Глазго

Ҡала
Глазго
ингл. Glasgow
гэл. Glaschu
скотс Glesga
Флаг Герб
Флаг
Ил Бөйөк Британия
Регион Шотландия
Округ Глазго-Сити
Координаталар 55°52′12″ с. ш. 04°16′12″ з. д.HGЯO
Внутреннее деление 21 административ округ
Лорд-мэр Боб Уинтер
Майҙан 175,5 [1] км²
Халыҡ 621 020[2][3] кеше (2017)
Агломерация 1 817 800[2]
Этнохороним глазголы, глазголылар
Сәғәт бүлкәте UTC+0, йәй UTC+1
Телефон коды 0141
Почта индексы G1-G80
Автомобиль коды SA-SJ
Рәсми сайт glasgow.gov.uk  (инг.)

Глазго (Бөйөк Британия)
Точка
Глазго
Точка
Глазго (Бөйөк Британия Шотландия)
Точка
<div class="ts-ПозКарта-метка" style="
 left:Аңлатма хатаһы: Көтөлмәгән < операторы%;
top:Аңлатма хатаһы: Көтөлмәгән < операторы%">
Такого района нет в справочнике Глазго-Сити
Точка
Глазго

Гла́зго (ингл. Glasgow [ˈɡlɑːzɡoʊ], скотс Glesga, гэл. Glaschu [ˈkɫ̪as̪xu]) — Шотландияның иң ҙур һәм халыҡ һаны буйынса Бөйөк Британияла дүртенсе (Лондон, Бирмингем һәм Лидстан һуң) ҡала. Глазго-сити округының административ үҙәге. Шотландияның үҙәк өлөшөнөң көнбайышында, Клайд йылғаһы буйында (тамағынан 32 км алыҫлыҡта) урынлашҡан.

Глазго VI быуат уртаһында нигеҙләнгән, Урта быуаттарҙа Шотландияның мөһим дини һәм мәғариф үҙәктәренең береһе тип һаналған. XVIII быуат сәнәғәт инҡилабы уны Бөйөк Британияның эре сәнәғәт (бигерәктә караптар эшләү өлкәһендә) үҙәктәренең береһенә әйләндерә, ә артабанғы йөҙ йыллыҡта ҡала иҡтисадының сәскә атыуы шундай масштабтар ала, хатта уны империяның икенсе ҡалаһы (Лондондан һуң) тип иҫәпләнгән. XX быуат аҙағында, 1920—1970-се йылдарҙа кисерелгән көрсөктән һуң (уның эҙемтәләре арҡаһында халыҡ һанының ҡырҡа кәмеүе һәм йәшәү кимәленең түбәнәйеүе булған), Глазго властары тарафынан ҡаланың мәҙәни һәм иҡтисади күтәрелеүенә йүнәлтелгән программаларҙы уңышлы тормошҡа ашырған.

Келвингроув галереяһы фасадында изге Мунго һәйкәле

Клайд йылғаһы үҙәнендә неолит осоронда уҡ тәүге торамаларҙың килеп сығыуын археологик ҡаҙыныуҙар дәлилләй. Һуңыраҡ хәҙерге Глазго биләмәләренә кельт ҡәбиләләре килеп урынлаша. 142—144 йылдарҙа Британияны баҫып алған римлылар төньяҡ ҡәбиләләр яуҙарынан бриттарҙы ҡурсалау маҡсатында Шотландияның бер ярынан икенсе яр буйына ҡәҙәр һаҡланыу нығытмаһын («Антонин валы») төҙөй[4]. Валдың ҡалдыҡтары Глазгоның ситендә һаманда һаҡланып ҡалған[5].

Ҡаланы нигеҙләүсе тип христиан миссионеры изге Мунго иҫәпләнә. Риүәйәткә ярашлы, 543 йылда ул Молендинар йылғаһы буйында монастыргә нигеҙ һала, хәҙерге ваҡытта был урында изге Мунго ғибҙәтханаһы урынлашҡан. Был риүәйәт яҡынса 1185 йылда Фернестан килгән монах-ариограф Жослен тарафынан яҙып алынған һәм башҡа бер ниндәй сығанаҡ менән дөрөҫләнмәй, әммә йола буйынса изге Мунго һәм уның әсәһе Тенева Глазгоның ҡурсалаусыһы тип иҫәпләнә, ә Мунгоның һүрәте ҡала гербында төшөрөлгән[6].

Герб ҡалаға 1866 йылдың 25 октябрендә Шотландияның геральдик хеҙмәт башлығы лорд-лайон тарафынан бирелгән. Унда төшөрөлгән символдар алдараҡ Глазгоның мисәттәрендә ҡулланылған һәм изге Мунго тормошона тура бәйле тип иҫәпләнгән дүрт мөғжизәне һүрәтләй:

Here is the bird that never flew / Был ҡош, ул бер тапҡырҙа осмаған
Here is the tree that never grew / Был ағас, ул үҫмәгән
Here is the bell that never rang / Был ҡыңғырау, ул сыңламаған
Here is the fish that never swam / Был балыҡ, ул йөҙмәгән

]</ref>

-->

Физик-географик ҡылыҡһырламаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Географик урынлашыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Глазго Бөйөк Британияның төньяҡ-көнбайышында, Урта Шотландия уйһыулығының үҙәк өлөшөндә Клайд йылғаһы буйында (тамағынан 32 км алыҫлыҡта) урынлашҡан. Диңгеҙ кимәленән бейеклектәр 70—200 м аралыҡта тирбәлә.

Ҙур миҡдарлы яуым-төшөм менән океаник климатҡа эйә. Миҙгел ара тирбәлеүҙәр ҙур түгел — 10 °C саҡ ҡына юғарыраҡ. Йәй һалҡын, еүеш һәм ямғырлы, ҡыш йомшаҡ, шулай уҡ башлыса болотло.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 13,5 14,3 20,1 23,8 27,0 31,6 30,1 30,0 26,1 21,0 16,2 14,6 31,6
Уртаса максимум, °C 6,5 7,0 8,8 11,8 15,1 17,4 19,2 18,9 16,2 12,6 9,2 6,5 12,4
Уртаса температура, °C 4,1 4,3 5,7 7,7 10,6 13,2 15,0 14,6 12,4 9,3 6,4 3,9 8,9
Уртаса минимум, °C 1,8 1,8 2,8 4,2 6,6 9,4 11,4 10,9 9,0 6,4 3,7 1,4 5,8
Абсолют минимум, °C −16 −13 −8 −5 −4 0,0 4,0 1,5 −3 −6,8 −10 −19,9 −19,9
Яуым-төшөм нормаһы, мм 150 99 112 68 67 73 80 107 119 145 127 127 1273
Сығанаҡ: «Погода и климат»

Ҡалала үҫемлектәр донъяһы бихисап яһалма ултыртылған ағастар һәм ҡыуаҡтар, аллеялар, парктар (Глазгола улар яҡынса 70) менәнт күрһәтелгән. Башлыса был яр буйы һәм уртаса бүлкәттең флораһы — ҡарағайҙар һәм ҡарағастар. Ҡурсаулыҡтарҙың береһендә таш күмер дәүере сигиллярияларының ташҡа әүерелгән һаҡланып ҡалған[7].

