Германия коммунистар партияһы

Коммунистическая партия Германии
Kommunistische Partei Deutschlands
Логотип
Лидер:

Эрнст Тельман.

Төҙөлгән ваҡыты:

30 декабря 1918

Тарҡалған ваҡыты:

март 1933

Идеология:

Коммунизм ,социализм , марксизм

Ағзалар һаны:

225.000 (1923)
360.000 (1932)

Гимн:

Интернационал.

Партия баҫмаһы:

«Die Rote Fahne»

Шәхестәр:

члены партии в категории (0 чел.)

Германия коммунистар партияһы (КПГ)- (нем. Kommunistische Partei Deutschlands, KPD), XX быуаттың беренсе яртыһында Германияла иң эре сәйәси партияларҙың береһе. Рәсәйҙәге 1917 йылғы революция тәҫьире аҫтында барлыҡҡа килгән һул яҡ партия.

Тәүге йылдар: 1919—1921

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
«Диктатура Стиннеса или диктатура пролетариата?» (плакат КПГ, 1920 год)

Уға 1918 йылдың 29 декабренән 1919 йылдың 1 ғинуарына тиклем барған «Спартак союзы» менән һул яҡ радикал немец социал-демократтарының дөйөм герман конференцияһында Берлинда нигеҙ һалына . 1918 йылдың 30 декабрендә Германия коммунистар партияһының ойоштороу съезы үткәрелә. Яңы партияның етәкселәре итеп 1914 йылда Беренсе донъя һуғышына ҡаршы сыҡҡан һул Германия социал-демократтары — Роза Люксембург, Карл Либкнехт, Лео Йогихес һәм башҡалар инә.

Либкнехт менән Люксембург ҡораллы көрәш яҡлы була. Монархия ҡолатылғандан һуң власҡа килгән социал-демократик хөкүмәт революцион процесстарҙы тотҡарларға тырыша. Германияның хәрби министры социал-демократ Густав Носке " үҙҙәре теләп яҙылған отрядтар " (фрайкор) төҙөй. Фрайкорҙар революционерҙарға ҡаршы көрәштә әүҙемлек күрһәтә. Һуңыраҡ, фрайкорҙың бер өлөшө нацистар менән берләшә. 1919 йылдың ғинуарында Берлиндағы спартаксылар күтәрелешен баҫтырған саҡта Носкеның фрайкоры ағзалары Люксембург менән Либкнехтты урлай һәм уларҙы йәшерен рәүештә ултерә. Партияның лидеры булып Лео Йогихес һайлана.

1919 йылдың мартында Йогихес үлтерелгәндән һуң,партияны Пауль Леви етәкләй. Ул саҡта партиялағы билдәле эшмәкәрҙәр: Клара Цеткин, Пауль Фрёлих, Гуго Эберлейн, Франц Меринг, Август Тальгеймер һәм Эрнст Майер.

1919 йылдың мартында Мәскәүҙә Коммунистик интернационал (бөтә донъя революцияһы штабы) булдырылғандан һуң, Германия коммунистар партияһы уның секцияһына әйләнә. 1920 йылдың яҙында партия ике өлөшкә бүленә. Һул коммунистар партиянан сығып, яңы Германия коммунистик эшселәр партияһын төҙөй (КАПД). Һул коммунистарҙың лидерҙары- Пауль Маттик, Отто Рюле һәм башҡалар.

Компартия етәксеһе Пауль Леви социал-демократтар һәм «Германияның бойондороҡһоҙ демократик партияһы» менән хеҙмәттәшлек яҡлы була. Шул сәбәпле 1920 йылда бойондороҡһоҙ демократтарҙың күбеһе коммунистар партияһына ҡушыла . Леви революцияны ашыҡтырмаҫҡа өндәй. 1921 йылдың февралендә Мәскәүҙең « һөжүмгә барыу стратегияһы» менән килешмәй, Үҙәк комитеттан сыға. Партияның яңы етәкселәре Генрих Брандлер менән Август Тальгеймер була. 1921 йылдың мартында Урта Германияла коммунистар һәм социал-демократтарҙың ҡораллы күтәрелеше башлана.

