Хорунжий

Хорунжий
Ҡыҫҡаса атамаһы chor.
Дәүләт  Польша
Речь Посполитая
Юрисдикция таралышы Поляк Короллеге тажы[d]
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе сотник[d]

Хорунжий

Нерчин 1-се казак полкы
… 2-се казак полкы
Айырыу билдәләре, 19041909 йылдар

Хорунжий (бел. харунжы, пол. chorąży, укр. хорунжий) — байраҡ йөрөтөүсе, шулай уҡ (бик һирәк) хоружий — чин, ғәскәри вазифа, ә һуңғараҡ — ҡайһы бер Көнсығыш һәм Үҙәк Европа илдәрендә , хәҙерге Польшала, элек — Рәсәйҙә лә хәрби һәм хеҙмәт (махсус) званиеһы.

Исеме хоругвь (пол. chorągiew, бел. харугва) һүҙенән алынған — XV — XVIII быуаттарҙа хәрби байраҡ һәм хәрби отряд. Сығышы буйынса монгол, славян телдәренә төрки телдәре аша килгән: төрк. хоруг — әләм, байраҡ; һаҡлау, ҡурсалау тип тәржемә ителә. Шулай итеп, башта «хорунжий» һүҙе «байраҡ йөрөтөүсе» тигәнде аңлата; аквилифер, вексилларий, драконарий, сигнифер боронғо рим һүҙҙәренә тап килә.

Станислав Собеский, бөйөк тажлы хорунжий, яҡынса 1605 йыл. Поляк Короллеге.

XIV быуаттан Поляк короллегендә — бөйөк тажлы хорунжий, ә XV быуаттан Бөйөк Литва кенәзлегендә — Бөйөк Литва хорунжийы вазифаһы була. Бөйөк хорунжийҙың урынбаҫары — йорт (рус. надворный) хорунжийы (XVI быуаттан). Уларға тантаналы церемонияларҙа король йәки бөйөк кенәз байрағын (хоругвь) йөрөтөү һәм уның менән бергә хәрби ғәмәлдәр ваҡытында монарх янында булыу бурысы йөкмәтелә.

XIV—XV быуаттарҙа Польшала һәм Бөйөк Литва кенәзлегендә полк хорунжийы, йәки повет хорунжийы — һайлап ҡуйылған ғәскәри етәксе, ул бер поветтан ополчение йыйып ала, ошо ополчение хоругвь тип исемләнә (һәр поветтың ополчениеһы айырым хәрби берәмәге булараҡ үҙ байрағы — хоругвь — була. Үҙенә ярҙамсы итеп повет ротмистрҙарын тәғәйенләй.

Украин державаһы армияһы хорунжийы парад погоны

Польша менән Бөйөк Литва кенәзлеге 1859 йылда Речь Посполитаяға берләштергәндән һуң вазифа һаҡланып ҡала. Повет хорунжийы каштелянға буйһона, уның функцияларына поветта ополчениены ойоштороу инә. Был вазифа Речь Посполитаяның земство идаралығында иң юғары вазифаларҙың береһе була (сенаторҙан, подкоморийҙан һәм городовой старостанан һуң киләһе).

XVIII быуаттағы Бөйөк Литва кенәзлеге армияһында хорунжий — пехотала һәм кавалерияла кесе офицер чины. Эполеттағы йондоҙ айырыу билдәһе булып тора. Хәҙерге кесе лейтенант званиеһына тап килә.

XVI быуаттан хорунжийҙар — Запорожье Сечи казактарының да ғәскәри вазифалары: ғәскәри генераль хорунжий, полк һәм йөҙлөк хорунжийҙары. Улар старшина составына инәләр. XVIII быуатта Украинаның рәсәй дәүләтенә ҡушылғанынан һуң хорунжий (башта казак общиналарҙа, һуңынан казак ғәскәрҙәрендә) хорунжий — хәрби чин. 1798 йылдан кавалериялағы корнет чинына тап килә[1], 1884 йылдан Рангтар табеленың XII классында тора.