2001 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, ир-егеттәр Глазго халҡының 47,07 %, ә ҡатын-ҡыҙҙар 52,93 % тәшкил итә. Бәлиғ булып никахҡа инмәгән кешеләрҙең өлөщө уртаса Шотландия буйынса күрһәткестән күпкә юғарыраҡ һәм 40,98 % тәшкил итә. Гэл телен белгән кешеләрҙең проценты — 0,94 %[8].

Демографик мәғлүмәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
1755 йылдан 2001 йылға тиклемге осорҙа Глазго халыҡ һанының үҙгәреүе[9]
1755 1780 1801 1821 1891 1911 1921 1931 1939 1951 1961 1971 1981 1991 2001 2017
23 500[10] 42 000[10] 77 000[10] 147 000[11] 783 000 784 000 1 034 000 1 088 000 1 088 000 1 079 000 1 055 000 897 000 881 000 681 000 629 501[8] 621 020

Йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ҡала халҡының ҙур өлөшөн шотландтар (89,62 %) тәшкил итеүенә ҡарамаҫтан, Глазгоны Шотландияның иң күп милләтле ҡалаһы тип атарға мөмкин. Ҡалала ҙур ғына Пакистан диаспораһы бар (Шотландия пакистанлыларының яртыһы — 2,7 % йәғни 15 мең кешенән күберәк). Бынан башҡа Глазгола 4,11 % инглиздәр, 1,59 % ирландтар, 1,07 % континенталь Европанан килгәндәр, 0,72 % Һиндостан диаспораһы ((Шотландия һиндостанлыларының сиреге), 0,67 % ҡытайҙар, 0,31 % ҡара тәнлеләр, 0,17 % валлийҙар, 0,04 % Бангладеш диаспораһы, һәм шулай уҡ башҡа милләттәрҙең тағы ла аҙыраҡ һанлы төркөмдәре[8][12].

Йәниҫәп барышында алынған һораунамәгә ярашлы Глазгола дини инаныуҙар артабанғыса бүленә. Өстән ике өлөшө үҙҙәрен христиан тип иҫәпләй, дөйөм һандан 31,5 % — Шотландия сиркәүе диндарҙары, ә 29,2 % — католиктар. Халыҡтың сиректән саҡ ҡына аҙы — атеистар (22,7 %). Башҡа конфессия вәкилдәренең өлөштәре ҙур түгел — 3,1 % мосолман, 0,4 % сикх, 0,2 % буддист, 0,2 % йәһүд һәм 0,2 % индуист. Ҡала халҡының 7,8 % диндәре тураһында һорауға яуап бирергә ҡыйынһынған[13].

Глазгола 4 христиан кафедраль собоҙар (изге Мунго соборы, изге Эндрю соборы, изге Мария соборы һәм изге Лука соборы), 13 мәсет[14] (улар араһында — Шотландияла иң ҙуры), 7 синагога бар. Бынан башҡа индуизм ғибәҙәтханаһы бар, ә 2007 йылдп сикхилар өсөн ғибәҙәтхана төҙөлгән[15].

Глазго һәм яҡын тирәләге ҡалаларҙың халҡы араһында инглиз-шотланд теле нигеҙендәге диалект (Glasgow Patter) таралған. Уның айырмалыҡтары булып төбәк һүҙҙәренең күплеге, шулай уҡ ижектәрҙе һәм өндәрҙе алмаштырыу йәки «йотоу» күҙәтелә. Мәҫәлән, th һүҙ башында /h/ тип әйтелә, t хәрефе йыш ҡына /r/ менән алмаштырыла, /ʌu/ лифтонгы /k/ алдынан /o/ алмаштырыла һәм башҡалар.[16]

Административ бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Файл:Glasgow-wards.gif
Глазгоның 21 округы

Глазго 21 административ округтан тора, уларҙың һәр береһенән ҡала советының 3 йәки 4 ағзаһы һайлана[17].

1. Linn
2. Newlands / Auldburn
3. Greater Pollok
4. Craigton
5. Govan
6. Pollokshields
7. Langside
8. Southside Central
9. Calton
10. Anderston / City
11. Hillhead
12. Partick West
13. Garscadden / Scotstounhill
14. Drumchapel / Anniesland
15. Maryhill / Kelvin
16. Canal
17. Springburn
18. East Centre
19. Shettleston
20. Baillieston
21. North East

Ҡала менән идаралыҡ Глазгоның Муниципаль советы ҡарамағында тора. Совет ултырыштары ҡала үҙәгендә Джордж-скверҙа урынлашҡан Ҡала палаталарының бинаһында уҙғарыла[18].

Ҡала палаталарының залы, бында Глазго муниципаль совет ағзаларының ултырыштары уҙа

Шотландия парламентына Глазгонан 17 ағза (дөйөм иҫәптең 23 %), ә Бөйөк Британия парламентына — 9 ағза һайлана[19].

XX быуатта киҫкен иҡтисади төшкөнлөктө кисереп, ҡала тора-бара элекке позицияларына ҡайта. Хәҙер Глазго, Эдинбург менән берлектә, йәнә төбәк иҡтисадының этәргесе тип иҫәпләнә (был ике ҡаланың ЭТП-ның суммаһы дөйөм Шотландия күрһәткесенең 67 % тәшкил итә[20])[21]. Ҡала биргән эш урындарының һаны 1993 йылда 309 меңдән 2006 йылда 419 меңгә тиклем артҡан, һәм һуңғы 25 йыл эсендә иң юғары кимәлгә барып еткән[22][23]. Ҡаланың иҡтисади үҫеш темпы йыл һайын 4,4 % тәшкил итә, был Ьөйөк Британияла икенсе күрһәткес (Лондондан һуң) — тик 2005 йылда ғына 17 меңдән ашыу яңы эш урындары булдырылған, ә Глазго иҡтисадына шәхси инвестициялар индереү 2006 йылда 4,2 миллиард фунт стерлингҡа барып еткән[24]. Бынан тыш эшһеҙлек кимәленең етеҙ кәмеүе билдәләнгән (һуңғы 9 йыл эсендә 45 %-ҡа)[25]. Ҡала ЭТП-ы 2006 йылда 12,8 миллиард фунтов стерлингы тәшкил иткән[26], шул уҡ ваҡытта халыҡтың йән башына ТЭП күрһәткесе (£21 905) буйынса Европа ҡалалары араһында Глазго 11-се урынды биләй[25].

