Сирена | |
Жанр | |
---|---|
Автор | |
Төп нөхсә теле |
урыҫ |
Ижат ителгән ваҡыты | |
Тәүге тапғып нәшер ителгән | |
Сирена — А. П. Чехов хикәйәһе. Әҫәр 1887 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр "Петербург гәзите"нең 231-се һанында 1887 йылдың 24 авгусында баҫыла.
Хикәйә тәүге тапҡыр "Петербург гәзите"нең 231-се һанында 1887 йылдың 24 авгусында «Летучие заметки» бүлегендә «А. Чехонте» ҡултамғаһы аҫтында баҫыла. Хикәйәнең стилен бер аҙ үҙгәртеп, Чехов уны әҫәрҙәре йыйынтығының беренсе томына индерә, Адольф Маркс был йыйынтыҡты 1899—1901 йылдарҙа нәшер итә. Чехов шулай уҡ Болгарияла булған ваҡиғаларға кинәйәләрҙе хикәйәнән алып ташлай, ҡайһы бер деталдәрҙе өҫтәп яҙып ҡуя.
Автор үҙе тере саҡта хикәйә немец, поляк, серб-хорват һәм швед телдәренә тәржемә ителә.
Александр Лазарев-Грузинский әйтеүе буйынса, был хикәйәне яҙыусы Бабкинола бер көн эсендә яҙған[1]. Михаил Чехов хикәйәлә ағаһы Антон Павловичтың звенигородтағы тәьҫораттары һүрәтләнгән тип иҫәпләй. Звенигородта А. П. Чехов «өйәҙ съездарына йөрөгән һәм ундағы түрәләрҙең тормошо, көнкүреше менән танышҡан».
Тышҡы видеофайлдар | |
---|---|
Фильм Сирена. Короткометражный телевизионный фильм. Виктор Сергачев в роли секретаря Жилина. |
Бер көндө суд чиновниктары судта ҡаралған эштән һуң кәңәшмәләр залында суд рәйесенең залға сығып үҙенең махсус фекерен әйтәсәген көтөп ултыра. Төшкө аш ваҡыты үтеп киткәнлектән, улар барыһы ла асыҡҡан. Участка мировой судьяһы Жилин ашау тураһында һөйләй башлай, һәм ул ҡасандыр үҙенең хыялы булған керән һалып бешерелгән бала сусҡа ите уны истерикаға килтергәнен иҫенә төшөрә. Барыһы ла тәмле аштар менән бәйле ваҡиғаларҙы ҡыҙып һөйләй башлай. Уларҙың бик ныҡ ашағыһы килеп китә, һәм чиновниктар, бер-бер артлы кәңәшмә бүлмәһенән сығып, ашап инә. Уны-быны абайламай ҡалған, ебегән рәйес, үҙенең шәхсән махсус фекерен уны көтөп ултырыусыларға әйтеп тә тормай, шулай уҡ ашарға сығып китә.