![]() | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
![]() | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Ҡушаматы |
Squadra Azzurra ( итал. — «Лазурная команда» ) | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Конфедерация | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Федерация | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Баш тренер | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Капитан | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Уйналған уйындар |
Джанлуиджи Буффон (176)[2] | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Иң яҡшы бомбардир |
Луиджи Рива (35)[2] | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Иң юғары |
1 (ноябрь 1993, февраль 2007, апрель-июнь 2007, сентябрь 2007) | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Түбән |
21 (август 2018) | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
ФИФА коды |
ITA | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Форма | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
| |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Беренсе уйын | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Иң ҙур еңеү | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Иң ҙур еңелеү | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Һуңғы уйын | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Донъя чемпионаты | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Ҡатнашыу |
18 | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Һөҙөмтәләр | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Ҡатнашыу |
10 (беренсе тапҡыр ) | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Һөҙөмтәләр | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
| |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Футбол буйынса Италия йыйылма командаһы (итал. Nazionale di calcio dell'Italia) — халыҡ-ара матчтарҙа һәм футбол турнирҙарында Италия исеменән сығыш яһаусы футбол командаһы. Етәксе органы — Италия футбол федерацияһы, ул 1905 йылдан ФИФА һәм 1954 йылдан УЕФА ағзаһы булып тора.
Италия йыйылма командаһы рәттән 37 уйын еңелмәй (донъя рекорды)[3], дүрт тапҡыр донъя чемпиондары (1934, 1938, 1982 һәм 2006) һәм Европа идәре араһында беренсе донъя чемпионы.
Йыйылма командаһының ҡушаматы — «Скуа́дра Адзу́рра» (итал. Squadra Azzurra, букв. «голубая команда»). Был ҡушамат командаһының һәм Италия исеменән сығыш яһаусы спортсыларҙың зәңгәр йәки асыҡ зәңгәр төҫлө кейеменән килеп сыҡҡан.
Уйындар һаны буйынса рекордсмены — ҡапҡасы Джанлуиджи Буффон (176 матч), иң яҡшы бомбардиры — Луиджи Рива, 35 гол индерә[2]. 2023 йылдың 21 сентябренә ҡарата ФИФА рейтингында 9-сы урынды биләй[4].
1880-се йылдарҙа Италияла футбол уйыны барлыҡҡа килә. Оҙаҡ ваҡыт илдә клуб футболы ғына була. Шул уҡ ваҡытта йыйылма командалар кимәлендәге футбол ярыштары донъяла популярлыҡ яулай бара — икенсе Олимпия уйындарында уҡ футбол буйынса күрһәтмә турнир үткәрелә, ә 8 йылдан һуң был спорт төрө рәсми рәүештә Йәйге Олимпия уйындары программаһына индерелә.
1910 йылда Италия футбол федерацияһы илдең йыйылма командаһын булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итә, шул уҡ йылдың 15 майында был команданың тәүге рәсми матчы үтә. Миландағы стадионда итальяндар Франция йыйылма командаһын ҡабул итә һәм, командала иң көслөләр булһа ла, «Про Верчелли» 6:2 иҫәбе менән ышаныслы еңеү яулай[5].
Ике йылдан һуң Италия йыйылма командаһы Стокгольмда йәйге Олимпия уйындарында футбол буйынса беренсе халыҡ-ара турнирында ҡатнаша. Витторио Поццо етәкселек иткән команда Финляндия йыйылма командаһынан 2 — 3 иҫәбенә еңелә һәм турнирҙың беренсе этабында уҡ наградалар өсөн ярыштарҙан төшөп ҡала.
Рәсми халыҡ-ара ярыштарҙа тәүге миҙалдарҙы Италия уйынсылары 16 йылдан һуң ғына яулай, улар 1928 йылда Амстердамда үткән Йәйге Олимпия уйындарында бронза миҙал яулай.
Дүрт йылдан һуң, 1934 йылда, ФИФА башҡарма комитеты ҡарары менән финал турнирын үткәреү урыны итеп Италия һайлана. Өйҙәге трибуналар ярҙамында Италия йыйылма командаһы турнирҙы еңел үткәрә һәм финалға тиклем барып етә. Көсөргәнешле көрәштә улар Чехословакия йыйылма командаһынан өҫтөнөрәк була. Был уйындың өҫтәмә ваҡыттарында Анджело Скьявио индергән гол арҡаһында 2:1 иҫәбе менән еңә. Шулай итеп, донъя чемпионатында итальяндар тәүге сығыштарҙа уҡ үҙҙәрен донъяның иң көслө футбол командаһы итеп таныта.
|
|
# | Исеме | Йылдар | Уйындар | Голдар |
---|---|---|---|---|
1 | Джанлуиджи Буффон | 1997—2018 | 176 | -140 |
2 | Фабио Каннаваро | 1997—2010 | 136 | 2 |
3 | Паоло Мальдини | 1988—2002 | 126 | 7 |
4 | Леонардо Бонуччи | 2010—х. в. | 120 | 8 |
5 | Даниэле Де Росси | 2004—2017 | 117 | 21 |
Джорджо Кьеллини | 2004—2022 | 117 | 8 | |
7 | Андреа Пирло | 2002—2016 | 116 | 13 |
8 | Дино Дзофф | 1968—1983 | 112 | -83 |
9 | Джанлука Дзамбротта | 1999—2010 | 98 | 2 |
10 | Джачинто Факкетти | 1963—1978 | 94 | 3 |
# | Исеме | Йылдар | Голдар (уйындар) | Бер уйында гол |
---|---|---|---|---|
1 | Луиджи Рива | 1965—1973 | 35 (42) | 0.83 |
2 | Джузеппе Меацца | 1930—1939 | 33 (53) | 0.62 |
3 | Сильвио Пиола | 1935—1952 | 30 (34) | 0.88 |
4 | Роберто Баджо | 1988—2004 | 27 (56) | 0,48 |
4 | Алессандро Дель Пьеро | 1995—2008 | 27 (91) | 0,29 |
6 | Алессандро Альтобелли | 1981—1989 | 25 (61) | 0.41 |
6 | Филиппо Индзаги | 1997—2007 | 25 (57) | 0.44 |
6 | Адольфо Балончери | 1920—1933 | 25 (47) | 0.53 |
9 | Франческо Грациани | 1975—1982 | 23 (64) | 0.35 |
9 | Кристиан Вьери | 1997—2005 | 23 (49) | 0.47 |
Италия 1911 йылдың 6 ғинуарында Венгрияға ҡаршы уйында тәүге тапҡыр зәңгәр күлдәктә сыға, шул ваҡыттан алып футбол турнирҙарында уларҙың формаһында тик ошо төҫ өҫтөнлөк итә.[6].
1974 йылға тиклем команданың бағыусыһы булмай. 2003 йылдан 2022 йылға тиклем команданы Puma формаһы менән тәьмин итә[9]. 2023 йылдан команданы «Адидас» формаһы менән тәьмин итә[10].
Спонсор | Йылдар |
---|---|
Юҡ | 1910—1974 |
![]() |
1974—1978 |
![]() |
1978—1979 |
![]() |
1979—1984 |
![]() |
1984—1985 |
![]() |
1985—1994 |
![]() |
1994—1999 |
![]() |
1999—2003 |
![]() |
2003—2022 |
![]() |
2023—х. в. |
![]() |
Футбол буйынса Италия йыйылма командаһы Викимилектә |
---|---|
![]() |
Футбол буйынса Италия йыйылма командаһы Викияңылыҡтарҙа |
.
.
.