Һуңғы 20 йыл эсендә Глазгола иҡтисадты ҙур диверсикаициялау булды: сәнәғәттең традицион тармаҡтары (караптар яһау һәм ауыр машиналар эшләү) төп урынды хеҙмәтләндереү өлкәһенә (финанс секторының үҫешен, коммуникациялар, һаулыҡ һаҡлау, ваҡ сауҙа итеү һәм башҡаларҙы үҙ эсен ала) биргән[27]. Ҡала иҡтисадының мөһим урынын туризм биләй — Бөйөк Британияла популярлыҡ буйынса Глазго өсөнсө ҡала булып тора (Лондон һәм Эдинбургтан һуң) һәм йыл һайын яҡынса 4 миллион туристарҙы ҡабул итә[28].

Глазгола бер нисә эре компанияларҙың штаб-фатирҙары урынлашҡан, улар араһында Scottish Power энергетика компанияһы бар.

Глазго панорамаһы
Глазго панорамаһы

Клайд йылғаһының төньяҡ ярындағы, көнсығыштан Хай-стрит (ҡаланың иң боронғо урамы), көньяҡта йылға һәм төньяҡ менән көнбайышта М8 магистрале менән сикләнгән ҡала киңлеге Глазгоның үҙәге булып тора. Изге Мунго соборы (Хай-стриттың төньяғында) һәм Глазго-кросс майҙаны (Хай-стриттың көньяғында) араһындағы өлкә ҡаланың тарихи үҙәге булып тора.

Толбут сәғәт башняһы

Джордж-сквер Глазгоның йөрәге булып тора, уның бер яҡ ситендә муниципалитет ултырыштары уҙғарыу урыны — Ҡала палаталары урынлашҡан. Төп йәйәүлеләр урамдары — Бьюкенен-стрит (Buchanan Street), Аргайл-стрит (Argyle Street) һәм Сокихолл-стрит (Sauchiehall Street). Ҡаланың үҙәгендә төп иҫтәлекле урындар, театрҙар, музейҙар һәм галереялар ғына түгел, ә бихисап ресторандар, кафелар һәм сауҙа үҙәктәре лә тупланған, был ошо ҡала өлөшөн шопинг һәм күңел асыу өсөн уңайлы урынға әйләндерә[29].

Ҡала үҙәгенең көнсығыш секторында урынлашҡан Мерчант-Ситила (Сауҙа ҡалаһы) XVIII—XIX быуаттарҙа тәмәке, шәкәр һәм башҡа тауарҙар менән сауҙа итеүҙә аҡса эшләгән бай коммерсанттар төпләнгән. Иҡтисади көрсөк осоронда күп биналар төшөнкөлөккә бирелгән, әммә 1980-се йылдарҙа районды тергеҙеү буйынса проект ебәрелә һәм хәҙер реставрацияланған неоклассик йорттарҙы һәм элекке сауҙа складтарын ҡиммәтле магазиндар, ресторандар һәм кафелар биләй. Кварталдың төп биш урамы киҫешкән урын — Глазго-кросс — Мерчант-Ситиҙың үҙәге булып тора, ә майҙан үҙәгендә Толбут сәғәт башняһы урынлашҡан[30][31].

IFSD районында Clyde Arc күпере

Глазго үҙәгенең көнбайыш секторында ҡааның финанс учреждениелары тупланған квартал урынлашҡан. Бөйөк Британияның иң ҙур эшлекле үҙәктәрене береһе булараҡ (Лондон һәм Эдинбургтан һуң) рәсми рәүештә Халыҡ-ара финанс операциялары районы (IFSD) исемен йөрөтә, әммә уны ғәҙәттә «квадрат километры» йәки «Клайд Уолл-стриты» тип атайҙар[24]. Кварталды үҫтереү буйынса проекттың бюджеты 2001 йылда старт ала[32]. Квартал сиктәрендә төрлө финанс төркөмдәренең вәкилектәре урынлашҡан (шул иҫәптән Бөйөк Британия территорияһындағы ун алдынғы страховкалау компанияларынан һигеҙенең штаб-фатирҙары урынлашҡан): Abbey, Aviva, Barclays, Direct Line, HBOS, JP Morgan, Lloyds TSB, Morgan Stanley, National Australia Group, Royal Bank of Scotland һәм башҡалар. 2005 йылда IFSD Бөйөк Британияла регенерация буйынса иң уңышлы коммерция проекты тип таныла[33][34].

Байрс-роуд

Был ҡаланың иң шаулы һәм космополитик өлөшө, бында модалы кафелар, барҙар, ҡиммәтле магазиндар, клубтар, ресторандар һәм ҡунаҡханалар тупланған[35]. Төп урамы — Байрс-роуд. Вест-Энд сиктәрендә Глазго университеты (уның төп иҫтәекле урыны), Келвингроув паркы, BBC Scotland телекомпанияһының штаб-фатиры, Шотландия күргәҙмә һәм конференц-үҙәге, Келвин-холл спорт аренаһы һәм бер нисә музейҙар — Келвингроув художестволы галереяһы һәм музейы, Хантерҙың художестволы галереяһы[36]. Вест-Эндта ҡала студенттарының күбеһе йәшәй[37]. Йыл һайын июндә уның территорияһы Глазгоның иң ҙур фестивален — West End фестивален уҙғарыу урынына әүрелә[38].

Глазго некрополе

Трон-стилл сәғәт башняһы һәм Изге Мунго соборы — Ист-Эндтың — ҡаланың иң боронғо өлөшөнөң төп ориентирҙары булып тора[39]. Собор янындағы убала ҡала зыяраты урынлашҡан, ул 1831 йылдан күренекле ҡала кешеләренең ерләнеү урыны булып тора. Зыяраттың үҙәгендә шотланд дини реформаторы Джон Нокс һәйкәле урынлашҡан, ә ҡайһы бер ҡәбер өҫтөндәге ҡоролмалар билдәле архитекторҙар Чарльз Ренни Макинтош һәм Александр Томсон проекттары буйынса эшләнгән. Ист-Эндтың башҡа иҫтәлекле урындары — Прованд поместьеһы, Баррас баҙары, The Barrowlands дансингы, иң элекке Глазго-Грин ҡала паркы (бында XII быуаттан алып йыл һайын йәрминкә уҙғарыла) һәм Селтик-парк футбол стадионы[40].

Торлаҡ кварталдарынан тыш, ҡаланың көньяғында бер нисә ҙур гольф-клубтары, Хэмпден Парк футбол стадиондары һәм эре парктар (шул иҫәптән Куинз-парк, Беллахьюстон-парк һәм Поллок-парк) урынлашҡан[41].

