Ҡытай Халыҡ Республикаһы тарихы | |
Дәүләт | Ҡытай |
---|---|
Ҡытай Халыҡ Республикаһы тарихы Викимилектә |
Ҡытай Халыҡ Республикаһы — 1949 йылдың 1 октябрендә Пекинда иғлан ителгән дәүләт.
1945 йылдың август-сентябрендә милитаристик Японияны тар-мар итеү менән Икенсе донъя һуғышы тамамлана. Азия-Тымыҡ океан илдәре Япония ғәскәрҙәренән азат ителә, ә Ҡытайҙа ҡан ҡойғос Граждандар һуғышы бара.
Маньчжуриялағы Квантун (япон) армияһының күпселек өлөшө Совет Армияһы алдында ҡорал һала. Ул ваҡытта Маньчжурияла тик айырым ҡытай партизан отрядтары һәм ул отрядтарҙың разведка төркөмдәре генә һуғыша.
1945 йылдың сентябрендә Ҡытай компартияһының хәрби көстәрен Төньяҡ һәм Көнсығыш Ҡытайҙан төньяҡ-көнсығышҡа ебәрәләр. Ноябрь айына тиклем унда 8-се һәм 4-се армияның 100 мең яугиры күсерелә.Был частарҙан, партизан отрядтры берләшмәләренән һәм урындағы халыҡтан Төньяҡ-Көнсығыштың берләшкән демократик армияһы төҙөлә. Унан Ҡытай Халыҡ азатлыҡ армияһы төҙөү башлана. Совет армияһы 1946 йылдың майына тиклем Маньчжурияла була. Был арала Советтар Союзы Ҡытай коммунистарына яңы Ҡытай армияһын ойоштороп, ҡоралландып, өйрәтеп ҡалдыра.
Бының һөҙөмтәһендә Гоминьдан(ул власта саҡта торған партия) армияһы 1946 йылдың апрелендә Маньчжурияға үтеп инә башлағас, унда айырым партизан отрядтары урынына заманса әҙерләнгән, тәртипкә өйрәтелгән коммунистар етәкселегендәге армияға тап булып, аптырап ҡала. Маньчжуриялағы хәл менән АҠШ-та Аҡ йорт та бик ҡыҙыҡһына. АҠШ ғәскәрҙәренең тәүге ике диңгеҙ пехотаһы дивизияһы Ҡытайҙың Тяньзинь районына 1945 йылдың 30 сентябрендә үк килә. Көҙгә Ҡытайҙа инде 100 меңдән артыҡ АҠШ хәрби хеҙмәткәре була. Америка экспедиция ғәскәре, башлыса диңгеҙ пехотаһы, Ҡытай компартияһы менән Гоминьдан араһына ҡыҫылмаҫҡа тырыша. Ләкин улар Ҡытай дәүләтенең ул саҡтағы ҡораллы көстәре- Гоминьдан ғәскәре менән, айырыуса Төньяҡ һәм Үҙәк Ҡытайҙа япон ғәскәрҙәре ҡорал һалғанда,әүҙем хеҙмәттәшлек итә, шулай уҡ Ҡытай ҡалаларында тәртип һаҡлағанда һәм төрлө объекттарҙы һаҡлағанда улар берҙәм эшләй.
Гоминьдан армияһы башта уҡ стратегик хата ебәрә: Маньчжурияла коммунистик армия менән тәүге алыштар Гоминьдан файҙаһына тамамланһа ла, Төньяҡ-Көнсығыш Ҡытайҙа һуғыш аҙағына еткерелмәй, Гоминьдан төп көсөн Ҡытай компартияһының регуляр ғәскәре менән көрәшкә йүнәлтмәй, Үҙәк, Көнсығыш һәм Төньяҡ Ҡытайҙағы партизан отрядтарын, партизан базаларын юҡ итеүгә йүнәлтә. Советтар Союзы һәм урындағы халыҡ ярҙамы менән Мао Цзэдун ғәскәре 1948 йылдың көҙөнә 600 меңгә етә. 1 ноябрҙән был армия 4-се Ялан армияһы тип атала башлай. Уның башында Линь Бяо тора.