1923 йыл. Революция уңышһыҙ тамамлана

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1923 йыл—Германияла революцияның күтәрелеш осоро. Эшсе забастовкалар Вильгельм Куно хөкүмәтенең отставкаһына килтерә . Был осорҙа Германияла коммунистарҙың эшселәргә йоғонтоһо бик көслө була. Ләкин компартия етәкселәре революцион процестың уңышына бик ышанып етмәй. 1923 йылдың майында Карл Радек коммунистар етәкселегенә :

«Бөгөн беҙ пролетариат диктатураһын урынлаштыра алмайбыҙ, бының өсөн төп шарт юҡ— эшселәрҙең күпселеге революция яҡлы түгел »

, ти.

Илдә август айында башланған гиперинфляция забастовкаларға килтерә.Забастовка Берлинда башланып, бөтә илде солғап ала. Хөкүмәт отставкаға киткәс, ГКП етәкселәре был хәлде тикшерер өсөн Мәскәүгә китә.

Коминтерн етәкселеге Германияла революция өсөн ваҡыт еткән тип иҫәпләй. Троцкий революцияның аныҡ көнөн билдәләргә тәҡдим итә. Радек менән Брандлер бының менән риза булмай [1]. Күп кенә урындарҙа пролетариаттың ҡораллы отрядтары булдырыла; октябрҙә Саксония менән Тюрингияла һул социал-демократтарҙан һәм коммунистарҙан торған «эшсе хөкүмәттәре» төҙөлә [2]. 1923 йылдың башынан көҙөнә тиклем компартия ағзалары һаны 225 меңдән 400 меңгә тиклем арта. Партия көн һайын 42 гәзит, бер нисә журнал сығара, уның 20 типографияһы, бер нисә китап магазины була [3].

Президент Фридрих Эберт ярҙамы менән рейхсвер Саксония һәм Тюрингия хөкүмәтенә баҫым яһай башлай. Эшселәр отрядтарын ҡоралһыҙландырыу тураһында бойороҡ сығарыла. Был ультиматум үтәлмәгәс, 1923 йылдың 21 октябрендә хөкүмәт яҡлы ҡораллы көстәр Саксонияға инә.

ГКП етәкселәре ҡораллы восстаниенан баш тарта, тик был ҡарарҙы еткерергә тейешле кеше Гамбургҡа барып өлгөрмәй. Бында коммунистар ҡораллы восстание башлай. 23 октябряҙә 1 300 ГКП ағзаһы 17 полиция участкаһын ала, эшсе райондарҙа баррикадалар төҙөлә.Баш күтәреүселәр дөйөм забаствкаға саҡырып, листовкалар тарата. Гамбургтың эшселәр районында восстание өс көндән һуң баҫтырыла[1].

1923 йылдың ноябрендә партия тыйыла , 1924 йылдың яҙына тиклем ул легаль булмаған эшмәкәрлек алып бара. 1924 апрелендә ГКП-ның 9-сы съезы килеп тыуған хәлде тикшерә, бынан тыш капитализмдың стабилләшкән осоронда партия эшмәкәрлеге перспективалары тикшерелә. Брандлер менән уның яҡлылар ГКП Үҙәгенән сығарыла[2]. Брандлер менән Тальгеймер ВКП(б)лағы уң оппозиция яҡлы була, улар 1929 йылда ГКП-нан сығарылалар, һәм “Коммунистик партия— Оппозиция” ойошмаһын нигеҙләй.

Фишер менән Маслов: 1924—1925

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Плакат КПГ «Покончим с этой системой» (1932)

Брандлер менән Тальгеймер етәкселектән алынғас, яңы компартия етәкселәре - Рут Фишер , Аркадий Маслов һайлана.Улар партияның ультра һул яғында тора, Вернер Шолем менән Артур Розенберг улар яҡлы була . Яңы етәкселәр бойондороҡһоҙ «ҡыҙыл профсоюздар» төҙөү менән мауыға, был компартияның эшселәргә булған йоғонтоһон кәметә. 1922 йылдағы профсоюздар конгресына 88 коммунист делегат булып барһа, 1925 йылда тик 4 була[1]. ГКП менән Коминтерн араһында аңлашылмаусылыҡ булыу сәбәпле Фишер менән Масловты партия етәкселегенән алына .

Тельман — Реммеле — Нейман: 1925—1933

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эрнст Тельман, Герман Реммеле һәм Гейнц Нейман партияның яңы етәкселәре булып һайлана. Яңы етәкселәр ультра һул курстан баш тарта. Компартия профсоюздар берҙәмлегенә саҡыра[1]. 1926 йылда Троцкий менән Зиновьев (СССР) берләшкәндән һуң, Фишер менән Маслов ВКП (б)-ның берҙәм оппозиция төркөмөн яҡлап сыға. ГКП-нан ҡыуылғандан һуң улар 1926 йылда Ленинбунд (Ленин союзы) булдыра. 1928 йылда компартия өсөн 10,6 % һайлаусылар тауыш бирә ( рейхстаг та 54 урын).

