Нанотехнология | |
Өйрәнеү объекты | наноматериал[d] |
---|---|
Нанотехнология Викимилектә |
Нанотехноло́гия — фундаменталь һәм ғәмәли фән һәм техника өлкәһе, ул тикшеренеүҙәрҙең практик методтарын барыһы бергә, анализ һәм синтез, шулай уҡ айырым молекулалар һәм атомдарға контроль аҫтында тәьҫир итеп, алдан билдәләнгән атом төҙөлөшлө продукттарҙы эшләп сығарыу һәм ҡулланыу методтарын теоретик нигеҙләү менән эш итә.
Әлегә (2018—2019 йылдарҙа) донъяла нанотехнологии һәм нанопродукцияны һүрәтләй торған берҙәм стандарт ҡабул ителмәгән. «Нанотехнология» төшөнсәләре араһында ошондайҙары бар :
совокупность технологических методов, применяемых для изучения, проектирования и производства материалов, устройств и систем, включая целенаправленный контроль и управление строением, химическим составом и взаимодействием составляющих их отдельных элементов нанодиапазона.
Нанотехнологиялар практик яҡтан -атомдар, молекулалар һәм нанокиҫәксәләрҙе булдырыу, эшкәртеү һәм улар менән эшләү өсөн кәрәк булған ҡорамалдар һәм уларҙың компоненттарын эшләп сығарыу. Объекттың һыҙма үлсәменең берәүһе булһа ла 100 нм булырға тейеш түгел тип иҫәпләнә —был атом төҙөлөшө контроль аҫтында айырым атомдар кимәлендә булдырылған, йәки үҙендә нанообъекттары булған макрообъекттар булыуы мөмкин. Киң мәғәнәлә был термин ошондай объекттарҙы диагностикалау, һүрәтләү һәм тикшереүҙе үҙ эсенә ала.
Нанотехнологиялар ғәҙәти фәндәрҙән сифат яғынан айырыла, сөнки бындай масштабтарҙа йыш ҡына ғәҙәти материя менән эш итеүҙә макроскопик технологиялар ҡулланып булмай, ә ғәҙәти масштабтарҙа шул хәтле көсһөҙ генә микроскопик күренештәр : айырым атомдар һәм молекулалар йәки молекулалар агрегаттары, квант эффекты сифаттары һәм тәьҫир итешеүе (мәҫәлән, Ван-дер-Ваальс көстәре) күпкә әһәмиәтлерәккә әйләнә.
Нанотехнология һәм бигерәк тә молекуляр технология — яңы, әлегә әҙ тикшерелгән фәндәр. Был өлкәлә эшләнергә тейеш тип күҙалланған асыштар әлегә эшләнмәгән. Шуға ҡарамаҫтан, үткәрелгән тикшеренеүҙәр практик һөҙөмтәләр бирә лә инде. Нанотехнологияла алдынғы фәнни ҡаҙаныштарҙы ҡулланыу уны юғары технологиялар рәтенә индерергә мөмкинлек бирә.
Хәҙерге заманда электроника үҫеше ҡорамалдарҙың дәүмәле бәләкәйләнеү юлынан бара. Икенсе яҡтан, етештереүҙең классик ысулдары ҡоролмаларҙың дәүмәле бик ныҡ бәләкәйләнмәй, ә иҡтисади сығымдар экспоненциаль арта барыу менән бәйле тәбиғи һәм технологик ҡаршылыҡҡа етеп килә. Нанотехнология —электроника һәм башҡа фәнни яҡтан төплө нигеҙләнгән производстволарҙың үҫешендә булырға тейешле киләһе аҙым.
Объекттарҙы атом кимәлендә тикшереү мөмкинлеге тураһында тәүге фараздар Исаак Ньютондың 1704 йылда сыҡҡан «Opticks» китабында яҙылған. Ньютон килсәктә берәй ваҡыт микроскоптар «корпускулалар серен» асыр тип өмөтләнә[4].
«Нанотехнология» терминын беренсе булып Норио Танигути 1974 йылда 3уллана[5] Ул был термин менән бер нисә нанометр ҙурлыҡтағы изделиелар етештереүҙе атай. 1980 йылдарҙа был терминды Эрик К. Дрекслер «Машины создания: Грядущая эра нанотехнологии» («Engines of Creation: The Coming Era of Nanotechnology») һәм «Nanosystems: Molecular Machinery, Manufacturing, and Computation» тигән китаптарында ҡуллана. Уның тикшеренеүҙәрендә бер нисә нанометр ҙурлыҡтағы ҡорамалдарҙың эшен анализларға мөмкинлек биргән математик иҫәпләүҙәр төп урынды алып тора.
Нанотехнология Викиһүҙлектә | |
Нанотехнология Викимилектә | |
Нанотехнология Викияңылыҡтарҙа |
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?: |