Ғарипова Динә Фәһим ҡыҙы | |
татар. Динә Фәһим кызы Гарипова | |
![]() | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() |
Тыуған көнө | 25 март 1991 (34 йәш) |
Тыуған урыны | Йәшел Үҙән, Татарстан Республикаһы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | йырсы |
Масса | 59 килограмм |
Ҡатнашыусы | Евровидение-2013[d] |
Музыка ҡоралы | вокал[d] |
Жанр | поп-музыка[d], романс[d], соул[d] һәм кроссовер[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Бейеклеге/буйы | 161 сантиметр |
Рәсми сайт | garipovadina.com |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 6847 һәм 29 000 ± 99[1] |
![]() |
Динә Фәһим ҡыҙы Ғарипова (татар. Динә Фәһим кызы Гарипова, 25 март 1991 йыл, Зеленодольск, Татар ССР, РСФСР, СССР) — Рәсәй йырсыһы, 2012 йылда "Беренсе канал"да «Голос» телешоуы еңеүсеһе. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2012)[2][3]. «Евровидение—2013» музыкаль конкурсы финалсыһы, бишенсе урын ала[4]. Динәнең эш диапазоны — 2,4 октава (кесе октавалағы «ми»ҙан икенсе октавала «ля»ға тиклем)[5], тауышының тибы меццо-сопраноға яҡын.
![]() | |
---|---|
Изображения | |
![]() |
Семья Дины . Архивировано 26 ғинуар 2013 года. 2014 йыл 29 март архивланған. |
![]() |
Дина Гарипова на телешоу «Голос» . Архивировано 26 ғинуар 2013 года. 2013 йыл 30 ғинуар архивланған. |
![]() |
Брат, бабушка и отец Дины Гариповой |
Видеофайлы | |
![]() |
О Дине Гариповой на телешоу «Голос» . Архивировано 26 ғинуар 2013 года. 2013 йыл 9 февраль архивланған. |
Динә Ғарипова 1991 йылдың 25 мартында Татар ССР-ының Зеленодольск ҡалаһында медиктар ғаиләһендә тыуа. Атаһы Фәһим Мөхәмәт улы менән әсәһе Әлфиә Ғәзизйән ҡыҙы — медицина фәндәре кандидаттары.
Алты йәшенән Динә «Алтын микрофон» йыр театрында вокал менән шөғөлләнә (Зеленодольск ҡалаһы, вокал буйынса педагог — Елена Антонова[6]). Ҡаҙан федераль университетын тамамлай[7]. «Алтын микрофон» йыр театры мәктәбен тамамлағас, Татарстандың халыҡ артисы Ғәбделфат Сафин менән гастролдә йөрөй.
1999 йылда — «Жар-птица» Бөтә Рәсәй конкурсында (Иваново ҡалаһы) I дәрәжә лауреат, 2001 йылда «Созвездие-Йолдызлык» республика фестиваленең I дәрәжә лауреаты була, бынан һуң Динәне төрлө концерттарға һәм сараларға сығыш яһарға саҡыра башлайҙар. 2005 йылда Тарту ҡалаһында (Эстония) халыҡ-ара конкурс лауреаты була. 2008 йылда Динә «Алтын микрофон» театры менән Францияла халыҡ-ара конкурста сығыш яһай, уларҙың мюзиклы гран-при яулай.
2009 йылдан алып Роман Оболенскийҙың продюсерлыҡ студияһы менән эшләй, уның менән хеҙмәттәшлектә 2010 һәм 2012 йылдарҙа Зеленодольскиҙа соло концерттары үтә. 2010 йыл башында үҙ музыка коллективы менән «Ҡышҡы эстрада» ҡала конкурсында дебюты була, конкурста гран-при яулана.
Дина Ғарипованың репертуарында рус, татар, инглиз, итальян һәм француз телдәрендәге йырҙар бар. Ижадының төп йүнәлеше — эстрада, шулай уҡ рок стилендә лә үҙен һынай[8].
2012 йылдың 29 декабрендә, финалда Эльмира Кәлимуллинаны үтеп, Динә Ғарипова "Беренсе канал"да «Голос» телешоуында еңә (Александр Градский командаһында сығыш яһай), 1,7 миллионлап шылтыратыуҙан һәм SMS-хәбәрҙәрҙән телетамашасыларҙың 54,1 проценты (927 282 кеше) уның өсөн тауыш бирә[9]. Шоу еңеүсеһе булараҡ, йырсы «Юниверсал» тауыш яҙҙырыу студияһы менән ике йыллыҡ контрактҡа ҡул ҡуя[10]. Журналистар уны «рус Аделе»[11] һәм Сьюзан Бойл традицияларын дауам итеүсе тип һанай[12][13].
2012 йылдың 30 декабрендә Татарстан президенты указы менән Динә Ғариповаға «Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән почетлы исем бирелә.
2013 йылдың 19 февралендә Рәсәйҙән «Евровидение—2013» йыр конкурсында Динә Ғарипова «What If» тигән йыр менән ҡатнашасағы билдәле була, йыр швед продюсерҙары Габриэль Аларес һәм Йоаким Бьорнберг тарафынан «Автограф» төркөмөнөң элекке бас-гитарасыһы Леонид Гуткин ҡатнашлығында яҙыла.
2013 йылдың 14 майында Динә конкурстың финалына үтә. Уның «What If» (рус. Что, если?) тигән йыры 156 балл (2-се урын) ала, был уға абруйлы конкурстың финалсыһы булырға мөмкинлек бирә.
2013 йылдың 18 майында «Евровидение—2013» конкурсының финалында Динә Ғарипова 174 мәрәй менән 5-се урынды ала.
2013 йылдың көҙөндә Динәнең тауышын «Нотр-дам де Пари» мюзиклының йондоҙо һәм «Голос» телепроектының француз версияһы кәңәшсе-тәрбиәсеһе, француз-канад йырсыһы Гару (Garou) юғары баһалай. 2014 йылдың февралендә Гару менән Динә Ғарипованың «Du Vent Des Mots» (рус. Слова на ветер)[14] тигән дуэт композицияһы сыға.
2013—2014 йылдың көҙөндә һәм ҡышында Рәсәй ҡалалары буйлап йырсының беренсе ҙур гастроль туры үтә, ул Мәскәүҙә «Крокус Сити Холл» залы һәм Санкт-Петербургта Горький исемендәге мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә тамамлана.
2014 йылдың 30 октябрендә "Крокус Сити Холл"дағы икенсе ҙур концертында Динә тамашасыны «Два шага до любви» тигән дебют альбомы менән таныштыра.
2015 йылдың февралендә Динә Ғарипова Александр Градскийҙың Музыкаль театры актрисаһы булып китә[15], шул уҡ йылдың мартында һәм апрелендә йырсының Рәсәй буйлап өсөнсө гастроль туры үтә.
2015 йылдың авгусында Ҡаҙанда йырсы кейәүгә бара. Иренең шоу-бизнесҡа ҡатнашлығы юҡ. Уның исемен Динә сер итеп тота[16].
Атамаһы | Сыҡҡан йылы | Лейбл |
---|---|---|
Два шага до любви | 2014 | Universal Music Russia |
Йыл | Атамаһы |
---|---|
2013 | What If |
2015 | Россия |
2016 | Куңел |
2016 | Ты для меня |
2017 | Пятый элемент |