Ҡала халҡының иң ярлы ҡатламдары йәшәгән Глазгоның төньяҡ кварталдары — социаль нисбәттә Шотландияның иң проблемалы урыны булып тора. Статистика буйынса, бында иң күп һанда тулы булмаған ғаиләләр тупланған, ҡала буйынса иң юғары эшһеҙлек һәм үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙар кимәле[42]. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәлә критик ситуация барлыҡҡа килгән — наркотиктарҙы дозанан артыҡ ҡулланыуҙан үлемдәр төньяҡ Глазгола Шотландия буйынса уртаса күрһәткестән биш тапҡыр юғарыраҡ. Яман шеш һәм йөрөк ауырыуҙарынан үлем осраҡтары шулай уҡ юғары[43]. Хәҙерге ваҡытта властар тарафынан төньяҡ Глаголағы хәлде яҡшыртыу өсөн бер нисә программа ҡабул ителгән. Төп маҡсаттары — яңы эш урындарын булдырыу, тормош кимәлен күтәреү, урындағы эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеү һәм башҡалар[44].

Изге Мунго кафедраль соборынан тыш, Глазгоның урта быуат архитектураһы һаҡланмаған тиерлек. Элек ҡаланы уратҡан бихисап сиркәү биналарынан хәҙер тик XV быуатҡа ҡараған Прованд поместьеһы һаҡланып ҡалған. Эдинбургтан айырмалы рәүештә хәҙерге Глазгола XIX быуаттан иртәрәк төҙөлгән биналарҙы бик һирәк осратырға мөмкин. Улар араһынан иң билдәлеләре — 1529 йылдан алып һаҡланған Трон-театрҙың сәғәт башняһы, Толбут башняһы һәм архитектор Роберт Адам тарафынан 1791-1794 йылдарҙа төҙөлгән Сауҙа йорто (Трейдс-холл)[45].

Ca’d’Oro бинаһы

Ҡаланың архитектура мираҫының ҙур өлөшө XIX быуатҡа һәм XX быуат башына ҡарай, был осорҙа Глазго Империяның икенсе ҡалаһы тип иҫәпләнгән. Был осорҙағы йорттар төрлө стилдә төҙөлгән. Венеция стилендә Глазгоның ҡала палаталары (1888), Гарднерҙарҙың элекке складтары (1856), Темплтондың балаҫ фабрикаһы (1892), Ca’d’Oro бинаһы (1872) төҙөлгән. Неоклассик стилдә Каледония сиркәүе (1857) һәм Хәҙерге заман сәнғәте галереяһы (был бина ҡасандыр тәмәке магнаты Уильям Каннингемдеке булған һәм 1778 йылда төҙөлгән, әммә XIX быуатта ул үҙгәртеп ҡорола) төҙөлгән. Неоготик стиленең һыҙаттары Изге Мария (1873), Изге Эндрю (1817) һәм Изге Лука (1877) кафедраль соборҙарының тышҡы йөҙөндә күренә[46][47].

Глазгола иң мөһим хәҙерге заман архитектура проектарына Король концерт залы бинаһын (1990), Глазго фән үҙәге бинаһын (2001), Шотландия күргәҙмә һәм конференц-үҙәк комплексын (1983 йылдан 2007 йылға тиклем), Buchanan Galleries (1999) һәм St Enoch Centre (1989) сауҙа үҙәктәрен индерер кәрәк.

Ҡала йөҙөнөң формалашыуына иң ҙур йоғонто яһаған архитекторҙар:

Чарльз Ренни Макинтош. Сәнғәт һөйөүселәр йортоноң эскизы

Глазгоны икегә бүлгән йылға аша төрлө типтағы (аҫылмалы, вант, аркалы һәм башҡа) ике тиҫтә күперҙәр ҡала күренешенә өҫтәмә матурлыҡ бирә. Улар араһында йәйәүлеләр өсөн дә, автомобиль һәм тимер юл күперҙәре бар. Һаҡланғандарҙан иң боронғоһо — Саус-Портленд-стрит күпере, изге Эндрю күпере һәм Виктория-бридж — XIX быуаттың уртаһында төҙөлгәндәр[49]. Иң һоҡландырғыстарының береһе — Clyde Arc арка күпере (2006 йылда төҙөлгән), йылғаны мөйөш яһап үткәнгә урындағы халыҡ уны «Кәкре күпер» (ингл. Squinty Bridge) тип йөрөтә[50].

Ҡала биләмәләрендә урынлашҡан 70 парктар араһынан артабанғыларҙы билдәләп үтергә кәрәк[51]:

  • Келвингроув паркы — викториан стилендәге парктың классик образдарының береһе — 1852 йылда Джозеф Пакстон проекты буйынса һалынған һәм шунан алып ҡала халҡының иң популяр ял итеү урыны булып тора. Уның территорияһында Келвингроув художестволы галереяһы һәм музейы, теннис корттары, крокет һәм үләндә боулинг уйындары өсөн майҙансыҡтар, балалар уйын майҙансыҡтары урынлашҡан.
  • Куинз-парк — королева Мария Стюарт хөрмәтенә аталған һәм 1857 йылда асылған (проекттың авторы йәнә Джозеф Пакстон була). Келвингроув һымаҡ, Куинз-паркы ял итеү өсөн төрлө мөмкинлектәр тәҡдим итә (уның биләмәләрендә спорт майҙансыҡтары, кафе һәм барҙар, пикник өсөн майҙансыҡтар һәм башҡалар бар).
  • Глазго-Грин — Глазгоның иң боронғо ҡала паркы, уның инеше XV быуат уртаһынан башлана, был ваҡытта епископ Тёрнбулл сиркәү ерҙәренең бер өлөшөн — Глазго-Гринды йәмғиәт ҡулланылышына тапшыра — хәҙерге заманда ул төрлө мәҙәни саралар (волынкала уйнаусыларҙың халыҡ-ара фестиваленән алып йыл һайын үткәрелгән фейерверктар байрамына тиклем) уҙғарыу өсөн яратҡан урын булып тора. Парк ситкәрендә Халыҡ һарайы, Темплтондың балаҫ фабрикаһы һәм футбол үҙәге урынлашҡан.
  • Глазгоның ботаника баҡсалары 400 меңгә тиклем кешеләрҙе ҡабул итә, улар 1817 йылда асыла һәм тропик орхидея, бегония һәм ағас рәүешле көкөртмәле коллекциялары менән танылған. Баҡсаларҙың төп иҫтәлекле урыны — Киббл һарайы, эсендә мәрмәр скульптуралы XIX быуатта төҙөлгән нәфис быяла оранжерея.
Киббл һарайының эсендә

1990 йылда Европаның Мәҙәни баш ҡалаһы тип иғлан ителгән ҡаланың мәҙәни тормошо күп төрлө[52]. Глазгола сәнғәткә бәйле булған милли ойошмаларҙың күбеһе, шул иҫәптән Шотландия операһы, Шотландия балеты, Шотландияның милли театры, Шотландия король милли оркестры, Хәрби-һауа көстәренең Шотландия симфоник оркестры һәм Шотландияның милли йәштәр театры урынлашҡан. 1999 йылда Глазго шағир-лауреатын раҫлау традицияһы барлыҡҡа килә, 2005 йылдан был маҡтаулы исемде шағирә Лиз Локхед йөрөтә[53].

