Желтоводский Макарьево монастыры | |
Нигеҙләү датаһы | 1434 |
---|---|
![]() | |
Нигеҙләүсе | Макарий Желтоводский[d] |
Дәүләт |
![]() |
Административ-территориаль берәмек | Макарьево[d] |
Епархия | Лысковская епархия[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Культурное наследие России/Нижегородская область/Лысковский район[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][1] |
Рәсми сайт | makarevskij-monastyr.ru |
Указания, как добраться | Набережная улица, 1 |
![]() | |
![]() |
Изге Троица-Макарьево-Желтоводский монастыры[2] — ҡатын-ҡыҙҙар православие монастыры. Волга йылғаһының һул ярында урынлашҡан, Түбәнге Новгород өлкәһенең Макарьево ҡасабаһында тора.
XV быуаттың беренсе яртыһында Преподобный Макарий Желтоводский һәм Унженский монастырға нигеҙ һалған. Исеме монастырь янындағы Желтое күленән алынған. Волга, үҙенең йүнәлешен үҙгәртеп, ваҡыт үтеү менән күлде йота, һәм монастырь Волга ярында тороп ҡала.
Соборҙың үҙәк тәхете Изге Троица хөрмәтенә изгеләндерелә, шуға күрә ул Троицкий монастыры тип атала.
1439 йылда собор Оло-Мөхәммәд хан тарафынан яндырыла, үҙ белдеге менән буш участоктарға килгән монахтар үлтерелә, ә Изге Макарий әсирлеккә алып кителә. Ҡазан ханы Оло-Мәхмәт игумендың күркәм ҡиәфәтенә айырым иғтибар йүнәлтә. Әсирҙәрҙе килтерелгән кеше һөйләүенсә: «Был бик тыныс холҡло ир; һүҙҙә лә, эштә лә үҙҙәренекенә генә түгел, хатта беҙҙең ҡәбиләләштәребеҙгә лә бер ниндәй ҙә яуызлыҡ эшләмәй, зыян килтермәй, беҙ ултырған ерҙәрҙе биләмәй, уны тартып алмай». Шунда хан хәрби етәкселәренә асыу менән: «ни өсөн һеҙ беҙҙең менән бәхәсләшмәгән шундай изге ирҙе мыҫҡыл иттегеҙ, уның торлағын таланығыҙ? Бының өсөн һеҙгә Аллаһ асыуланырын белмәйһегеҙме ни?» Быларҙы әйткән Оло-Мәхмәт ғәйепһеҙ ирҙе азат итергә ҡуша. Азатлыҡ алған Преподобный Макарий башҡа тотҡондарҙы ла азат итеүҙе һорай. 400[3] ир-ат һәм бер нисә ҡатын-ҡыҙ менән балалар бығауҙан азат ителә.
Тыуған иленә әйләнеп ҡайтҡанда юлсылар, Свияга йылғаһы тамағының уң яҡ ярында туҡтала. Макарий был урында ял итер өсөн генә түгел, ә унда монастырь ҡороу өсөн урын һайларға туҡтала, сөнки был урын ҡалҡыулыҡта урынлашҡан, уны өс яҡтан тауҙар елдәрҙән һаҡлап тора. Мул һыу сығанаҡтары ерҙе һуғара. Шунан һуң был ер преподобный доғалары менән изгеләндерелә.
Ҡазан ханы уларға үҙ территорияһында ҡалырға рөхсәт итмәй, һәм юлсылар үҙҙәренә икенсе урын эҙләп китә. Ниһайәт, улар, Галич ерҙәренә барып сыға һәм Унжа ҡалаһында туҡтап ҡала. Преподобный Макарийҙы урындағы халыҡ шатлыҡ менән ҡабул итә, уны хөрмәтләй һәм хәстәрлек менән уратып ала. Әммә тәү сиратта Хоҙай Батшалығын эҙләүсе Макарий ҡаланан ситкә сығып китә. (Мф. 6, 33). Ҡаланан 15 саҡрым алыҫлыҡта, ҡалҡыулыҡтағы буш урында, Унжа йылғаһының уң ярында, изге Макарий хөжрә ойоштора. Шулай итеп Желтоводский Макарьево-Унженский монастыры барлыҡҡа килә. Кешеләрҙе яратыусы, мәрхәмәтле Макарий янына монахтар ағылып килә башлай. Тиҙҙән был урында монастырь төҙөлә, әммә изге ҡарттың аҡыллы һүҙҙәрен тыңлау монахтарға оҙаҡҡа һуҙылмай. 95-се йәше менән барған ҡарт 1444 йылдың 25 июлендә баҡыйлыҡҡа күсә. Вафат булған саҡта ул монахтарға «үҙенең ҡоллоҡтан ҡотолоу иҫтәлегенә» Свияга йылға тамағы ярында, үһе һайлап алып, изгеләндергән урында, монастырь төҙөргә ҡуша. Әммә монахтар ул ваҡытта изге Макарийҙың был васыяттын тормошҡа ашыра алмай…
Һигеҙ йыл буйына Никон монастырҙа православиеға уҡый, ул 1624 йылға тиклем монахлыҡҡа әҙерләнә.
Монастырҙың суднолар йөрөй торған уңайлы урында тороуы һәм игумендарҙың тырышлығы менән монастырь тирәһендә йәрминкәләр ойошторолған. Макарьев тип йөрөтөлгән йәрминкә Рәсәйҙә һәм хатта Европала иң ҙур йәрминкә булған. Ошо йәрминкәләр аҡсаһына монастырь төҙөлә, уның таш ҡаралтылары күтәртелә. 1653-56 йылдарҙағы сиркәүҙең икегә айырылыуы менән Керженец йылғаһы старообрядлыҡҡа күскән кешеләрҙең таянысы булып тора. Сәйәси сәбәптәр буйынса Макарьев йәрминкәһе 1817 йылда Түбәнге Новгородҡа күсерелә (әммә «Макарьев» исемен юғалтмай), монастырь килеме әҙәйә, монастырь штаттан сығарыла, унда ҙур янғын була һәм монастырь бөтөрөлә. Уның имен ҡалған иконалары Александр Невский соборына мираҫҡа бирелә[4]. 1883 йылда монастырь яңынан тергеҙелә, әммә инде ҡатын-ҡыҙҙар монастырына әйләнә. 1917 йылда монастырҙа 300-гә яҡын ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнә[5]. Совет власы йылдарында монастырь бөтөрөлә. 1928-1929 йылдарҙа унда балалар йорто урынлаша. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында — эвакогоспиталь тора, 1943 йылда монастырь Лысково зооветеринария техникумына бирелә, ә монастырь ҡорамдарында мал һәм мал аҙығы тоталар.
2007 йылда[8] монастырҙа булған ҡорамдар:
Монастырь ҡәлғә диуарҙары һәм манаралар менән уратылған.