Рус армияһындахеҙмәт иткән саҡта казак офицерҙары — хорунжийҙар бурыстарын үтәгән, әммә хәрби чиндарға күсерелә алмаған казак ҡатламы кешеләре «зауряд-хорунжий» тип исемләнә. «Зауряд-хорунжий» чины вахмистрҙарға һәм уряднииктарға хәрби батырлыҡтары өсөн бирелә.

Кадровый казак офицерҙарынан зауряд-офицерҙарҙың кейеме лә ҡайһы бер деталдәе менән айырыла — офицер темляктары, портупеяларҙағы галундары булмай.

Польша Республикаһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәрби званиеларҙа

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

19191923 һәм 19441957 йылдарҙа Поляк Ғәскәрендә хорунжий иң кесе офицер званиеһы була (1919 йылда индерелә).

1963 йылдан 2004 йылға Поляк Ғәскәрендә өлкән подофицерҙар (унтер-офицерҙар) һәм хорунжийҙар тип исемләнгән кесе офицерҙар араһында айырым званиелар класы була. Әлеге класҡа ҡарай: кесе хорунжий (1967 йылда индерелә), хорунжий, өлкән хорунжий (1963 йылда индерелә), кесе штаб хорунжийы (1997 йылда индерелә), штаб хорунжийы (1967 йылда индерелә). Әлеге званиелар төркөмө яҡынса СССР-ҙағы һәм бер нисә дәүләттә прапорщиктарға тиңләшә.

Хәҙерге ваҡытта, поляк армияһының НАТО стандартарына күсеү сәбәпле, хорунжийҙар класы подофицерҙар һәм өлкән подофицерҙар кластары менән берләштерелә. «Кесе хорунжий», «хорунжий», «өлкән хорунжий» һаҡланып ҡала. «Кесе штаб хорунжийы» һәм «штаб хорунжий» юҡҡа сығарыла. «Өлкән штаб хорунжийы» вазифаһы индерелә.

Кесе хорунжий подофицерҙарға ҡарай (улар сержанттарға тиңләшә) һәм улар араһында өлкәне булып тора (йәғни әлеге звание старшина званиеһына тап килә).

Хорунжий,өлкән хорунжий һәм өлкән штаб хорунжийҙар подофицерҙарға ҡарай (яҡынса прапорщик класына тиңләшә, йәғни яҡынса хорунжий прапорщикка тап килә, ә өлкән һәм өлкән штаб хорунжийы — өлкән прапорщикка).

Хәрби-диңгеҙ көстәрендә һәм Махсус ғәскәрҙәрҙең диңгеҙ өлөшөндә бөтә ошо званиелар исемендә «флот» һүҙе өҫтәлә.

Айырыу билдәләре Көндәлек һәм парад формаһы (өҫтө тегеп ҡуйылған погон)
Польша ҡоро ер ғәскәрҙәре,
Польша Махсус ғәскәрҙәре
Польша Һауа көстәре
Ялан формаһындағы сиселә торған погон
Ялан формаһы
Берет
Көндәлек һәм парад формаһы (өҫтө тегеп ҡуйылған погон)
Польша Хәрби-диңгеҙ көстәре,
Махсус ғәскәрҙәренең диңгеҙ өлөшө
Ең
Ең билдәһе (Хәрби-диңгеҙ көстәре һәм махсус ғәскәрҙәренең диңгеҙ өлөшө)
Званиелар

НATO коды
Кесе хорунжий
(Młodszy chorąży)
mł.chor.
OP-7
Хорунжий
(Chorąży)
chor.
OP-8
Өлкән хорунжий
(Starszy chorąży)
st.chor.
OP-9
Өлкән штаб хорунжийы
(Starszy chorąży sztabowy)
st.chor.szt.
OP-9