Глазгоның театрҙарында башҡарыу сәнғәтенең барлыҡ спектры күрһәтелгән. Король театрының репертуарын классик пьесаларҙы, опера һәм балет спектаклдәрен сәхнәләштереү тәшкил итә. 1904 йылда нигеҙләнгән һәм үҙ диуарҙарында Сара Бернарҙы ҡаршылаған «Павильон» театр-варьетеһы сәхнәһендә мюзиклдар һәм төрлө тамашалар ҡуйыла. Бынан тыш ул Шотландияның берҙән-бер шәхси театры булып тора. XX быуат башында шулай уҡ Кингс-театр асылған, ул Бродвей традицияларын дауам итеүсе вест-энд мюзиклдарын сәхнәләштереүҙә махсуслашҡан. Глазгоның башҡа күренекле майҙансыҡтары араһында Трон-театр, Ситизенс-театр һәм бер нисә бәләкәй театрҙар бар, улар хәҙерге заман һәм эксперименталь драма сәнғәтенә йүнәлтелгән[54][55].

Музейҙар һәм галереялар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Келвингроув художестволы галереяһы һәм музейы

Һынлы сәнғәт әҫәрҙәренең һәм башҡа сәнғәт объектарының иң ҙур коллекцияһы Келвингроув художестволы галереяһы һәм музейында күрһәтелгән, ул Шотландияның иң күп халыҡ йөрөгән музейҙарҙың береһе булып тора. Уның экспонаттары араһында Рембрандт, Рубенс, Тициан, Ван Гог, Клод Моне, Пикассо, Сальвадор Дали картиналары бар[56]. Уларҙан Баррел коллекцияһы ҡалышмай. 1944 йылда эшҡыуар һәм филантроп Уильям Баррел ҡалаға яҡынса 9 мең экспонат бүләк итә, улар төрлө илдәрҙең һәм дәүерҙәрҙең сәнғәтен күрһәтә — был Боронғо Ҡытай, Мысыр, Греция һәм Рим оҫталарының эштәре, импрессионистарҙың (шул иҫәптән Дега һәм Сезанндың) картиналары, скульптура, урта быуат һәм мосолман сәнғәте әйберҙәре, ҡорал һәм доспехтар коллекцияһы, гобелендар һәм витраждар[57]. Глазгоның башҡа музейҙары һәм галереялары:

  • Хәҙерге заман сәнғәте галереяһы (экспонаттары араһында — Уорхол һәм Хокни эштәре)
Хәҙерге заман сәнғәте галереяһы (GoMA)[58]
  • Хантер художестволы галереяһы
  • Маклеллан галереялары
  • Халыҡ һарайы
  • Поллок поместьеһы
  • Изге Мунго дини тормош һәм сәнғәт музейы
  • Шотландия ауыл тормошо милли музейы
  • Шотландия футбол музейы
  • Шотландия мәктәп музейы.

Клубтар, концерт залдары һәм кинотеатрҙар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
The Barrowlands дансингы

Ҡаланың музыкаль сәхнәһе — Бөйөк Британияла иң зауыҡлыларының береһе. Ҙур майҙансыҡтары араһында, Король концерт залы һәм Шотландия күргәҙмә һәм конференц-үҙәгенән тыш, әһәмиәтлеге буйынса икенсе булған британ рок-майҙансығын — Ист-Эндтағы The Barrowlands дансингын билдәләп үтер кәрәк[59], уның сәхнәһендә күп кенә популяр төркөмдәр (The Cure, The Smiths, Megadeth, Metallica һәм башҡалар) сығыш яһаған. King Tut's Wah Wah Hut клубындағы тере концерттарҙы айырым атап үтер кәрәк, бында 1993 йылда Oasis төркөмө сығыш яһағандан һуң Creation Records компанияһы менән контракт төҙөй[60]. Глазгоның төнгө клубтары, илдең башҡа ҙур ҡалаларында кеүек, бик күп төрлө музыкаль жанрҙарға йүнәлгән. Уларҙан иң популяры: The Arches, Blanket, Campus, Cathouse, Cube, Garage, Tiger Tiger, The Tunnel һәм башҡалар[61][62]. Глазго — Belle & Sebastian, Glasvegas, Franz Ferdinand, The Fratellis, Mogwai, Primal Scream,Simple Minds, Texas, Travis, Camera Obscura, Chvrches музыкаль төркөмдәренең тыуған ере.

Глазгола 10-дан артыҡ кинотеатрҙар эшләй, улар араһында 2001 йылда асылған һәм донъяла иң бейек кинотеатр булараҡ Гиннесс рекордтар китабына индерелгән 18 заллы Cineworld бар[63].

West End фестивалендә барабансыларҙың парады

Ҡаланың фестиваль тормошо — Шотландияла иң бай булып тора. Әммә фестиваль айы август булған Эдинбургтан айырмалы рәүештә, Глазгола фестивалдәр йыл әйләнәһенә уҙғарыла. Уларҙан иң әһәмиәтлеһе — West End фестивале, ул 1996 йылдан башлап июндә үткәрелә. Был йылдың иң ҙур фестиваль ваҡиғаһы булып тора, бында урам театрҙары сығыштары, музыка һәм бейеү саралары, карнавал атлауҙар, парадтар һәм башҡалар инә[38].

Киң мәғлүмәт саралары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Глазгола ҡала һәм төбәк киң мәғлүмәт сараларының офистары урынлашҡан[64]. Айырым атап үткәндә:

  • Scottish Television һәм BBC Scotland (BBC филиалы) телекомпанияларының һәм BBC Radio Scotland радиостанцияһының штаб-фатирҙары;
  • Шотландия биләмәләрендә таратылған гәзиттәрҙең — Daily Record, Evening Times, Sunday Mail һәм The Herald офистары;
  • Бөйөк Британияның The Sun, Daily Mail, The Times һәм The Sunday Times гәзиттәренең төбәк мөхәрририәттәре;
  • The Digger, The Glaswegian, The Glasgow East News һәм башҡа ҡала гәзиттәренең мөхәрририәттәре.
Митчелл китапханаһы

Ҡалала 37 асыҡ китапхана бар. Улар араһында Европаның иң ҙур белешмә китапханаһы — Митчелл китапханаһы (1877 йылда табак магнаты Стивен Митчелл васыяты буйынса нигеҙләнгән), уның фондына 1,3 миллион китап һәм 35 мең карта, шулай уҡ фотографиялар, микрофильмдар һәм гәзит архивтары инә.

