Кансай халыҡ-ара аэропорты

Кансай халыҡ-ара аэропорты


Кансай аэропорты һауанан күренеше
KIX (Япония)
Точка
KIX
Ил:
Регион:
Япония
Осака префектураһы
Төр: граждандар
ИКАО коды:
ИАТА коды:
RJBB
KIX
Бейеклеге:
Координаттар:
+15 м
34°25′44″ с. ш. 135°14′46″ в. д.HGЯO
Урындағы ваҡыт: UTC +9
Эш ваҡыты: тәүлек әйләнәһенә
Эксплуатант: Kansai International Airport Corporation (KIAC)
Сайт: kiac.co.jp/en/


Осоп-ултырыу юлдар(ОУЮ)
Һан Ҙурлығыы Япма
06R/24L 3500 м асфальт
06L/24R 4000 м асфальт
Проект:Авиация

Кансай халыҡ-ара аэропорты (яп. 関西国際空港;кансай кокусай ку: ко:) — ҙур ҡоролмалар комплексынан торған аэропорт, Ренцо Пиано проекты буйынса Японияның Осака ҡалаһы йәнәшендәге Осака ҡултығының уртаһында[1], яһалма уртауҙа төҙөлгән.

1960 йылға Кинки төбәгенә Токионан инвестициялар туҡтатыла, шуға күрә проектлаусылар яңы аэропорт төҙөргә ҡарар итәләр[2]. Тирә-яҡ район халҡы ныҡ тауыштан интеккәнгә күрә, кешеләр күпләп йәшәгән ерҙә Осака халыҡ-ара аэропортын ҙурайтып булмай.

Яңы Токио халыҡ-ара аэропортында (хәҙер Нарита халыҡ-ара аэропорты) шул уҡ проблемалар булғанға күрә, планлаштырыусылар яңы аэропортты яр буйынан йырағыраҡ төҙөргә ҡарар итә. Иң беренсе аэропорт Кобе ҡалаһы йәнәшендә төҙөлөргә тейеш була, тик Кобе муниципалитеты рөхсәт бирмәгәс, аэропорт көньяҡҡараҡ, Осака ҡултығына күсерелә.

Бында, кеше йәшәгән ерҙән йыраҡта, аэропорт тәүлек әйләнәһенә эшләй ала, осоп киткән һәм килеп ултырған самолеттарҙың тауышы кешеләргә ҡамасауламай. Урындағы балыҡсылар ғына ҡаршы төшә, тик уларға ла мул ғына ташлама түләнә.

Проектлаусылар ҡултыҡ уртаһына 4000 метр оҙонлоҡтағы һәм 1000 метр киңлектәге яһалма утрау өйөргә тәҡдим итә. Был ҡоролма аяуһыҙ тайфундарға, көслө ер тетрәүҙәренә һәм цунамиҙарға бирешмәҫкә тейеш була.

Төҙөлөш 1987 йылда башлана. Ҙур таштарҙан һәм 48000 бетон блоктарҙан күтәрелгән диңгеҙ стенаһы 1989 йылда төҙөлөп бөтә. Ул буласаҡ утрауҙың сиктәрен билдәләй. Диңгеҙ төбөндәге 21 миллион кубометр ерҙе тығыҙлау һәм диңгеҙ өҫтөнән 30 метр бейеклегендәге өйөмдө күтәреү өсөн 10000 эшсе, 10 миллион эш сәғәте, 80 карап кәрәк була. 1990 йылға яһалма утрауҙы Осаканың ҡала ситендәге Ринку ҡаласығы менән тоташтырыусы 3 километр оҙонлоғондағы күпер төҙөлөп бөтә (хаҡы 1 миллиард доллар).

Утрау яйлап ҡына, ерҙең баҫылыуы һәм тығыҙланыуы ыңғайына, диңгеҙгә батырлыҡ итеп проектлаштырылған. Тик бөгөнгө көндә утрауҙың батыуы планда ҡаралғандан 8 сантиметрға күберәк. Был проект — 20 йыл планлаштырылған, 3 йыл төҙөлгән, бер нисә миллиард доллар инвестиция һалынған иң ҡиммәт проект.

1991 йылда терминал төҙөлә башлана. Ерҙең баҫылыуын кәметеү өсөн, терминалдың бинаһы махсус бағаналар менән ҡоролған, кәрәккән ваҡытта тимер таяуыстар ҡыҫтырып бинаны ҡыйшайып емерелеүҙән һаҡлап ҡалырға була. Аэропорт 1994 йылда сафҡа инә.

1995 йылдың 17 ғинуарында Рихтер шкалаһы буйынса 7 баллы, «Кобе ер тетрәүе» тигән исемле, бик ҡурҡыныс ер тетрәүе була. 6434 кеше һәләк була, ә аэропорт, уңышлы проектланыу арҡаһында, төҙөк ҡала. Һуңыраҡ, 1998 йылда аэропорт өҫтөнән тайфун үтә, ел тиҙлеге сәғәтенә 200 километрға етә. Бина, самолет ҡанатын хәтерләткән конструкциялы булғанға, бирешмәй.

