Славенка Дракулич | |
![]() | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() |
Тыуған көнө | 4 июль 1949[3][4] (75 йәш) |
Тыуған урыны | Риека[d], Югославия Социалистик Федератив Республикаһы[d][2] |
Хәләл ефете | Richard Swartz[d] |
Һөнәр төрө | журналист, романист, эссеист, яҙыусы |
Эшмәкәрлек төрө | эссе[d], әҙәбиәт[5] һәм журналистика[5] |
Уҡыу йорто | Философский факультет Загребского университета[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
![]() |
Славенка Дракулич (хорв. Slavenka Drakulić, 4 июль 1949 йыл, Риека, шул саҡта Югославия) — хорват яҙыусыһы һәм журналисы, хорват һәм инглиз телдәрендә яҙған.
Славенка Дракуличтың атаһы — Югославия армияһы офицеры, әсәһе — дәүләт хеҙмәткәре. Дракулич Загреб университетында сағыштырма әҙәбиәтте һәм социологияны өйрәнә[6].1982 йылдан журналистика менән шөғөлләнә, төрлө хорват баҫмалары өсөн яҙа, шул иҫәптән — феминизм темаларына. Сербҡа кейәүгә сыға, ҡыҙы Ружананы таба. 1990 йылдар башында, Дубравка Угрешич һәм Хорватияның башҡа бер нисә яҙыусыһы менән бер рәттән патриотизм етмәүҙә һәм хорват халҡына боҙом ебәреүҙә милләтсе матбуғат тарафынан ғәйепләнә [1] 2016 йыл 11 август архивланған.), ҡыҙы менән бергә илдән сығып китә. Швецияла йәшәй, һәм хәҙер тормошон Стокгольм һәм Загреб араһында үткәрә. Донъяның эре гәзит һәм журналдарында баҫылып сыға[7].
Дракулич китаптары донъяның бик күп телдәренә, шул иҫәптән ҡытай теленә тәржемә ителгән. Ул — Европа үҙ-ара аңлашыуға индергән өлөшө өсөн Лейпциг китап премияһы лауреаты, 2005[8].