Сид Чарисс

Сид Чарисс
ингл. Cyd Charisse
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  Америка Ҡушма Штаттары
Тыуған ваҡыттағы исеме ингл. Tula Ellice Finklea
Тыуған көнө 8 март 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[3]
Тыуған урыны Амарилло[d], Техас, Америка Ҡушма Штаттары
Вафат булған көнө 16 июнь 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[4][2][1][…] (86 йәш)
Вафат булған урыны Лос-Анджелес, Калифорния, Америка Ҡушма Штаттары
Үлем төрө тәбиғи үлем[d][5]
Үлем сәбәбе Миокард инфаркты[5]
Ерләнгән урыны Кладбище Хилсайд[d]
Хәләл ефете Тони Мартин[d]
Туған тел инглизсә
Яҙма әҫәрҙәр теле инглизсә
Һөнәр төрө актёр, балет артисы, театр актёры, телевидение актёры, кино актёры
Уҡыу йорто Hollywood Professional School[d]
Әүҙемлек урыны Америка Ҡушма Штаттары[6]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Республиканская партия[d]
Сәләмәтлек торошо Полиомиелит
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Сид Чарисс Викимилектә

Сид Чарисс (ингл.Cyd Charisse, ысын исеме Тула Эллис Финкли (Tula Ellice Finklea); 8 март 1922(19220308) йыл[7]17 июнь 2008 йыл) — Америка балеринаһы һәм театр һәм кино актрисаһы. Монте-Карлоның Рус балеты труппаһында бейей, һуңынан 1940 йылдар башында кинола эшләй башлай. Фильм-мюзиклдарҙа Фред Астер, Джин Келли, Дэн Дэйли һ.б. кеүек партнерҙар менән төшә.

Сид Чарисс һәм Тони Мартин Hollywood Palace телетапшырыуында, 1964

Сид Чарисс булараҡ билдәле Эллис Финкли Амарилло (Техас) ҡалаһында, ювелир Эрнст Финкли һәм уның ҡатыны Лила Норвуд ғаиләһендә тыуа. Һигеҙ йәштән ҡыҙ балет менән шөғөлләнә башлай. Атаһы ҡыҙының мауығыуын хуплай, хатта уның бүлмәһенә балет станогы һәм ҙур көҙгө ҡуя[8]. Тиҙҙән ғаилә Голливудҡа күсеп килә, унда Сид Hollywood School Professional мәктәбендә уҡый башлай. 12 йәшенән бер йыл дауамында ул Лос-Анджелеста бейеүсе Нико Чарисс студияһында шөғөлләнә. Һуңыраҡ уның педагогтары араһында Адольф Больм һәм Бронислава Нижинская була. 1937 йылда ул «Монте-Карлоның Рус балеты» труппаһына инә һәм уның менән бергә АҠШ буйлап гастролдәр башлай. Шул ваҡыттың йолалары буйынса «урыҫ» псевдонимдары аҫтында, башта Наташа Тулалис[9], артабан Истомина Мария һәм Сидорова Фелия булараҡ сығыш яһай.

1939 йылда Cид атаһын юғалта, шуға күрә АҠШ-та тотҡарлана, шул ваҡытта бөтә труппа Европаға китә[8]. Шул уҡ йылда ул Нико Чариссҡа кейәүгә сыға. Һуғыш башланыу менән АҠШ-ҡа кире ҡайта. Сәхнәне ҡалдырып, үҙен Голливудта һынап ҡарарға итә. 1941 йылда Лили Норвуд исеме аҫтында (Сид әсәһенең ҡыҙ фамилияһын ала) ул башта эпизодтарҙа бейеүсе булараҡ кинола төшә башлай. 1942 йылда титрҙарҙа күрһәтелеп тәүге ролен ала, һуңынан «Миссия в Москву» (1943) фильмында балерина Галина Уланова ролен башҡара. 1946 йылда MGM студияһы уның менән контрактҡа ҡул ҡуя. Ошо ваҡыттан алып иренең фамилияһына бала саҡта ағаһы биргән ҡушаматты (ҡыҫҡаса ингл. sister — «Сис») ҡушып Сид Чарисс булараҡ төшә башлай[9]. Тәүге роле «Девушки Харви» фильмында Дебора Эндрюс була(1946).

Актрисаға популярлыҡты «Поющие под дождем» (1952) фильмы килтерә, ул унда «Бродвейская мелодия» бейеү сюитаһында Джин Келлиҙың партнеры сифатында төшә. Шул уҡ йылда Сид Чарисстың аяҡтары 5 миллион долларға страховкалана (Гиннестың рекордтар китабы мәғлүмәттәре буйынса шул йылдарҙа иң юғары суммалы страховка). Шул уҡ ваҡытта MGM етәкселеге уны төп бейеү йондоҙо — Фред Астерҙың партнеры итергә ҡарар итә. 1953 йылда улар бергә «Театральный фургон» фильмында төшә: «Танцуя в темноте» бейеү эпизоды Астер ҡуйған шул уҡ исемле йырға Голливуд киноһы тарихында иң билдәле бейеүҙәрҙең береһе булып китә[9]. Астер үҙе партнерын тапҡыр итеп «бейеүсе динамит» тип атай.