1928 йылда халыҡ-ара кимәлдә бер нисә тапҡыр уңышһыҙлыҡҡа осрағандан һуң, Коминтерн «өсөнсө осор» тигән тактикаға күсә. Был тактика элементтарының береһе -« социал-фашизм теорияһы». Был теорияға ярашлы буржуаз демократия ( шулай уҡ социал-демократия ) менән фашист диктатураһы араһында бер ниндәй ҙә айырма юҡ[4]. Был теорияға ярашлы, 1931 йылдың апрелендә Коминтерн башҡарма комитеты ултырышында социал-демократтар менән хеҙмәттәшлектән баш тартыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Ултырышта Эрнст Тельман Германиялағы рейхстагҡа һайлауҙарҙа НСДАП|национал-социалистар]]ҙың уңышы тураһында һөйләй. 1930 йылдың 14 сентябрендә үткән һайлауҙарҙа фашистар ( НСДАП) 18,3 % тауыш йыя ( 1928 йылда 2,6 % ) . Тельман үҙ сығышында:

« 14 сентябрҙән һуң , национал-социалистарҙың ҙур еңеүенән һуң улар яҡлы кешеләр бик күпте көткәйне. Шулай ҙа беҙ эшселәр араһында, бигерәк тә социал-демократтар яҡлылар араһында, тарала башлаған паникаға бирешмәнек.Беҙ айыҡ аҡыл менән ныҡлы итеп шуны әйттек, 14 сентябрь ниндәйҙер мәғәнәлә Гитлер өсөн иң шәп көн булды, ләкин унан һуң яҡшыраҡ көндәре булмаясаҡ, тик насарыраҡтары ғына буласаҡ [5]».

Был тактиканың мәғәнәһе Пруссияның социал-демократик хөкүмәтенә ышаныс буйынса «ҡыҙыл референдум»да ( 1931 ) күренә . Башта был референдумды национал-социалистар талап итә. Улар « Версаль солохоноң ҡоллоҡ һәм мыҫҡыл итеүенә риза булған» социал-демократтар партияһына ҡаршы «халыҡ революцияһы»на өндәй . Коммунистар партияһы шулай уҡ Пруссия хөкүмәтенә ҡаршы тауыш бирә [5].

1932 йылғы һайлауҙарҙа компартия үҙ тарихында иң күп тауыш йыя (16,9 % ).

Ernst Thälmann statue in Weimar.

Германия нацистар ҡулында: 1933—1945

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1933 йылдың ғинуарында национал-социалистар (фашистар) етәксеһе Адольф Гитлер Германия хөкүмәте башлығы (канцлер) итеп тәғейенләнә. Оҙаҡламай рейхстагта янғын сыға һәм коммунистарҙы рейхстагҡа ут төртөүҙә ғәйепләп, коммунистар партияһын тыялар, партия эшмәкәрҙәренә ҡаршы репрессиялар башлана.1933 йылдың 3 мартында ГКП рәйесе Эрнст Тельман ҡулға алына. 1933 йыл башында партияла 300 мең кеше торған, уларҙың яртыһы эҙәрлекләнеүгә дусар булған, меңдәрсә кеше үлтерелгән, концлагерҙарға, төрмәләргә ебәрелгән.

Немец коммунистары Германияла ғына репрессияға эләкмәгән. 1400 етәксе немец коммунисының 222 –һе юҡ ителгән, 178 кеше 1937—1938 йылдарҙа СССР-ҙағы Оло террор ваҡытында һәләк булған [6]. Коминтерн башҡарма комитетындағы ГКП вәкәләтлеге мәғлүмәттәре буйынса, 1938 йылда СССР-ҙа йәшәгән ГКП ағзаларының 70 % ҡулға алынған[7].

Коммунистар социал-демократтар менән бергә нацизмға йәшерен көрәш алып бара (Ҡаршылыҡ күрһәтеү хәрәкәте). Германия территорияһында йәшерен төркөмдәр эшләй, мәҫәлән, Лени Бернер төркөмөндә Рудольф Блейль, Гюнтер Клейн, Эмиль Круммель, Ганс Шерхаг, Вальтер Норвиг, Вилли Гарбс, Отто Брайг ҡатнаша [8].

