Сербия короллеге | |||||
Краљевина Србија | |||||
| |||||
Гимн: Боже правде | |||||
1882 — 1918
| |||||
---|---|---|---|---|---|
Баш ҡала | |||||
Телдәр | |||||
Дин |
православие | ||||
Майҙаны |
92 208 км² | ||||
Идара итеү формаһы |
конституцион монархия | ||||
Династия |
Обреновичтар (1903 йылға тиклем) | ||||
Валюта |
Серб динары | ||||
Тарихы | |||||
• 6 март 1882 |
Основание | ||||
• 26 ноябрь 1918 |
Черногория короллеге менән берләшеү | ||||
• 1 декабрь 1918 |
Сербтар, Хорваттар һәм Словендар короллеге менән берләшеп, Югославия барлыҡҡа килеү | ||||
Сербия короллеге Викимилектә | |||||
Сербия короллеге (серб.сер. Краљевина СрбијаКраљевина Србија) — 1882 йылда кенәз Милан IV Обреновичты мәсехләгәндән һуң Сербия кенәзлегенән барлыҡҡа килтерелгән балҡан дәүләте.
1885 йылда серб-болгар һуғышы була, ул Сербия короллегенең еңелеүе менән тамамлана. 1903 йылда Александр Обренович ҡатыны Драга менән бергә Ҡарагеоргиевичтар яҡлы «Берләшеү йәки үлем!» (серб.сер. Уједињење или смртУједињење или смрт), башҡа төрлө «Ҡара ҡул» тип тә йөрөтөлгән, Дунай дивизияһы полковнигы Драгутин Дмитриевич (Апис) етәкселек иткән ойошма тарафынан атып үлтерелгәс, Пётр I Ҡарагеоргиевич король ителә.
1912—1913 йылдарҙа Сербия короллеге Беренсе Балҡан һуғышында ҡатнаша, һуғыш Лондон солох договорына ҡул ҡуйыу менән тамамлана, бының һөҙөмтәһендә короллектең биләмәләре ике тапҡырға тиерлек киңәйә.
1913 йылда Сербия короллеге Икенсе Балҡан һуғышында ҡатнаша, был һуғыш Бухарест солох договоры төҙөү менән тамамланып, короллектең сиктәре тағы ла киңәйә төшә.
1914 йылдан алып ахырына тиклем Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, бынан һуң 1918 йылда серб короле Пётр I Ҡарагеоргиевич хакимлығы аҫтындағы Сербтар, Хорваттар һәм Словендар короллеге барлыҡҡа килә.
Балҡан һуғыштарына тиклем Сербия короллегендә 10 000-дән ашыу кеше йәшәгән 17 ҡала була. 1910—1912 йылдарҙа Сербия короллегенең иң ҙур ҡалалары[1]:
Закондар сығарыу органы — Милли Йыйылыш, дәүләт башлығы — Король, башҡарма органы — Министрҙар Советы, округтарҙың вәкәләтле органдары — округ йыйылыштары (окружне скупштине), башҡарма органдары — округ комитеттары (окружни одбори), общиналарҙың вәкәләтле органдары — община йыйылыштары (општински збор), башҡарма органдары — община комитеттары (општински одбор), кметтар (кмет) уларҙың рәйестәре була.