Глазго университеты

Глазгола 184 башланғыс мәктәп һәм 29 урта мәктәп[65], урыҫ мәктәбе[66], һәм шулай уҡ махсус белемгә мохтажлы балалар уҡыған 34 мәктәп бар[67]. Бер нисә мәктәптәрҙә уҡытыу гэл телендә алып барыла[68].

Ҡаланың юғары уҡыу йорттары:

  • Глазго университеты — 1451 йылда асылып, нигеҙләнеү датаһы буйынса Шотландияла (Сент-Эндрюс университетынан һуң) икенсе булып тора. Университеттың туғыҙ факультетында 23 меңдән ашыу студент белем ала[69].
  • Стратклайд университеты — 1796 йылда нигеҙләнгән, уның биш факультетында 25 меңдән ашыу студент уҡый[69].
  • Каледония университеты — 1875 йылда колледж булараҡ асыла, университет статусын 1993 йылда ала, уның өс факультетында 17 меңдән ашыу студент белем ала[69].

Университеттарҙан тыш ҡалала бер нисә колледж һәм академия бар — Шотландия музыка һәм драма король академияһы, Сәнғәт мәктәбе, Диңгеҙ колледжы, Коммерция колледжы һәм башҡалар. Студенттарҙың һаны буйынса — 168 мең кеше — Глазго Шотландияла беренсе һәм Бөйөк Британияла (Лондондан һуң) икенсе урындарҙы биләй[70].

Селтик-парк стадионы

Глазго — Шотландияның иң көслө футбол клубтарының — «Селтик» һәм «Рейнджерс»тең, шулай уҡ «Партик Тисл» һәм «Куинз Парк» командаларының ватаны. Уларҙан тыш Глазгола 6 клуб булған — «Клайд» (хәҙер Кимбернолдта) һәм йәшәүҙән туҡтаған «Терд Ланарк», «Камбасленг», «Порт Глазго Атлетик», «Коулейрс» һәм «Клайдсдэйл» командалары. Глазгоның өс футбол стадионы — «Селтик парк» (һыйыҙырышлығы — 60832 кеше), «Хэмпден Парк» (52670 кеше) һәм «Айброкс» (51082 кеше) һыйыҙырышлығы буйынса Шотландияның футбол стадиондары араһында тәүге урындарҙы биләйҙәр. Глазго донъяла тәүге халыҡ-ара футбол матчының уҙғарыу урыны булып иҫәпләнә. Был матчта 1872 йылдың 30 ноябрендә Англия һәм Шотландия йыйылма командалары осраша, уйын 0:0 тигеҙ иҫәбе менән тамамлана[71].

Башҡа спорт төрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаланың Glasgow Warriors профессиональ регби командаһы Шотландия, Ирландия һәм Уэльстың башҡа командалары кеүек Кельт лигаһында сығыш яһай. Шулай уҡ 1997 йылда Glasgow Hawks һәүәҫкәр регби командаһы ойошторола[72]. Ҡаланың беҙән-бер баскетбол командаһы Scottish Rocks тип атала һәм Британия баскетбол лигаһында сығыш яһай[73]. Бынан тыш 1984 йылда Глазгола Glasgow Lions тигән тәүге америка футболы һәүәҫкәр командаһы барлыҡҡа килә, шулай итеп был спорт төрөнөң Шотландиялағы тамырҙары ошонда башлана[74]. Шинти уйыны буйынса ла бер нисә команда бар[75]. Ҡаланың төп спорт ареналары (футболдан тыш) — Келвин-холл һәм Скотстундағы стадион, бында 2003 йылда Бадминтон милли академияһы асыла. Шул уҡ 2003 йылда Глазго Европаның спорт баш ҡалаһы тип атала.

Содружество уйындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Файл:Glasgow2014.jpg
Уйындар үткәреүгә заявканың логотибы

2014 йылғы Содружество уйындарын үҙендә ҡабул итеү хоҡуғы 2007 йылдың 9 ноябрендә Глазгоға бирелә (икенсе дәғүәсеһе — Нигерияның Абуджа ҡалаһы була). Шулай итеп Шотландия өсөнсө тапҡыр Содружество уйындарын үткәргән (1970 һәм 1986 йылдарҙа уйындар Эдинбургта уҙғарыла)[76]. Уйындар программаһына 17 спорт төрө керә: бадминтон, бокс, спорт көрәше, үләндә боулинг, велоспорт, һыу спорты төрҙәре, гимнастика, дзюдо, еңел атлетика, өҫтәл теннисы, нетбол (ҡатын-ҡыҙҙар араһында), регби (ир-егеттәр араһында), сквош, атыу, триатлон, ауыр атлетика, үләндә хоккей[77].

Автомобиль транспорты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
М8 магистрале

Глазго Бөйөк Британияның иң эре транспорт төйөндәренең береһе булып тора. Илдең башҡа төбәктәре менән ҡаланы артабанғы юлдар бәйләй[78]:

  • A8/М8 — төп магистраль, Шотландияны көнбайыш ярынан көнсығыш яр буйына тиклеи киҫеп үтә һәм Глазго менән Эдинбургты тоташтыра;
  • A82Дамбартон аша Лох-Ломондҡа һәм юғарыраҡ Шотландияның төньяҡ-көнбайышына йүнәлә;
  • A80/M80 — төньяҡ-көнсығышҡа Стерлинг ҡалаһына ҡәҙәр бара;
  • A74/M74 — Глазгоны Шотландияның көньяҡ өлкәләре һәм Англияның төньяҡ өлкәләре менән тоташтыра;
  • A77/M77 — көньяҡ-көнбайышҡа Килмарнок аша Эр ҡалаһына тиклем бара.

Глазго сиктәрендә юл селтәренең үҫешкән булыуына ҡарамаҫтан, автомобилгә эйә булмаған һәм башлыса йәмәғәт транспорты менән файҙаланған ҡала халҡының өлөшө уртаса Шотландия буйынса күрһәткестән (ғаиләләрҙең 34 %) күпкә юғарыраҡ (ғаиләләрҙең 56 %)[79].

Глазго урамдарында автобус

Йәмәғәт транспортының координацияһы һәм үҫеше өсөн Strathclyde Partnership for Transport (SPT) дәүләт ойошмаһы яуаплы[80].

