Эмна Мизуни | |
ғәр. آمنة الميزوني | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Тунис |
Тыуған көнө | 1987 |
Тыуған урыны | Тунис, Тунис |
Хәләл ефете | Alex Johnson[d] |
Һөнәр төрө | викимедиасы, communications officer, NGO director, википедист, CEO, эшҡыуар |
Биләгән вазифаһы | board of directors member[d][1] |
Уҡыу йорто | Business School of Tunis[d] |
Ойошма ағзаһы | Комитет по присоединению Викимедиа[d], Всемирный экономический форум[d][2], International Visitor Leadership Program[d][3] һәм Aspen Ideas Festival[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | emnamizouni.com |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 11 863 |
Эмна Мизуни Викимилектә |
Эмна Мизуни (ғәр. آمنة الميزوني) — Тунистың онлайн-активисы, ирекле журналист, коммуникациялар һәм бизнес буйынса эксперт. Туниста RightConды уңышлы әҙерләүҙә ярҙам иткәндән һуң, 2019 йылдың июлендә уны глобаль Access Now директорҙар советы функцияһын башҡарыусы, нейтралитет селтәрендә кеше хоҡуҡтары буйынса халыҡ-ара коммерция булмаған төркөм[4][5] етәксеһе итеп һайлайҙар. 2013 йылдың мартында Мизуни сит илдәр менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы йәлеп итеү өсөн Тунистың мәҙәни мираҫын өйрәнеүсе Сartagina (Карфагина) ойошмаһын төҙөй[6][7]. 2019 йылдың авгусында Стокгольмда үткән Викимедиа конференцияһында Эмна Мизуни 2019 йыл википедисы тип иғлан ителде. Был исемгә улТунистың бай мәҙәниәтен һәм тарихын танытыуҙа арымый-талмай эшләүе, ғәрәп һәм африкалылар йәмғиәттәрен илһамландырыусы ғәмәлдәре, халыҡ-ара Викимедиа хәрәкәтенең үҫешенә файҙалы булған өлгөһө өсөн лайыҡ була[8].
Эмна Мизуни Тунис ҡалаһында тыуып үҫә, 2006 йылда Ле Бардо ҡалаһы районында Хазнадар лицейын тамамлай, ә һуңынан Туниста сауҙа оҫталығына өйрәнә (ESCT), тәүҙә унда менеджмент тамамлай (2009), һуңынан маркетинг, эшлекле һөйләшеүҙәр һәм коммуникациялар буйынса магистр дәрәжәһен ала (2011). Уҡыуын тамамлағандан һуң маркетингта һәм рейдтарҙы яҡтыртыусы журналист булып эшләй. 2012 йылдың июнендә Британия Советына Маркетинг һәм коммуникациялар буйынса вазифаға тәғәйенләнә[9][10].
Ғәрәп яҙынан һуң Мизуни халыҡта үҙ иленең тарихы һәм мәҙәниәте тураһында белемдең, үкенескә күрә, етерлек түгеллеген аңлай һәм Тунистың мәҙәни мираҫын популярлаштырыу өсөн Карфагин (Тунистың боронғо атамаһы — Карфаген) ойошмаһын ойоштороусыларҙың береһе була[5].