Захарий Петрович Палиашвили (груз. ზაქარია პეტრეს ძე ფალიაშვილი; 1871 йыл—1933 йыл) — грузин композиторы, педагог, музыка-йәмәғәт эшмәкәре, грузин классик музыкаһының билдәле вәкиле, Грузин ССР-ының халыҡ артисы (1925)[6][7][8].
Захарий Палиашвили 1871 йылдың 4 (16) авгусында Кутаисиҙа сиркәү хоры йырсылары ғаиләһендә тыуа. Ғаиләләге 18 баланың 6-һы профессиональ музыкант булып китә[9].
Музыкаль белемде католик костеле ҡарамағындағы мәктәптә ала, унда ул йырларға һәм органда уйнарға өйрәнә. Шулай уҡ Ф. Мизандариҙан фортепиано дәрестәре ала. Ғаилә Тифлисҡа күскәндән һуң музыка училищеһында валторна класында шөғөлләнә һәм Н. С. Кленовскийҙа композиция теорияһын өйрәнә[7].
1900 — 1903 йылдарҙа Мәскәү консерваторияһында С. И. Танеевта композиция класы буйынса уҡый. Танеев менән дәрестәр Захарий Петровичты рус музыка мәҙәниәтенә яҡынайта һәм уның композиторлыҡ оҫталығы үҫешенә булышлыҡ итә[7].
Палиашвили Грузин филармония йәмғиәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе була, шулай уҡ 1908—1917 йылдарҙа ошо йәмғиәт ҡарамағында ойошторолған хор, оркестр һәм музыка мәктәбен етәкләй.[7]
Захарий Палиашвилиҙың ижадында үҙәк урынды «Абесалом и Этери» (1919), «Даиси» (1923) опералары биләй[7]. Грузияның хәҙерге гимнының музыкаһы уның ошо атап үтелгән ике операһынан алынған.
Бынан тыш Захарий Петрович «Латавро» (1927) һәм «Торженственная кантата» (1927 йылда Октябрь революцияһының 10 йыллығына яҙа) операларын ижад итә. Палиашвили 300 самаһы грузин халыҡ йыры тексын яҙып ала. Уларҙың бер өлөшөн 1910 йылда «Грузин халыҡ йырҙары йыйынтығы» китабында баҫтыра[7].
Захарий Петрович Павлиашвили 1933 йылдың 6 октябрендә Тифлиста вафат була[7]. Тбилиси опера театры эргәһендәге скваерҙа[10] Вано Сараджишвили ҡәбере янында ерләнә.
Блажанова Т. Рассказала марка // Филателия СССР. — 1972. — № 11. — С. 22.