Октай Рифат | |
төр. Ali Oktay Rıfat | |
Зат | ир-ат[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() |
Тыуған көнө | 10 июнь 1914[2][3] |
Тыуған урыны | Трабзон, Ғосман империяһы |
Вафат булған көнө | 18 апрель 1988[2][4] (73 йәш) |
Вафат булған урыны | Ыҫтамбул, Төркиә[5] |
Ерләнгән урыны | кладбище Караджаахмет[d] |
Атаһы | Samih Rıfat[d] |
Һөнәр төрө | шағир, яҙыусы, поэт-адвокат, адвокат |
Уҡыу йорто |
Анкара университетының юридик факульте[d][5] Ататөрк исемендәге урта мәктәп (Анкара) |
Сәнғәт йүнәлеше | Garip[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Октай Рифат (Oktay Rifat; тулы исеме Октай Рифат Хорозджу; 10 июнь 1914 йыл — 18 апрель 1988 йыл) — төрөк шағиры һәм драматургы. Яңы төрөк шиғриәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
Октай Рифат 1917 йылдың 10 июнендә Трабзон ҡалаһында тыуған.
1936 йылда Анкарала лицей тамамлағандан һуң, Анкара университетының хоҡуҡ факультетында, шунан Францияла Париж университетының сәйәси белем факультетында уҡый. Тыуған иленә ҡайтҡас, матбуғат департамантында эшләй.
Октай Рифат — бер нисә пьеса авторы. Шулай уҡ күп кенә Европа шағирҙары әҫәрҙәрен төрөк теленә тәржемә итеүсе. Уның шиғриәтенең төп геройы- уның замандашы. Был осорҙа яҙылған әҫәрҙәрендә ул йәмғиәттә булған етешһеҙлектәрҙе тәнҡитләй (" Тормош, мөхәббәтһәм берәҙәклек тураһында шиғырҙар " (1945), «Матурлыҡҡа мәҙхиә» (1945), «Түбән ‒ юғары» (1952), «Ҡарға һәм төлкө» (1954)).
1941 йылда Орхан Вәли Ҡаныҡ һәм Мәлих Жәүдәт Андай менән бергә «Өс таған» әҙәби төркөмөн ойоштора.
1949 йылда Вәли Ҡаныҡ һәм Мәлих Жәүдәт Андай менән бергә яҙыусы- революционер Назим Хикмәтте төрмәнән сығарыуҙы талап итеп өс көнлөк ас тороу акцияһы үткәрә.
Һуңыраҡ Октай "Өс таған"дың әҙәби платформаһынан ситләшә, «Икенсе яңы» тип аталған модернист-шағирҙар төркөмөндә билдәле шағир булып таныла. Был төркөм шиғриәте ысынбарлыҡ һәм социаль йүнәлештән баш тартып, формаль тәжрибә юлын һайлай.1950-1960 йылдарҙа яҙылған шиғырҙарында ул ҡала тормошон, уның социаль ҡапма-ҡаршылыҡтарын күрһәтә. [6]