Рыльский Максим Фадеевич (укр. Максим Тадейович Рильський; 19 март 1895 йыл — 24 июль 1964 йыл), — украин совет шағиры, ғалим. СССР Фәндәр Академияһы академигы (1958). Украин ССР‑ы Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе (1943—46), тәржемәсе, лингвист, йәмәғәт эшмәкәре, публицист.
Макси́м Фаде́евич Ры́льский Киевта 1895 йылдың 19 мартында тыуған. Ул атаҡлы зат вариҫы. Атаһы — Фадей Розеславович Рыльский бай поляк дворяны Розеслав Рыльскийҙың и кенәз ҡыҙы Трубецкаяның улы[4].
1902 йылда Максимдың атаһы вафат була, ғаилә Киевтан Романовкаға күсенә. Максим башта өйҙә генә уҡый, 1908 йылдан Киевтағы шәхси гимназияла белем ала.
1915—1918 йылдарҙа Киев университетының медицина факультетында, артабан Халыҡ университетының тарих-филология факультетында уҡый. Әммә революция арҡаһында береһен дә тамамлай алмай.
1919—1929 йылдарҙа төрлө урындарҙа уҡытыусы булып эшләй.
Рыльский бик иртә яҙа башлай, тәүге шиғыры 1907 йылда баҫыла, беренсе йыйынтығы 1910 йылда сыға.
1920-се йылдарҙа «Украина неоклассиктары» берекмәһенә инә. Башҡа неоклассиктар кеүек үк, Рыльский башта сәйәси хәлдәргә битараф була, әҙәбиәттәге сәйәси күренештәрҙе тәнҡитләй. Шуға күрә 1931 йылда ҡулға алына. Бынан һуң ул совет власын ҡабул итеүен белдереп күп яҙа, шул арҡала репрессияларҙан ҡотолоп ҡала. Күп ҡәләмдәштәре лагерҙарҙа һәләк була.
Рыльскийҙың ижады ике үҙаллы йүнәлешкә бүленә — рәсми тематика һәм лирика. Һуңғылары әле лә украин әҙәбиәтендә классика тип һанала.
1943 йылда УССР Фәндәр Академияһы академигы, 1958 йылда СССР Фәндәр Академияһы академигы (1958) итеп һайлана. 1944—1964 йылдарҙа Украина Фәндәр Академияһының Сәнғәт ғилеме, фольклор һәм этнография институты директоры була .
1943 йылдан ВКП (б) ағзаһы.1946 йылдан СССР Юғары Советы депутаты.
«Розалар һәм виноград» («Розы и виноград»; 1957), «Алыҫтағы күк йөҙө» («Далёкие небосклоны»; 1959), «Ҡышҡы яҙмалар» («Зимние записи»; 1964) һәм башҡа бик күп шиғыр йыйынтыҡтары, әҙәбиәт ғилеме, фольклористика, сәнғәт ғилеме өлкәһендәге хеҙмәттәр ижад итә.
1964 йылдың 24 июлендә Киевта вафат була һәм шунда ерләнә[5].
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында эвакуацияла Өфөлә йәшәй һәм эшләй (1941—43). «Ҡайғы һәм бәхет тураһында һүҙ» («Слово о скорби и счастье»; 1962) поэмаһы һәм байтаҡ шиғырҙарын Башҡортостанға, Өфөгә, халыҡтар дуҫлығына арнаған. М. Рыльскийҙың шиғырҙарын Хәким Ғиләжев, Сәйфи Ҡудаш, Мәҡсүд Сөндөклө, Ғәйнан Әмири һәм башҡалар башҡорт теленә тәржемә иткән.
![]() |
Портал «Персоналии» |
---|---|
![]() |
Портал «СССР» |
![]() |
Максим Рыльский Викимилектә |