Саврасов Алексей Кондратьевич (24 май 1830 йыл—8 октябрь 1897 йыл) — Рәсәй империяһы рәссам-пейзажсы, Передвижниктар ширҡәте ағзаһы, архетипик һәм культҡа әйләнгән «Ҡара ҡарғалар килде» («Грачи прилетели») пейзажы авторы,Император художество Академияһы академигы.
Алексей Кондратьевич Саврасов 1830 йылдың 24 (12) майында Мәскәүҙә 3-сө гильдия сауҙагәре Кондратий Артемьевич Саврасов ғаиләһендә тыуған. Атаһы менән улы күпмелер ваҡыт фамилияһын «о» — Соврасов аша яҙған. А. К. Саврасов 1850-се йылдар уртаһына тиклем ошо рәүешле яҙған .
Үҫмер сағында уҡ һынлы сәнғәткә һәләтен күрһәтә. Улын «коммерция эштәренә» яраҡлаштырырға хыялланған атаһының теләгенә ҡаршы, 1844 йылда Мәскәү һынлы сәнғәт һәм скульптура училищеһына уҡырға инә, унда пейзажсы Карл Иванович Рабус класында уҡый.
Уҡыу ваҡытында 1850 йылда «Камень в лесу у Разлива» картинаһын яҙа. Сәнғәт белгестәре уны композиция буйынса бер ни тиклем йомшаҡ тип һанай. Шул уҡ йылда «Вид Московского Кремля при луне» картинаһы өсөн уға класлы булмаған рәссам дәрәжәһе бирелә.
Николай Александрович Рамаҙанов билдәләнеүенсә, рәссам «<… > мәлде бик тоғро һәм тормошсан итеп еткергән. Болоттарҙың хәрәкәтен күрәһең, ағас ботаҡтарының һәм үлән тауышын ишетәһең — ҡойма ямғыр яуасаҡ».
1852 йылда Рәсәй көньяҡ губерналары буйынса сәйәхәттән һуң, «Степь днём» һәм «Рассвет в степи» картиналарын яҙған.
1854 йылдың йәйендә, училище тамамлағас, Саврасов ике картина яҙа, уларҙы сәнғәт академияһының көҙгө күргәҙмәһендә күрһәтә: «Вид в окрестностях Ораниенбаума» һәм « Морской берег в окрестностях Ораниенбаума». Улар өсөн академик исеме бирелә;[5] «Вид в окрестностях Ораниенбаума» картинаһын Павел Третьяков 1858 йылда һатып ала.
1858 йылда Саврасов һынлы сәнғәт һәм скульптура мәктәбенең пейзаж класы етәксеһе була. Киләһе йылда «Пейзаж с рекой и рыбаком» картинаһын яҙа.
1860 йылда Саврасов Мәскәү сәнғәт һөйөүселәр йәмғиәте ойошторған беренсе күргәҙмәлә ҡатнаша.
1862 йылда сит илдәргә сыға: Лондонда Бөтә донъя күргәҙмәһендә, Францияла, Швейцарияла, Германияла була. Василий Владимирович Пукирев менән берлектә А.К.Саврасов рус пейзаждарын үҙ эсенә алған рәсем дәреслеген төҙөү өҫтөндә эшләй. 1867 йылда «Ауыл күренеше» картинаһын, 1869 йылда — «Лосиный остров в Сокольниках», 1878 йылда — «Дом в провинциях» картинаһын яҙа.
1871—1875 йылдарҙа Мәскәүҙә йәшәй. Саврасов Передвижниктар ширҡәте сәнғәте күргәҙмәләре экспозицияларында, 1873—1878 йылдарҙа — академик күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.
Пейзаждың яңы принциптарын эҙләп Мәскәү тирәһендә күп эшләй: Сокольники, Кунцев, Мазилов, Строгин, Братцево; Рәсәйҙең төньяҡ провинцияларына, Волга буйына китә.