1994 йылдың 4 сентябрендә асылған аэропорт бер нисә авиакомпанияға база хеҙмәтен үтәй. Ҙур ҡалалар Кобе, Осака, Киото урынлашҡан Кинки регионына аэропорт һауа ҡапҡаһы булып тора. Шулай ҙа, ҡайһы бер эске рейстар элек төҙөлгән һәм уңайлыраҡ урынлашҡан Осака халыҡ-ара аэропортынан, йә булмаһа, Кобелағы яңы аэропорттан оса. Кансай аэропорты Нарита аэропортына алмаш булараҡ сит ил туристары һәм сит илгә сәйәхәтселәр өсөн төҙөлә.

Кансай аэропортының дөйөм хаҡы — 15 миллиард доллар, йәғни бюджеттың 40 % тәшкил итә. Иң күп сығымдар утрауҙың һыу аҫтына китеүе менән бәйле. Әлеге ваҡытта был процесс әкертенәйгән һәм аэропорттың эшенә бер нимә лә ҡамасауламай. Аэропорттың әле булһа бурысы бар һәм йыл һайын 560 миллион доллар аҡса юғалта. Шуға күрә аэропортҡа самолеттарҙың ултырыу хаҡтары ныҡ юғары (һәр Боинг-747 самолетынан 7500 доллар), Нарита аэропортынан ҡала ҡиммәтселеге менән 2-се урында килә. Самолеттарҙың Кансай аэропортынан осоуын күбәйтеү маҡсатында төрлө ташламалар ҡулланыла.

Кансай аэропорты Нарита аэрортына алмаш итеп сит ил туристары һәм сит илгә сәйәхәт итеүселәр өсөн төҙөлә. Көньяҡ Токио һәм Канагва префектураһында йәшәүселәр өсөн Токио аэропортынан Нарито аэропортына осоуға ҡарағанда, Токио халыҡ-ара аэропортынан Кансай аэропортына булған рейс әҙерәк ваҡытты ала.

Кансай аэропорты терминалы интерьеры

Әлеге ваҡытта утрауҙың баҫылыу тиҙлеге йылына 7 сантиметр тәшкил итә (1994 йылда — 50 см). Утрауҙың баҫылыуы нормалағы күрһәткестәр менән тигеҙләшкәс, 2003 йылда аэропорт операторҙары 4000 метр оҙонлоғондағы икенсе осоу- ултырыу юлын төҙөй башлай. Бының өсөн беренсеһе йәнәшенә бер нисә метрға бейегерәк итеп икенсе яһалма утрау өйәләр. Улар бер береһе менән тар ғына муйын менән тоташа. Оҙаҡламай икенсеһе лә беренсе утрау менән тигеҙләнәсәк.

Проект хаҡы 1,56 триллион йен (яҡынса 15 миллиард доллар) тора. Икенсе осоу-ултырыу юлы 2007 йылдың 2 авгусында сафҡа индерелә. Киләсәктә терминалдың икенсе бинаһын төҙөү һәм 3500 метрлы өсөнсө осоу-ултырыу юлын төҙөү ҡаралған.

Төньяҡ терминал

1987—1994 йылдарҙа төҙөлгән. 3 ҡатлы бинаһы бар. 3-сө ҡатында — тикшереү һәм теркәлеү, 2-се ҡатта — сығыу урыны, 1-се ҡатта — дьюти-фри-магазиндары һәм ресторандар. Терминал 9 эскалатор, 3 быяла лифт менән йыһазландырылған

  • Air Canada
  • Air Tahiti Nui
  • Alitalia
  • All Nippon Airways
  • Asiana Airlines
  • Cathay Pacific
  • China Southern Airlines
  • EVA Air
  • Finnair
  • Garuda Indonesia
  • KLM Royal Dutch Airlines
  • Korean Air
  • Malaysia Airlines
  • MIAT Mongolian
  • Nepal Airlines
  • Northwest Airlines
  • Qatar Airways
  • Qantas
    • Jetstar Airways
  • Shanghai Airlines
  • Thai Airways International
  • Turkish Airlines
  • United Airlines
  • Uzbekistan Airways

Көньяҡ терминал

1994—1999 йылдарҙа төҙөлгән. 4 ҡатлы бинаһы бар. Бинала алты траволатор һәм ике быяла лифт ҡуйылған. Үткәреү һәләтлеге — йылына 12 миллион пассажир. Иммиграция һәм таможня тикшереүҙәр 3-сө ҡатта, ә сығыу урыны һәм теркәлеү 2-се ҡатта урынлашҡан. Дьюти-фри-магазиндары һәм ресторандар һәр бер ҡатта бар, шулай ҙа күберәге 1-се һәм 4-се ҡатта.

  • Air Caledonie International
  • Air China
  • Air France
  • Air India
  • Air New Zealand
  • China Airlines
  • China Eastern Airlines
  • EgyptAir
  • Emirates
  • Hainan Airlines
  • Japan Airlines
  • Lufthansa
  • Philippine Airlines
  • Singapore Airlines
  • Vietnam Airlines
  • Vladivostok Air
  • Xiamen Airlines