Хеҙмәт званиеларҙа

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сик буйы ғәскәрҙәрендә, Эске хәүефһеҙлек агенствоһында, Разведка агенствоһында, Дәүләт һағы хеҙмәтендә, Язалау хеҙмәтендә хорунжийҙарҙың хеҙмәт кластары бар (өлкән подофицерҙар хәрби званиелары класына тура килә). Сик буйы ғәскәрҙәрендә «Сик буйы һағы» һүҙҙәре менән кесе хорунжий, хорунжий, өлкән хорунжий, штаб хорунжий, өлкән штаб хорунжий званиелары әлеге класҡа ҡарай. Эске хәүефһеҙлек агенствоһында һәм Разведка агенствоһында әлеге класҡа «Эске хәүефһеҙлек агенствоһы» һәм «Разведка агенствоһы» һүҙҙәре менән кесе хорунжий, хорунжий, өлкән хорунжий, штаб хорунжий, өлкән штаб хорунжий званиелары инә. Дәүләт һағы хеҙмәтендә, Язалау хеҙмәтендә әлеге класҡа «Дәүләт һағы хеҙмәте» һәм «Язалау хеҙмәте» һүҙҙәре менән кесе хорунжий, хорунжий, өлкән хорунжий званиелары инә.

Ошондай званиелар полицияла һәм Дәүләт янғындан һаҡланыуҙа бар. 1954 йылда хорунжий званиеһы иң кесе офицеры званиеһы сифатында поляк милицияһында индерелә. 1974 йылда милицияла хорунжийҙар класы булдырыла (хәрби хорунжийҙар званиеларына тап килә). Уға кесе хорунжий, хорунжий, өлкән хорунжий званиелары инә. 1985 йылда милиция хорунжийҙары класында званиеларҙың ике дәрәжәһе булдырыла: кесе хорунжийҙар һәм өлкән хорунжийҙар. Кесе хорунжийҙарға — кесе хорунжий һәм хорунжий, өлкән хорунжийҙарға өлкәе хорунжий, штаб хорунжийы һәм өлкән штаб хорунжийы званиелары инә.

Артабан полициялағы һәм Дәүләт янғындан һаҡланыуҙа хеҙмәт званиелары хәрби званиеларҙан айырыла башлай. 1990 йылда полицияла хорунжийҙар класы полиция аспиранттары класы итеп үҙгәртелә, хорунжийҙар званиелары бөтөрөлә, улар урынына полиция аспиранты званиеһы индерелә (1918—1939 йылдарҙа ғәмәлдә була һәм хәрби хорунжий званиеһына тап килә). 1995 йылда шулай уҡ кесе аспирант, өлкән аспирант һәм штаб аспиранты званиелары индерелә. 1997 йылда кесе аспирант званиеһы сержанттар класына индерелә һәм улар араһында иң юғарыһы була; ә аспиранттар класына иң юғары сифатында подкомиссар званиеһы индерелә. 2001 йылда кесе аспирант званиеһы аспиранттар класына ҡайтарыла, ә подкомиссар званиеһы иң кесе булараҡ кесе офицер званиеларына индерелә.

Шулай итеп, хәҙерге ваҡытта полицияла хорунжий хәрби званиеһына кесе аспирант, аспирант, өлкән аспирант, штаб аспиранты хеҙмәт званиелары тап килә.

Ошондай уҡ хеҙмәт званиелар Дәүләт янғындан һаҡланыуҙа бар. Аспирант хеҙмәт класы полицияла һәм Дәүләт янғындан һаҡланыуҙа өлкән подофицерҙар класына тура килә.

Полицияла әлеге хеҙмәт званиеларына «полиция» һүҙе өҫтәлә.

Аспирант хеҙмәт класы Польшала таможня хеҙмәтендә лә бар.

  • Чаропка, Станіслаў. Станаўленне сістэмы знакаў адрознення ў арміі ВКЛ (белор.) // Актуальные проблемы в изучении и преподавании общественно-гуманитарных дисциплин: сб. статей. — Витебск, 2012.