Черногорияла дин | |
Дәүләт | Черногория |
---|---|
Черногорияла дин Викимилектә |
Черногорияла дин - (Черного́рия (черногор. Црна Гора, Crna Gora), Монтенегро йәки Ҡаратау) - Көньяҡ-Көнсығыш Европала, Балҡан ярымутрауының көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан, халҡы серб телендә аралашҡан дәүләттәге дин.
Черногорияла православие дине тота. Байтаҡ мосолман дини йәмәғәттәре бар. Шулай уҡ католиктар күп һанлылар иҫәбендә. Башҡа дин вәкилдәре һаны халыҡтың 0,1 процентынан артмай.
2003 йылда халыҡ иҫәбен алғанда конфессиональ билдәләнеш тураһындағы пункт индерелгән. Уның йомғаҡтарына ярашлы, ил халҡы тотҡан дине буйынса ошо рәүешле бүленгән[1]:
6 003 кеше (0,97 %) бер ниндәй ҙә дин тотмауын белдергән, 2 424 кеше (0,39 %) үҙен агностик тип атаған, 13 867 кеше (2,24 %) яуап биреүҙән баш тартҡан.
Черногорияла правослау христиандар күпселекте тәшкил итә - (ҡаратаулылар) (52,5 %) һәм сербтар (42,7 %). Православие диндарҙары илдең к Серб правослау сиркәүенә лә, Черногория правослау сиркәүенә (уныһын башҡа правослау сиркәүҙәр танымай) лә ҡарай. Серб правослау сиркәүе митрополия статусына эйә булған Черногория-Приморье епархияһына инә
Черногория католиктары иҫәбенә албандар (36,98 %), хорватар (31 %) һәм ҡаратауҙар (черногориялылар) (22,76 %) инә, улар башлыса диңгеҙ буйында йәшәй. Структураһы йәһәтенән илдә католик сиркәүе Бара Архиепархияһына һәм Котор епархияһына бүленгән. Бара Архиепархияһы бер ниндәй митрополиға ла буйһонмай һәм туранан-тура Рим папаһы идаралығында тора. Котор епархияһы Сплит-Макарска Архиепархия митрополияһына буйһона.
Черногорияның Ислам дине тотоусылары башлыса түбәндәге милли төркөмдәргә ҡарай: босниялылар (43,49 %), славян-мосолмандар (21,91 %), албандар (20,75 %) һәм ҡаратаулылар (10,64 %). Мосолмандар Төбәк башлыса Плав, Рожае һәм Улцинь ҡалаларына яҡын йәшәйҙәр һәм ундағы халыҡтарҙың күпселеген тәшкил итә.
2011 йылдың 18 сентябрендә Черногорияның Премьер-министр ашкеназ израиль баш раввины Йона Мецгер менән әңгәмәһендә йәһүдилекте дәүләт дине тип таныуҙарын белдерҙе[2]