Һуңынан Чарисс Астер менән дә, Джин Келли менән дә киноға төшә. Шулай уҡ -ваҡыт ваҡыты менән «бейеүһеҙ» («Девушка с вечеринки», 1958; «Две недели в чужом городе» һәм «Что-то должно случиться», 1962) ролдәр ала. 1958 йылда Парижға совет министрлығы тарафынан ебәрелгән комиссар Нина Ющенко ролен (романтик комедия «Шелковые чулочки», 1957) башҡара һәм был комедияла йәки мюзиклда иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн «Алтын глобус» премияһына номинациялана.

Киномюзикл осоро тамамланыу менән элегантлы һәм үҙен үҙе тәьмин итә алырлыҡ «хәтәр ҡатын» амплуаһында сығыш яһап, детективтарҙа төшә башлай. Голливудта кәрәкле булыуына ҡарамаҫтан, 1963 йылда төнгө клуб асҡан икенсе ире Тони Мартин менән бергә сығыш яһай. Уның менән бергә сит илдәргә гастролдәргә сыға. Шулай уҡ төбәк труппаларҙың драматик постановкаларында уйнай, әммә Бродвейҙа бары тик 1992 йылда, уны «Гранд-отель[en]» мюзиклының яңыртылған актёрлыҡ составына саҡырғандан һуң, 71 йәшендә беренсе тапҡыр сығыш яһай, унда ул Лилиан Монтевеккиҙы алмаштыра. People журналына биргән интервьюһында Чарис Бродвейҙа бейеүгә маҡсатына ирешә алмаған ине — һәм ниһайәт унда булыуы шәп, тип әйтә[9].

Лос-Анджелес та йөрәк ауырыуынан вафат була.

Сид Чарисс һәм Тони Мартин балалар менән, 1956

1939 йылда Европа буйлап гастролдәр ваҡытында Сид Чарисс үҙенең педагогы, Лос-Анджелес бейеү студияһы хужаһы Нико Чариссҡа кейәүгә сыға. 1941 йылда улар бергә Rumba Serenade фильмының бейеү эпизодында күренә. Уларҙың уртаҡ балалары — улдары Нико «Ники» Чарисс була. 1947 йылда парҙар айырылыша, айырылышҡандан һуң да Сид үҙенә иренең фамилияһын ҡалдыра.

1948 йылда актриса ҡабаттан португал-йәһүд сығышлы Голливуд йырсыһы һәм актёры Тони Мартинға кейәүгә сыға. Никах актрисаның 2008 йылда вафатына тиклем 60 йыл дауам итә һәм бәхетле була. Тони Мартиндан улы Мартин тыуа. Тони шулай уҡ Сидтың беренсе никахынан булған улын уллыҡҡа ала. 1976 йылда ирле-ҡатынлылар уртаҡ The Two of Us автобиографияһын баҫтырып сығара.

Сид Чарисс һәм Фред Астер «Театральный фургон» фильмында, 1953
Монте-Карлоның Рус балеты
  • Давид Лишин постановкаһында Прокофьевтың «Блудный сын» ё5ёре буйынса
  • «Спящая красавица», П.И. Чайковский
Бродвейҙа
  • 1992 — прима-балерина Елизавета Грушинская, «Гранд-отель», 1989 йылғы мюзикл ( Зина Бетьюн менән сиратта)
  • 1976 — The Two of Us, Тони Мартин менән берлектә яҙылған автобиография.
АҠШ-тың беренсе ледиһы Лаура Буш, Сид Чарисс һәм президент Джордж Буш бүләкләү тантанаһынан һуң. Аҡ йорт, 9 ноябрь 2006 г.
  • 2006 — сәнғәт өлкәһендә АҠШ-тың Милли миҙалы
  • 2006 — Профессиональ бейеүселәр йәмғиәтенең Gypsy Lifetime Achievement Award (Professional Dancers Society)[9].
  1. 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #134608038 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  4. http://variety.com/2008/film/news/dancer-film-icon-cyd-charisse-dies-1117987611/
  5. 5,0 5,1 https://www.npr.org/templates/story/story.php?storyId=91620768
  6. https://www.acmi.net.au/creators/76842 (ингл.)
  7. The Oxford Dictionary of Dance
  8. 8,0 8,1 Jan Onofrio. Texas Biographical Dictionary. — Somerset Publishers, Inc, 2002. — С. 38—39.
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 Liz Sonneborn. A to Z of American Women in the Performing Arts. — 2001. — 840 с. — ISBN 9780403099924.