Николай Константинович Дмитриев | ||||
![]() | ||||
Тыуған көнө | ||||
---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Рәсәй империяһы Мәскәү ҡалаһы | |||
Вафат көнө |
22 декабрь 1954 (56 йәш) | |||
Вафат урыны | ||||
Ил | ||||
Ғилми даирәһе | ||||
Альма-матер |
Мәскәү университеты | |||
Ғилми дәрәжәһе |
филология фәндәре докторы (1938) | |||
Ғилми исеме | ||||
Уҡыусылары | ||||
Награда һәм премиялары |
| |||
Дмитриев Николай Константинович (28 август 1898 йыл — 22 декабрь 1954 йыл) — совет төрки телдәре белгесе, төркиәт ғилеменә нигеҙ һалыусы. СССР Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (1943), РСФСР‑ҙың Педагогия фәндәре академияһы академигы (1945), филология фәндәре докторы (1938), профессор (1930). Төрөкмән ССР‑ының (1950), Башҡорт (1947) һәм Сыуаш (1953) АССР‑ҙарының атҡаҙанған фән эшмәкәре. Ленин (1954), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1945) һәм «Почёт Билдәһе» (1944) ордендары кавалеры.
Тәүге ғилми хеҙмәттәрен студент сағында яҙа башлай. 1924 йылда Ғәбитов һәм Вилданов яҙған "Боронғоларҙың һүҙҙәре"исемле мәҡәлдәр йыйынтығына рецензия яҙа. Дауыт Юлтыйҙың "Ҡомартҡыларым"китабына ла баһа бирә. 1926 йылда Бабичтың шиғырҙарын тәүгә руссаға тәржемәләп баҫтыра. Николай Дмитриев Ватан төркиәт мәктәбенә нигеҙ һала, байтаҡ төрки телдәргә, шул иҫәптән башҡорт теленә фәнни тасуирлама бирә. Ул — башҡорт, ҡумыҡ, төрөк, азербайжан, ғағауз, ҡырым-татар, төрөкмән, татар, сыуаш телдәре буйынса фундаменталь хеҙмәттәр авторы. Төрки телдәренең сағыштырма грамматикаһы буйынса күп томлыҡ хеҙмәттең соавторы һәм етәксеһе. Төрки телдәре менән славян телдәренең үҙ-ара йоғонтоһон тикшереү буйынса ғилми-тикшеренеү эштәре алып бара. Милли мәктәптәрҙә рус телен һәм туған телдәрҙе уҡытыу методикаһы буйынса ғилми эҙләнеүҙәр менән шөғөлләнә. 1920—1940 йылдарҙа бер нисә ғилми-тикшеренеү институтында паралель эшләй; Мәскәү дәүләт университетының, Ленинград дәүләт университетының төркиәт кафедраларына һәм секторҙарына, Фәндәр Академияһының Тел ғилеме институтына, Милли педагогика ғилми-тикшеренеү институына етәкселек итә. 1934 йылда Н. К. Дмитриев тәүҙә Ленинградтағы, аҙаҡ Мәскәүҙәге марксизм-ленинизм хеҙмәттәрен тәржемәләүсе-мөхәррирҙәр курстары бүлеге профессоры, был курстарҙың башҡорт, балҡар, ҡаҙаҡ, ҡырым-татар бүлектәре мөдире.
1928—1929 йылдарҙа Николай Константинович Дмитриев СССР Фәндәр Академияһының Башҡортостан комплекслы экспедицияһының БАССР-ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны буйынса лингвистик-фольклор ярым отрядына етәкселек итә. Уның мөхәррирлегендә «Башҡорт халыҡ әкиәттәре» («Башкирские народные сказки; 1941»), «русса-башҡортса һүҙлек» («Русско-башкирский словарь»; 1948) нәшер ителә. Н. К. Дмитриев 1948 йылда рус телендә «Башҡорт теленең грамматикаһы» («Грамматика башкирского языка», М.; Л., 1948) тигән монографияһын баҫтырып сығара. Был хеҙмәт башҡорт тел ғилеме һәм төркиәт ҡаҙаныштары нигеҙендә, экспедициялар, фольклор, һөйләү теле материалдарын файҙаланып яҙылған. Башҡорт тел ғилемендә әҙәби башҡорт теленең фонетикаһын һәм грамматикаһын системалы тасуирлауға арналған тәүге фундаменталь хеҙмәт. Ул өс бүлектән тора. «Фонетика» бүлегендә башҡорт теленең фонетик системаһына тәүге тапҡыр классификация яһала, айырым һуҙыңҡыларҙың (вокализм) һәм тартынҡыларҙың (консонантизм) тарихи үҫеше мәсьәләләре яҡтыртыла, телмәр ағышындағы фонетик үҙгәрештәрҙең төрҙәре (ассимиляция, диссимиляция, протеза, редукция, элизия), сингармонизм һәм баҫым тураһында мәғлүмәт бирелә. «Төп морфологик төшөнсәләр» бүлегендә тәүге тапҡыр төп грамматик категориялар айырып күрһәтелә, һөйләм киҫәктәре, уларҙың һүҙъяһалыштағы үҙенсәлектәре һүрәтләнә. «Ябай һөйләм синтаксисының төп мәсьәләләре» бүлегендә ябай һөйләмдә һүҙ тәртибе, изафет тураһында мәғлүмәт бирелә, эйәрсән һөйләмдәрҙең төп төрҙәре ентекләп ҡарала, килештәрҙең синтаксик функциялары асыҡлана. Монография башҡорт теленә тәржемә ителеп, 1950 йылда Өфөлә Башҡоротостан китап нәшриәтендә донъя күрә.