Был осорҙа картиналарың иң билдәлеһе — «Грачи прилетели» (1871), «Печерский монастырь близ Нижнего Новгорода» (1871), «Разлив Волги под Ярославлем» (1871) һәм «Радуга» (1875), «Просёлок» (1873), «Могила на Волге. Окрестности Ярославля» (1874). Саврасов картиналары шулай уҡ донъя күргәҙмәләрендә — 1873 йылда Венала һәм 1878 йылда Парижда һәм 1882 йылда Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй күргәҙмәһендә ҡуйыла.
1870 йылдар аҙағында Саврасов алкоголизм менән яфалана, уның ижадында ҡараңғы мотивтар барлыҡҡа килә. 1882 йылда Мәскәү һынлы сәнғәт мәктәбенән бушатыла.
Ғүмеренең һуңғы йылдарын рәссам мохтажлыҡта үткәрә. «Һуңғы йылдарҙа, А. К. Саврасов ныҡлап эскесенә сыға, ҡайһы берҙә оҫтаханала пәйҙә була ине», — тип хәтерләй Владимир Алексеевич Гиляровский «Мәскәү һәм мәскәүлеләр» китабында.
Саврасов ижады тигеҙ булмай: 1887 йылда «Пейзаж» Село Волынское», 1893 йылда — «Весна. Огороды» картинаһы, 1894 йылда — «Распутица». «Һуңғы егерме йыл эсендә ул күргәҙмәләргә сыҡманы, онотолғандай булды»[6], — тип хәтерләй Исаак Левитан.
А. К. Саврасов 1897 йылдың 26 сентябрендә (8 октябрь) Мәскәүҙә Хитровкалағы ярлылар госпиталендә вафат була. Ваганьково зыяратында ерләнгән (18 участок).[7][8]
А. К. Саврасовтың яратҡан уҡыусыһы Исаак Левитан уҡытыусының үлеменә ошолай яуап бирә:
Саврасовтан башлап пейзаж һынлы сәнғәтендә лирика һәм тыуған иленә сикһеҙ һөйөү <… > һәм уның был ҡаҙанышы рус сәнғәте өлкәһендә бер ҡасан да онотолмаясаҡ.
И. М. Гронский былай билдәләй:
Рус һынлы сәнғәтендә Саврасовтар аҙ… Саврасов ниндәйҙер интим, тәбиғәтте үҙенә генә хас ҡабул итеүе менән яҡшы [9]
Саврасовтың уҡысылары — Лев Каменев, Константин Коровин, Михаил Нестеров, Сергей Светославский, Николай Эллерт.
А. К. Саврасов картиналары төп сәнғәт коллекцияларында:
1857 йылда 31 йәшлек Софья Карловна Герцҡа (1826—1895) өйләнә.
Никахта дүрт ҡыҙ һәм бер ул тыуа. Ике балаһы бала сағында вафат була. 1876 йыл аҙағында никах тарҡала. Ҡатыны ҡыҙҙары Вера һәм Евгения менән Санкт-Петербургҡа һеңлеһе Аделаида Герцҡа йәшәргә китә. София Карловна 1895 йылдың 19 июлендә вафат була, Санкт-Петербургтан 20 км алыҫлыҡта Приморье сүллегенең Троица-Сергий монастырында ерләнә[10].
1887—1888 йылдарҙа Алексей Саврасов Мәскәүҙә Вера Ивановна Киндякова менән йәшәй. Уның фатирында бер нисә картина яҙа[11].
1893 йылдан алып ғүмеренең аҙағына тиклем Саврасов Дорогомилово-Тишинский тыҡрығында Екатерина Матвеевна Моргунова менән йәшәй (1856—1920 йй.). Уларҙың ике балаһы була, улдары — Моргунов Алексей Алексеевич, ҡыҙҙары — Надежда.
Рәссамдың өс апаһы һәм ҡустыһы Николай Кондратевич Соврасов (1837—1909) үҙенең фамилияһын атаһы кеүек «о» аша яҙа,2-се гильдия сауҙагәре, атаһының сауҙа эшен мираҫ итеп ала.
![]() |
Саврасов Алексей Кондратьевич Викимилектә |
---|---|
![]() |
Саврасов Алексей Кондратьевич Викияңылыҡтарҙа |