ҙа Польшаны урап, тәхеткә ултырытыуға әҙерлек башлана.
1430 йылдың 8 сентябренә тәғәйенләнгән церемония уҙғарылмай, сөнки Втовт һәм уның ҡатыны Ульяна өсөн Нюрнбергта яһалған таждарҙы алып барыусы Сигузмундтың делегацияһын поляктар үткәрмәйҙәр. 1430 йылдың 27 октябрендә Троки ҡалаһында Витовт вафат була.
1401 йылға тиклем Витовтың ҙур булмаған тәңкәләре Луцкта һәм Вильнола һуғылып сыға.
Втовт бөйөк кенәз титулын алғас, уның пеняздары (денарийҙары) сыға башлай.
1994 йылда Белоруссияның Молодечнено районы Литва ауылы эргәһендә клад табыла, бында тәңкәләр араһында алтын ялатылған көмөш билбау табыла. Ҡайһы бер белорус тарихсылары буйынса, был билбау Витовтыҡы булған, уны бөйөк кенәзгә Ҡырым ханы Хажигәрәй бүләк иткән. Хҙерге ваҡытта был билбау Белоруссияның милли тарихи музейында һаҡлана[14].
Бөйөк кенәз Витовт хөрмәтенә Литвала, Белоруссияла һәм Польшала бихисап объекттар аталған. Витовт (Витаутас, лит. Vytautas) исеме бигерәктә Литвала популяр булып ҡала, шулай уҡ Белоруссияла (бел. Вітаўт) һәм Польшала (пол. Witold) осрай. Каунас ҡалаһындағы университет Бөйөк Витовт исемен йөрөтә.
Бөйөк кенәзгә һәйкәлдәр артабанғы тораҡ пункттарҙа ҡуйылған: Каунас, Кернаве, Вильнюс, Сянейи-Тракай, Бирштонас, Бятигале, Пярлое, Вялюоне, Гродно һ.б. Шулай уҡ Витовт скульптураһы Бөйөк Новгородтағы «Рәсәйҙең мең йыллығы» монументының һәм Краковтағы «Грюнвальд» һәйкәленең бер өлөшө булып тора[15][16].
Kodeks dyplomatyczny Wielkopolski = Codex diplomaticus Maioris Poloniae:
Витовт Викимилектә |