Ирекле ҡала Данцигта (Гданьск) 1935 йылда ГКП һайлауҙарҙа ҡатнаша һәм 2 депутат урыны ала ( 3,37 % ).

1935 йылдың октябрендә ГКП-ның Брюссель конференцияһы үтә. ГКП-ның бығаса булған эшмәкәрлегенә тәнҡит күҙлегенән ҡарап, яңы йүнәлеш билдәләнелә, социал-демократтар менән бергә фашизмға ҡаршы көрәшергә ҡарар ителә. 1943 йылдың июлендә ГКП Үҙәк комитеты башланғысы менән СССР –ҙа «Азат Германия» милли комитеты төҙөлә[2].

1941- 1943 йылдарҙа Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә Мәскәүҙән эвакуацияланған Коммунистик интернационал (Коминтерн) хеҙмәткәрҙәре йәшәй. Улар араһында немец коммунистары ла була. Өфө главпочтамтынан бөтә Европаға төрлө телдәрҙә радиотапшырыуҙар ойошторола, Кушнаренко ауылында герман ғәскәрҙәре тылында эшләр өсөн төрлө милләт кешеләренән разведчиктар әҙерләнә (мәҫәлән, һуңыраҡ ГДР тышҡы разведкаһы етәксеһе Маркус Вольф). Мәҫәлән, немец яҙыусыһы-драматург, коммунист Фридрих Вольф (Маркус Вольфтың атаһы) Өфөлә йәшәгән.

Дом Карла Либкнехта, штаб-квартира КПГ в 1926—1933 годах. Когда Гитлер стал канцлером, в этом доме были арестованы лидеры партии. Об истории здания напоминают таблички на двери. Ныне — берлинский офис партии «Левые»
Өфөлә немец яҙыусыһы, коммунист Фридрих Вольф йәшәгән өйҙәге таҡтаташ, Карл Маркс урамы, 17

1945 йылдың йәйендә Германияның совет оккупация ГКП-ның Үҙәк кмитеты ҡайтанан тергеҙелә. Эмиграцияла булған коммунистар Германияға ҡайта башлай. 1946 йылдың апрелендә үткән ГКП съезы көнсығыш ерҙәрҙә Германия социал-демократтар партияһы менән берләшеү тураһында ҡарар сығара. Бер йыл етәксе үҙәкһеҙ йәшәгәндән һуң, 1947 башҡа оккупацияланған ерҙәрҙә ГКП ойошмалары СЕПГ-ға ҡушылырға ҡарар итә . 1948 йылда көнбайыш зоналарҙағы СЕПГ ойошмалары Германия берҙәм социал-демократтар партияһынан сығып, Германия коммунистар партияһын (1948) иғлан итә. 1956 йылда Германия коммунистар партияһы рәсми рәүештә тыйыла. 1968 йылда ГФР-ҙа яңынан Германия коммунистар партияһы ойошторола, 1970 йылда Көнбайыш Берлинда — КПГ[de] (яңынан тергеҙелгән), 1971 йылда  ГКП тип кенә атала ( 1980 йылда тарала). 1990 йылда ГДР-ҙа ГКП исемендәге яңы партияға нигеҙ һалына. ГДР ул саҡта ГФР -ға ҡушылмағанға, Германияның ике өлөшөн ҡушыу тураһындағы килешеү буйынса был партия 1990 йылдың 3 октябренән һуң да тыйылмай. Партия әле лә йәшәп килә, ләкин бөгөн уның йәмғиәттә тәҫьире көслө түгел тигән фекер йәшәһә лә, Германия халҡы бөгөн һаман да үҙен "көнбайыш"( коммунистар йоғонтоһо көслө булмаған) һәм "көнсығыш" (оҙаҡ ваҡыт коммунистар йоғонтоһонда ғәҙел йәмғиәт төҙөргә тырышҡан, был ғәҙеллек тураһында үҙенсә фекер йөрөткән) немецтарға бүлеп йөрөтә.