Ҡалала яҡынса 40 автобус компаниялары эшләй, шул уҡ ваҡытта First Group компанияһына пассажирҙар ташыуҙың 70 % тиклеме тура килә[79]. XX быуат уртаһына ҡәҙәр Глазго буйлап бихисап ике ҡатлы трамвайҙар йөрөгән[81] и троллейбусов[82], ләкин ҡала халҡы транспорттың башҡа төрҙәренә өҫтөнлөк биргән һайын был селтәргә көсөргәнеш шул тиклем кәмей, хатта уны юҡ итергә тигән ҡарар ҡабул ителә. Глазго урамдары буйлап һуңғы трамвай 1962 йылдың 4 сентябрендә үтә, ә һуңғы троллейбус — 1967 йылдың майында[83].

Метрополитен станцияһы

1990-сы йылдар башында еңел рельслы транспорт линияһын асып ебәрергә маташалар, әммә проект билдәһеҙ сәбәптәр менән властар тарафынан инҡар ителә[84].

Глазго метрополитены линияһы — нигеҙләү датаһы буйынса донъяла өсөнсө (Лондон һәм Будапешт метрополитендарынан һуң) — 1896 йылда асыла һәм 15 станциялы әйләнәнән тора. 1970-се йылдар аҙағында линия тулыһынса модернизациялана. Глазго метрополитенының пассажирҙар йөрөшө йылына 13 миллиондан ашыу пассажир тәшкил итә. Рәсми булмаған ҡушаматы — The Clockwork Orange («Заводной әфлисун»)[85].

Тимер юл транспорты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Глазго-сентрал вокзалы

Глазго тимер юлдары Transport Scotland милли транспорт агентлығы ҡарамағында тора. Төп станциялары — Глазго-сентрал (көньяҡ йүнәлеш) һәм Куин-стрит (төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш йүнәлештәр) вокзалдары[79]. Глазго-сентрал (1999 һәм 2005 йылдарҙағы милли тимер юл бүләктәренә лайыҡ булыусы)[86] Шотландияның иң йәнле вокзалы булып тора, бында йыл һайын 29 миллиондан ашыу кеше хеҙмәтләндерелә[87]. Куин-стрит вокзалы ташыу күләме буйынса күпкә ҡалыша, бында йылына яҡынса 4 миллион кеше хеҙмәтләндерелә[87].

Элегерәк Глазгола бер нисә паром үткәүелдәре эшләй, ләкин күперҙәр һәм Клайд йылғаһы аҫтынан һалынған тоннель уларҙы тулыһынса тиерлек ҡыҫырыҡлап сығарҙы. Тик бер генә паром үткәүеле — Renfrew-Yoker ferry һаҡланған, ул Шотландияла иң боронғо булып тора һәм Глазгоны йылғаның ҡаршы ярында урынлашҡан Ренфру ҡалаһы менән тоташтыра. Клайд буйлап йылға трамвайҙары (2001 йылдан йылға трамвайҙары йөрөй башлағандан алып был хеҙмәт менән 200 меңдән ашыу кеше файҙаланған)[79], шулай уҡ Waverley экскурсия пароходы йөрөй. Waverley — ҡулланышта булған донъяла иң һуңғы диңгеҙгиҙәр тәгәрмәсле пароход[88]. 2007 йылдың июнендә гидросамолёттар хеҙмәте ебәрелә, ул Глазгоны Аргайл-энд-Бьют округы менән тоташтыра[89].

Глазго халыҡ-ара аэропорты

Глазгоны 2 халыҡ-ара аэропорт хеҙмәтләндерә:

  • Глазго халыҡ-ара аэропорты (GLA) — ҡаланан көнбайышҡа табан 13 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Шотландияның иң ҙур халыҡ-ара аэропорты булып тора, бында 80-дән ашыу йүнәлеш буйынса осоштарҙы хеҙмәтләндерелә. Пассажирҙар ташыу күләме айына миллиондан ашыу кеше тәшкил итә[90] һәм өҙлөкһөҙ арта бара[91].
  • Прествик аэропорты (PIK) — ҡаланан көньяҡ-көнбайышҡа табан 46 км алыҫлыҡта Прествик тирәһендә урынлашҡан. Обслуживает вылеты по 27 йүнәлеш буйынса осоштарҙы хеҙмәтләндерә[92] һәм авиаташыу күләме буйынса Шотландияла өсөнсө урынды биләй[93].

Туғанлашҡан ҡалалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Глазго артабанғы ҡалалар менән туғанлашҡан[94]:

