Кәримова Эльвина Хәйҙәрйән ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() |
Спортта ил өсөн сығыш яһай |
![]() |
Тыуған көнө | 25 март 1994 (31 йәш) |
Тыуған урыны | Златоуст, Силәбе өлкәһе, Рәсәй |
Һөнәр төрө | ватерполист, йөҙөүсе |
Спорт командаһы ағзаһы | Женская сборная России по водному поло[d] |
Масса | 62 килограмм |
Спорт төрө | Һыуҙа туп уйнау |
Ҡатнашыусы | летние Олимпийские игры 2016[d], Водное поло на летних Олимпийских играх 2016 (женщины)[d][2] һәм water polo at the 2020 Summer Olympics – women's tournament[d][2] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Бейеклеге/буйы | 166 сантиметр |
Кәримова Эльвина Хәйҙәрйән ҡыҙы (25 март 1994 йыл) — Рәсәй ватерполисткаһы, «Уралочка-ЗМЗ» ватерпол клубының һәм Рәсәй йыйылма командаһының һөжүмсеһе. Атҡаҙанған спорт мастеры[3]. Башҡорт[4].
Балаҡатай районының Ҡәҙер ауылында тыуа һәм бала сағы шунда үтә. Ғаилә Златоуст ҡалаһына күсенгәс, туғыҙ йәшенән Эльвинаны «Уралочка» спортклубына (тренеры — Михаилу Накаряков) бирәләр[4].
«Уралочка-ЗМЗ» командаһында һөжүмсе булып сығыш яһай. 2011 йылда (15 йәшендә) спорт мастеры нормативын үтәй[5].
Рәсәй Йәштәр йыйылма командаһы өсөн сығыш яһап, донъя (2009, 2012) һәм Европа беренселегендә еңеү яулай (2010, 2012)
2013 йылда Универсиада еңеүсеһе була һәм халыҡ-ара кластағы спорт мастеры спорт исеме бирелә[6].
Силәбе дәүләт университетының ситтән тороп һәм дистанцион белем алыу факультеты студенты.