( 1924- се йылдан — Үҙәк Комитет) ГКП Үҙәге рәйестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1-се (учредительный) съезд — 1918 йыл 30 декабря — 1919 йыл 1 ғинуар, Берлин;
  • 2-се съезд — 20—24 октябрь, 1919 йыл, Гейдельберг;
  • 3-сө съезд — 25—26 февраль, 1920 йыл, Карлсруэ;
  • 4-се съезд — 14—15 апрель, 1920 йыл, Берлин;
  • 5-се съезд — 1—3 ноябрь, 1920 йыл, Берлин;
  • 6-се (берләшеү) съезд — 4—7 декабрь, 1920 йыл, Берлин;
  • 7-се съезд — 22—26 август, 1921 йыл, Йена;
  • 8-се съезд — 28 ғинуар — 1 февраль, 1923 йыл, Лейпциг;
  • 9-се съезд — 7—10 апрель, 1924 йыл, Франкфурт-на-Майне;
  • 10-й съезд — 12—17 июль, 1925 йыл, Берлин;
  • 1-се дөйөм партия конференцияһы — 30 октябрь, 1925 йыл, Берлин;
  • 11-се съезд — 2—7 март, 1927 йыл, Эссен;
  • 12-се съезд — 9—15 июнь,1929 йыл, Берлин;
  • Дөйөм Германия партия конференцияһы — 15—17 октябрь, 1932 йыл, Берлин;
  • Брюссель партконференцияһы (13-сө съезд) — 1935 йыл[9];
  • Берн партконференцияһы (14-се съезд) — 30 ғинуар — 1 февраль, 1939 йыл;
  • 15-се съезд — 19—20 апрель, 1946 йыл, Берлин.

Германия коммунистар партияһының үҙәк баҫмаһы (башта «Спартак союзы»ның)- Die Rote Fahne («Красное знамя» гәзите). Уға 1918 йылдың 9 ноябрендә Карл Либкнехт менән Роза Люксембург нигеҙ һалған . 1933 йылдың мартынан тыйылған, 1935 йылға тиклем йәшерен сыға, 1935 йылдан Прагала, ә 1936 октябренән  Брюсселдә сыға. 1939 йылдың көҙөнә тиклем сыға[10].

Һайлауҙарҙа ҡатнашыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Выборы в Веймарской республике Голоса в процентах (изменение) Количество мест в рейхстаге (изменение)
Рейхстаг (1920) 2,1 % 2
Рейхстаг (1924, март) 12,6 % +10.9 % 62 +60
Рейхстаг (1924, декабрь) 8,9 % −3.7 % 45 −17
Рейхстаг (1928) 10,6 % +1.7 % 54 +9
Рейхстаг (1930) 13,1 % +2.5 % 77 +23
Рейхстаг (1932, июль) 14,3 % +1.2 % 89 +12
Рейхстаг (1932, ноябрь) 16,9 % +2.6 % 100 +11
Рейхстаг (1933, март) 12,3 % −4.6 % 81 −19
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Р. Сьюэлл. От революции к контрреволюции (1988)  (инг.)
  2. 2,0 2,1 2,2 БСЭ 3-го изд. Коммунистическая партия Германии
  3. Всемирная история: Мир в период создания СССР. — Минск—Москва: «Харвест», «АСТ», 2000. — Т. 21. — С. 332. — 416 с. — (Всемирная история). — 10 200 экз. — ISBN 985-433-713-8.
  4. Л. Д. Троцкий. Немецкая революция и сталинская бюрократия 2011 йыл 2 декабрь архивланған. (1932)
  5. 5,0 5,1 И. Дойчер. Троцкий в изгнании. — М.: Издательство политической литературы, 1991. — сс. 195—196
  6. Hotel Lux — Die deutsche kommunistische Emigration in Moskau
  7. Ватлин А. Ю. «Ну и нечисть». Немецкая операция НКВД в Москве и Московской области. — РОССПЭН, 2012. — 341 с. — С. 17. ISBN 978-5-8243-1710-7
  8. Великая Отечественная в письмах./Сост. В. Г. Гришин. М., Политиздат, 1980. Стр. 148—150
  9. Брюссельская конференция проходила в Советском Союзе. «3 октября 1935 года вблизи Кунцева, под Москвой на открытие конференции прибыли 38 делегатов КПГ, конференция проходила вплоть до 15 октября. Чтобы сохранить в тайне место её проведения, обезопасить делегатов и сбить с толку гестапо, она была названа Брюссельской.» — Кюнрих Х. КПГ в борьбе против фашистской диктатуры 1933—1945. — Москва: «Прогресс». — 1986 год. — С. 67
  10. БСЭ 3-го изд. «Роте Фане»

Әҙәбиәт һәм сығанаҡтар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Политические партии Веймарской республики