Митрофан Иванович Неделин (27 октябрь (9 ноябрь) 1902 йыл — 24 октябрь 1960 йыл, Байконур) — СССР хәрби етәксеһе. СССР-ҙың ракета ғәскәрҙәренең тәүге баш командующийы, (1959—1960), Совет Армияһы Артиллерияһы командующийы (1950—1952). СССР-ҙың стратегик тиәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәрен (РВСН) булдырыуға, ракета-ядро ҡоралын эшләү, һынау һәм ҡоралланыуға индереүгә ҙур өлөш индерә. Артиллерияның баш маршалы (1959 йыл 8 май). Советтар Союзы Геройы (1945 йыл 28 апрель). КПСС Үҙәк Комитетына ағзалыҡҡа кандидат (1952—1960). СССР Юғары Советының IV һәм V саҡырылыш депутаты.
Неделиндар дворян нәҫеленән[4] (башҡа фараз буйынса, эшсе ғаиләһендә тыуған, 1909—1913 йылдарҙа башланғыс-мәхәллә мәктәбендә уҡыуы ла шуның менән аңлатыла). 1917 йылға тиклем Липецк реаль училищеһында уҡый (күрәһең, тамамлай алмай, сөнки һуңынан киске мәктәптә уҡый), артабан тимер юл оҫтаханаһында эшләй.
1920 йылдың мартынан 1923 йылға тиклем РККА-ла, Граждандар һуғышында ҡатнаша, ҡыҙылармеец. 1924 йылдан РКП(б) ағзаһы. 1924 йылдна йәнә Ҡыҙыл армияға саҡырыла.
Комсоставты камиллаштырыу артиллерия курстарын (1934, 1929) һәм Комсоставты камиллаштырыу академия курстарын тамамлай (1941).
1937—1939 йылдарҙа Испаниялағы граждандар һуғышында республика хөкүмәте яғында ҡатнаша.
1939 йылдың сентябренән 1940 йылға тиклем 1-се мотоуҡсылар дивизияһының 13-сө артиллерия полкы менән командалыҡ итә, һуңынан 160-сы-уҡсылар дивизияһы артиллерияһы начальнигы була.
1939—1940 йылдарҙа Совет-фин һуғышында ҡатнаша.
Һуғыш башланыр алдынан 1941 йылдың 30 апрелендә Украинала формалаштырылған 4-се танкыға ҡаршы артиллерия бригадаһы командиры итеп тәғәйенләнә. 1941 йылдың сентябрендә Көньяҡ һәм Төньяҡ Кавказ фронттарында (1941—1943) армияның артиллерияһының начальник урынбаҫары, начальнигы; Төньяҡ Кавказ фронты артиллерияһы командующийы урынбаҫары һәм артиллерия корпусы командиры (1943); Көньяҡ-Көнбайыш һәм 3-сө Украина фронттарында артиллерия командующийы була (1943—1945).
1945 йылда Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.