Ил Ҡала Өлкә Дата
Германия Германия Нюрнберг Бавария 1985
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Дондағы Ростов Ростов өлкәһе 1986
Ҡытай ҠХР Далянь Ляонин 1997
Куба Куба Гавана Гавана 2002
Италия Италия Турин Пьемонт 2003
Пакистан Пакистан Лахор Пенджаб 2006
Франция Франция Марсель Прованс — Альп — Лазурный Берег 2006
Фәләстин Дәүләте Фәләстин Дәүләте Вифлеем Вифлеем 2007
  1. Analyser UV02. Дата обращения: 4 август 2007. Архивировано 20 август 2011 года. 2007 йыл 30 сентябрь архивланған.
  2. 2,0 2,1 Mid-Year Population Estimates Scotland, Mid-2017. — 19 April 2018.
  3. https://www.nrscotland.gov.uk/files//statistics/population-estimates/mid-17/mid-year-pop-est-17-publication.pdf 2018 йыл 11 май архивланған.
  4. About Glasgow − Birth of a City 2012 йыл 4 август архивланған.
  5. Sections of the Antonine Wall at Hillfoot Cemetery 2009 йыл 21 февраль архивланған.
  6. Heritage.scotsman.com − St Mungo and his mysterious deeds
  7. Экология каменноугольных лесов 2007 йыл 27 сентябрь архивланған.
  8. 8,0 8,1 8,2 2007 Population Estimates (PDF). Дата обращения: 16 ғинуар 2008. Архивировано 18 август 2011 года. 2008 йыл 27 февраль архивланған.
  9. Demographia.com
  10. 10,0 10,1 10,2 BBC − History − 18th-century Glasgow
  11. The Glasgow Story − Industrial Revolution
  12. Commission for Racial Equality − Ethnicity profiles − Glasgow 2007 йыл 14 июль архивланған.
  13. Faith Communities and Local Government in Glasgow 2011 йыл 30 апрель архивланған.
  14. Glasgow Mosques 2007 йыл 12 октябрь архивланған.
  15. Glasgowarchitecture.co.uk — Scottish Sikh Temple 2007 йыл 15 август архивланған.
  16. Glasgow Scots 2021 йыл 27 февраль архивланған.
  17. Glasgow City Council − Wards 2012 йыл 5 август архивланған.
  18. Glasgow City Council − Council 2004 йыл 19 май архивланған.
  19. При выборах в Парламент Шотландии избирательный округ Глазго включает в себя, помимо агломерации города, область Ратерглен (в составе Южного Ланаркшира). // Glasgow City Council − Elections Framework 2012 йыл 2 август архивланған.
  20. Scotsman.com − Edinburgh and Glasgow must join forces to enter Europe’s super league
  21. Scottish Executive — Two cities are «twin engines» of economy 2014 йыл 14 июль архивланған.
  22. Glasgow City Council — Economic Monitor Review June 2006 2007 йыл 7 октябрь архивланған.
  23. Glasgow City Council — Development Strategy — Key Facts 2007 йыл 11 октябрь архивланған.
  24. 24,0 24,1 Scotland.org − Let Glasgow Flourish
  25. 25,0 25,1 Scotsman.com − Edinburgh UK’s second most prosperous city
  26. Scottish Enterprise — Glasgow Annual report 2005/06 2016 йыл 6 март архивланған.
  27. Scotland.org — Glasgow and Surrounding Areas
  28. BBC News — Boosts continue from culture win
  29. Visitscotland.com − Glasgow City Centre 2007 йыл 10 сентябрь архивланған.
  30. Glasgow’s Merchant City
  31. Glasgow Merchant City Sightseeing Guide
  32. Glasgow launches «square kilometre» BBC News
  33. Glasgow City Council − International financial services district 2009 йыл 9 июль архивланған.
  34. IFSD Glasgow 2007 йыл 4 сентябрь архивланған.
  35. West End by Annie Good 2007 йыл 14 октябрь архивланған.
  36. Glasgow Architecture — Museum of Transport Glasgow 2011 йыл 12 апрель архивланған.
  37. Glasgow — Guide to The West End
  38. 38,0 38,1 West End Festival 2006 йыл 9 ғинуар архивланған.
  39. Visitscotland.com − Glasgow East End 2007 йыл 3 июль архивланған.
  40. Ian R. Mitchell — Walking in Glasgow’s East End
  41. Visitscotland.com − Glasgow South Side 2007 йыл 10 сентябрь архивланған.
  42. Glasgow City Council — Helping hands 2008 йыл 29 февраль архивланған.
  43. North Glasgow CHCP newsletter(недоступная ссылка)
  44. Glasgownorth.org — Strategic Plan 2003—2008 2007 йыл 7 октябрь архивланған.
  45. Scotland Guide — Architecture of Glasgow
  46. Rampantscotland.com — Glasgow Photo Library
  47. Victorian Architecture − Glasgow Guide to Commercial Buildings 2009 йыл 17 февраль архивланған.
  48. Buildings of Greek Thomson
  49. Glasgow City Council — Clyde Bridges 2007 йыл 19 сентябрь архивланған.
  50. Overview of Clyde Arc 2007 йыл 15 август архивланған.
  51. Glasgow City Council — Parks & Gardens 2012 йыл 20 ноябрь архивланған.
  52. 20 Years Cultural Capitals 2007 йыл 22 август архивланған.
  53. Glasgow City Council — Glasgow’s new Poet Laureate named 2012 йыл 5 август архивланған.
  54. Nights out in Glasgow 2007 йыл 6 август архивланған.
  55. Glasgow Guide — Glasgow Theatres 2007 йыл 23 август архивланған.
  56. Glasgow Museums — Kelvingrove Art Gallery and Museum 2007 йыл 17 август архивланған.
  57. Glasgow Museums − Burrell Collection 2010 йыл 6 июнь архивланған.
  58. Glasgow Museums — GoMA
  59. The Independent — The Ten Best: Rock music venues 2008 йыл 27 ғинуар архивланған.
  60. King Tut’s Wah Wah Hut — History 2009 йыл 31 ғинуар архивланған.
  61. Scotland with style − Glasgow Music & Club Scene 2007 йыл 7 октябрь архивланған.
  62. Nights out in Glasgow 2007 йыл 27 сентябрь архивланған.
  63. Scotland’s Cinemas — Glasgow Cinemas
  64. Glasgow City Council — City of Media and Information 2012 йыл 31 июль архивланған.
  65. Glasgow City Council − Education 2012 йыл 15 апрель архивланған.
  66. RCS Haven
  67. Glasgow City Council − Education Services 2012 йыл 1 ноябрь архивланған.
  68. Glasgow City Council − Gaelic Education 2012 йыл 1 ноябрь архивланған.
  69. 69,0 69,1 69,2 Higher Education Statistics Agency
  70. Scottish Enterprise − Geographic profile 2007 йыл 27 май архивланған.
  71. England Football Online  (инг.)
  72. Glasgowhawks.com − History of Anniesland Rugby
  73. http://www.scottishrocks.co.uk/content.asp?ContentID=20 2007 йыл 4 август архивланған.
  74. Glasgow Lions 2008 йыл 10 июнь архивланған.
  75. Scottish Sport − Shinty 2017 йыл 10 октябрь архивланған.
  76. www.commonwealthgames.com 2008 йыл 23 июль архивланған.
  77. Home 2014 йыл 8 ноябрь архивланған.
  78. Карта на Google Maps
  79. 79,0 79,1 79,2 79,3 Glasgow City Council — Transport 2012 йыл 15 апрель архивланған.
  80. Strathclyde Partnership for Transport
  81. Glasgow Trams
  82. Glasgow Trolleybuses
  83. The Glasgow Story − Trolleybuses
  84. Light Rail Transit Association 2011 йыл 20 июль архивланған.
  85. SPT Subway − Facts and figures 2007 йыл 29 декабрь архивланған.
  86. Scotland.com — Glasgow Central
  87. 87,0 87,1 Office of Rail Regulation — Station usage 2013 йыл 22 ғинуар архивланған.
  88. Waverley Excursions 2009 йыл 17 август архивланған.
  89. Visit Britain — New seaplane service from Glasgow(недоступная ссылка)
  90. Glasgowairport.com 2007 йыл 24 июнь архивланған.
  91. SPT — Glasgow Airport Rail Link 2006 йыл 23 июнь архивланған.
  92. Glasgow Prestwick Airport 2007 йыл 7 июль архивланған.
  93. Glasgow Guide — Glasgow Prestwick International Airport 2007 йыл 16 август архивланған.
  94. Glasgow City Council — Twin Cities — Glasgow City Council. Glasgow.gov.uk (25 октябрь 2013). Архивировано 2 апрель 2015 года. 2015 йыл 2 апрель архивланған.

Ҡалып:Муниципальные образования Великобритании со статусом сити