Дәүләкән районы Башҡортостан республикаһының көньяҡ-көнбайышында Дим йылғаһының түбәнге өлөшөндә, уның ике яҡ ярҙары буйында урынлашҡан. 1930 йылдың 20 авгусында ойошторолған. Майҙаны — 1875 км². Район үҙәге — Дәүләкән ҡалаһы.
Дәүләкән районы Ауырғазы, Шишмә, Благовар, Бүздәк, Бәләбәй, Әлшәй, Ҡырмыҫҡалы райондары менән сиктәш.
2002 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса халыҡ һаны — 42,1 мең кеше. Күпселекте башҡорттар (45,77 %), урыҫтар (21,2 %) һәм татарҙар (20,35 %) тәшкил итә.
Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 1 км2 22 кеше.
Районда 91 ауыл бар.
Район биләмәләре Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә ята.
Климаты йылы һәм ҡоро. Район биләмәләре аша Дим, Кесе Өйҙөрәк, Оло Өйҙөрәк, Ҡарамалы, Сәрмәсән, Өршәк, Төйлән йылғалары аға. Көнбайышында Асылыкүл урынлашҡан.
Дәүләкән районы аша Силәбе — Өфө — Һамар тимер юлы, Шишмә — Дәүләкән — Ҡырғыҙ-Миәкә һәм Бүздәк — Дәүләкән — Ауырғазы автомобиль юлдары үтә.
1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
- Милли составы
2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ һанын иҫәпкә алыу мәғлүмәттәре буйынса: башҡорттар — 36,3 %, урыҫтар — 36,1 %, татарҙар — 17,5 %, сыуаштар — 3,4 %, украиндар — 3,3 %, башҡа — 3,4 %[15].
- Әхиәр Хәким 23 август 1929 йыл — 27 декабрь 2003 йыл) — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2001), тәржемәсе, тәнҡитсе-ғалим, филология фәндәре кандидаты (1967); башҡорт халҡының йылъяҙмасыһы. Яңы Йәнбәк ауылында тыуған.
- Бабичева Таңсулпан Даһи ҡыҙы (15 май 1953) — башҡорт театр һәм кино актёры, юғары мәктәп уҡытыусыһы, профессор (2005). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1981), Рәсәй Федерацияһының (2000) һәм Башҡортостан Республикаһының (1994) халыҡ артисы. Дәүләкән ҡалаһында тыуған.
- Ураҡсина Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы (19 октябрь 1950 йыл — 23 август 2015 йыл) — башҡорт балалар шағиры, яҙыусы, фольклорсы, тәржемәсе, педагог. СССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1991). Филология фәндәре кандидаты. Яңы Яппар ауылында тыуған.
- Абдуллина Лариса Хашим ҡыҙы (28.07.1975), шағир, тәржемәсе, журналист. Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (2008), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2016), киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә ТӨРКСОЙ премияһы лауреаты (2018). Мәкәш ауылынан.
- Арыҫланов Риф Хәмит улы (14.06.1968), композитор, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналының баш режиссёры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1913). Ҡаҙырғол ауылынан.
- Бобрик Борис Фёдорович (11.07.1933—21.07.2013), хужалыҡ эшмәкәре. 1994—2003 йылдарҙа «Востокнефтепроводстрой» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры. Рәсәй Федерацияһының Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1996), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1987). СССР-ҙың 7‑се саҡырылыш Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 1‑се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Ленин (1973) һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1968, 1981) ордендары кавалеры. Дәүләкән ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы (2002).
- Камалов Миңлеғәли Хажиғәли улы (9.03.1928—8.04.1998), ғалим-табип-хирург, дәүләт һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәре. Медицина фәндәре кандидаты (1959). Башҡорт АССР-ының 1960—1987 йылдарҙағы һаулыҡ һаҡлау министры һәм БАССР-ҙың 6—11 саҡырылыш Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 12 саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1998), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1975). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм ике «Почёт Билдәһе» ордендары (1961, 1966) кавалеры. Суйынсы ауылынан[16].
- Пацков Юрий Алексеевич (13.04.1934—31.05.2001), архитектор, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1964 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1979). Раев ауылынан[17].
- Сафин Фаил Ғабдулла улы (20.01.1959, ғалим-социолог. Тарих фәндәре докторы (2001). Бик-Ҡарамалы ауылынан[18].
- Сафина Зөмәйрә Раян ҡыҙы (13.06.1961), «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының «Юлдаш» һәм «Ашҡаҙар» радиоһы журналисы һәм тапшырыуҙар алып барыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2018).
- Сәлимгәрәева Рәмилә Миңлеғәли ҡыҙы (5.06.1950), башҡорт театр актёры, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1986). Хөсәйен ауылынан.
- Фазлиәхмәтов Азат Миҙхәт улы (23.02.1967), «Юлдаш» радиоһы журналисы һәм тапшырыуҙар алып барыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2015). Суйынсы ауылынан.
- Хоҙайғолова Рәмилә Ниғмәтйән ҡыҙы (12.10.1942) — театр актёры, 1967 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989). Дүртөйлө ауылынан.
- Хужин Рәшит Малик улы (29.09.1943), ауыл хужалығы ветераны. 1984—2006 йылдарҙа «Өршәк» колхозы рәйесе. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Райондың почётлы гражданы. Яңы Йәнбәк ауылынан.
- Шакиров Мөхлис Баҙыҡ улы (1.01.1924), партия һәм ауыл хужалығы эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1963—1985 йылдарҙа Дүртөйлө районы ауыл хужалығы идаралығы начальнигы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1983), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған агрономы (1976). Ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1944, 1945), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1967, 1970) һәм «Почёт Билдәһе» (1974) ордендары кавалеры. Мәкәш ауылынан[19].
- Әхмәрова Зәкиә Абдулла ҡыҙы (13.03.1919—22.06.2006), театр актёры. 1953 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1940—1990 йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театры актёры, театрға нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1958). Яңы Йәнбәк ауылынан[20].
- ↑ Предварительная оценка численности населения Республики Башкортостан на 1 января 2016 года по муниципальным образованиям (билдәһеҙ). Дата обращения: 21 февраль 2016. Архивировано 21 февраль 2016 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность населения СССР, РСФСР и ее территориальных единиц по полу (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Численность населения субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более (урыҫ)
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Динамика численности населения МР Стерлитамакский район
- ↑ 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
- ↑ Оценка численности Республики Башкортостан постоянного населения на 1 января 2009-2016 годов
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ) — Росстат, 2013. — 528 с.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2017.
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения по Республике Башкортостан (билдәһеҙ) (pdf). Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. Дата обращения: 5 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года.(недоступная ссылка)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Камалов Миңлеғәли Хажиғәли улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 5 март 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Пацков Юрий Алексеевич 2016 йыл 22 апрель архивланған.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Сафин Фаил Ғабдулла улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 11 ғинуар 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Шакиров Мөхлис Баҙыҡ улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 27 декабрь 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Әхмәрова Зәкиә Абдулла ҡыҙы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 12 март 2019)