Мира Ступица

Мира Ступица
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Сербия
 Сербтар, хорваттар һәм словендар короллеге[d]
 Югославия короллеге
 Югославия Социалистик Федератив Республикаһы[d]
Тыуған ваҡыттағы исеме сер. Мирослава Тодоровић
Тыуған көнө 17 август 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[2][3][4]
Тыуған урыны Гнилане[d]
Вафат булған көнө 19 август 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[4] (93 йәш)
Вафат булған урыны Белград, Сербия
Бер туғандары Бора Тодорович[d]
Хәләл ефете Миятович, Цвиетин[d], Боян Ступица[d] һәм Миливойе Попович-Мавид[d]
Һөнәр төрө кино актёры, телевидение актёры, актёр
Эшмәкәрлек төрө актёрлыҡ оҫталығы[d][5] һәм мемуарная литература[d][5]
Эш урыны Yugoslav Drama Theatre[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 2011
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Мира Ступица Викимилектә

Мирослава «Мира» Ступица (ҡыҙ фамилияһы Тодорович; сер. Мирослава Мира Ступица; 17 август 1923, Серегән, Сербтар, хорваттар һәм словендар короллеге (хәҙер Косово һәм Метохия, Сербия) — 19 август 2016, Белград, Сербия) — Югославия серб актёры.

Гимназия уҡытыусылары ғаиләһендә тыуған. Бора Тодоровичтың апаһы. Мәктәптә уҡыған сағында уҡ үҙешмәкәр театрҙа сығыш яһай башлай. 1940 йылда Белградта Художество театрының актерҙар студияһын тамамлай. 1941 йылдан — Белградтың Милли театры актрисаһы. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында һәм унан һуң Шабац (1943—1945) һәм Ниш (1945—1947) театрҙарында уйнай, шунан Һуң Белградтағы Милли театрға ҡайта.

1948—1955 һәм 1957—1963 йылдарҙа — Белградта Югославия драма театры актрисаһы, 1955—1957 йылдарҙа — Загребта Хорват милли театрында уйнай. 1964 йылдан — йәнә Белградтың Милли театры актрисаһы.

Үҙенең бай экспрессияһы, эмоционаллеге һәм илһамландырыусы темпераменты менән билдәле, шулай уҡ актерлыҡ оҫталығына универсаль һәләттәргә эйә була, был уға драма һәм комедия ролдәрен берҙәй уйнарға һәм жанрҙар араһындағы кәртәләрҙе уңышлы еңеп сығырға мөмкинлек бирә. Мирослава Ступица төрлө образдар тыуҙыра: Лючета (Гольдониҙың «Кьоджи ирешеүҙәре» пьесаһы), Дунька («Любовь Яровая»), Петрунела (Држичтың «Дундо Маройе»), Негина («Таланттар һәм һөйөүселәр»), Глафира («Егор Булычев һәм башҡалар»), Лауренсия («Фуэнтеовехуна»), Василиса («На дне»), Мелита (Крлежиның «Леда») һәм башҡалар.

Кинола төшә. 60-ҡа яҡын кино- һәм телефильмдарҙа, сериалдарҙа уйнай.

Инсульттан һуң вафат була.

Өс тапҡыр никахта була. 1943 йылда популяр серб актеры Миливойе Мавид Поповичҡа (1909-94) кейәүгә сыға, ул ҡатынынан 14 йәшкә өлкәнерәк була. 1948 йылда режиссер Боян Ступицаға кейәүгә сыға, ул1970 йылда вафа була.1973-1993 йылдарҙа — Югославия Социалистик Федератив Республикаһы Президиумы рәйесе Цвиетин Миятович менән никахта була.

Мира Ступица Сербияның почта маркаһында. 2019 йылғы «Сербияның бөйөк актёрҙары» серияһынан

Һайланма фильмографияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 2011 — Парад — Ольганың өләсәһе
  • 1973 — Смертельна весна
  • 1971 — Завтрак с дьяволом — Ольга
  • 1969 — Кровавая сказка
  • 1968 — Солнце чужого неба
  • 1968 — Герои
  • 1967 — Пальма среди пальм
  • 1966 — Опечаленная родня — Сарка
  • 1962 – Степь – Настасья
  • 1964 — Мужская компания — Мирослава
  • 1957 — Маленький человек — Мишаның әсәһе
  • 1956 — Сеть
  • 1955 — Ханка
  • 1954 — Загубленные жизни — Андя, хужабикә
  • 1951 — Баконя фра-Брне — Маша
  • Аҡ фәрештә миҙалы (2001 йылдың 28 декабре, Сербия һәм Черногория)[6]
  • Павле Вуйсич премияһы
  • Актёрлыҡ ҡаҙаныштары өсөн Стерия премияһы
  • Йоаким Вуич статуэткаһы
  • Театральная энциклопедия. Том 4/ Глав. ред. П. А. Марков. — М.: Советская энциклопедия, 1965.