1948 йылдың ноябрендә 4-се Ялан армияһы гоминьдан армияһына ҡаршы ҡаты һуғыш хәрәкәттренә күсә. Чан Кайшиҙың 52 армияһы, тағы ла АҠШ инструкторҙары тарафынан әҙерләгәнгән 26 дивизия Ҡытай компартияһы армияһы яғына сыға. 1949 йыл башында армия Төньяҡ Ҡытайға инә, бында Ҡытай компартияһының 8-се армияһына ҡушыла. 15 ғинуарҙа улар Тяньцзинь, 22 ғинуарҙа Пекин ҡалаларын ала. 1949 йылдың яҙына коммунистар армияһы гоминьдан армияһын Янцзы йылғаһынан төньяҡтағы ерҙәрҙе һәм Ганьсунан көнсығыштағы ерҙәрән ҡыуа. Граждандар һуғышы аҙағына Ҡытай халыҡ азатлыҡ армияһы Азиялағы иң ҡеүәтле 4 миллионлы армияға әйләнә.
1949 йылдың 24 апрелендә Лю Бочэн етәкселегендә Ҡытай компартияһы ғәскәре Гоминьдан ҡулындағы Ҡытай баш ҡалаһы Нанкинға инә.Гоминьдан хөкүмәте февраль айында уҡ илдең көньяғына Кантонға ҡаса, һуңыраҡ Чан Кайшиға тоғро ғәскәр ҡалдығы Тайвань утрауына китә.
Йыл аҙағына Ҡытай халыҡ азатлыҡ армияһы Гоминьдан армияһының төп көстәрен юҡ итеп, Ҡытайҙағы өсөнсө граждандар һуғышын еңеү менән тамамлай.
Гоминьданды еңеү һәм Ҡытай компартияһының власҡа килеүе тик Советтар Союзының бик ныҡ ярҙам итеүе арҡаһында ғына мөмкин була. 1949 йылдың 1 октябрендә Пекиндә Ҡытай Халыҡ Республикаһы иғлан ителә. Икенсе көнөнә Советтар Союзы, беренсе булып, ҠХР-ҙы таный һәм уның менән Дуҫлыҡ, союздашлыҡ һәм үҙ-ара ярҙам тураһында килешеү төҙөй.
1950 октябрендә Ҡытай армияһы 1949 йылдың ноябрь айында үҙаллылыҡ иғлан иткән Тибет территорияһына барып инә. 1951 йылдың 23 майында Тибет менән ҠХР араһында "Тибетты тыныс юл менән азат итеү саралары тураһында килешеү"гә ҡул ҡуйыла.
Советтар Союзы юлынан барып, Ҡытай планлы үҫеш экономикаһын булдырырға тотона. Ләкин СССР-ҙан айырмалы рәүештә башта Ҡытай бик тиҙ аграр коллективлаштырыу һәм индустриалләштереү сәйәсәтен үткәрмәй.
Тәүге 1953—1957 йылдарҙағы бишйыллыҡ бар яҡлап та уңышһыҙ була, тик ул сәйәси тотороҡлолоҡтоң яҡшы яҡтарын күрһәтә һәм шулай итеп Мао Цзэдундың авторитетын тағы ла нығыта.
СССР менән дуҫлашҡас, Ҡытай АҠШ һәм башҡа НАТО илдәре тарафынан иҡтисади изоляцияға дусар ителә (мәҫәлән,Тайвань боғаҙындағы ҡапма-ҡаршы тороу (1954—1955)).
1956 йылдың сентябрендә Ҡытай компартияһының VIII съезының беренсе сессияһы үтә. Унда совет моделе яҡлылар күпселекте тәшкил итә, һәм уның эшенә КПСС-тың XX съезы ҡарарҙары һиҙелерлек тәьҫир яһай. ҠКП-ның яңы уставы ҡабул ителә, «Мао Цзэдун идеяларының» әйҙәүсе роле тураһында положение уставтан алып ташлана, партияның идеологик нигеҙе тип марксизм-ленинизм иғлан ителә.
Уңыштар Маоны ҡанатландырып ебәрә һәм ул 1957 йылдың февралендә билдәлелек менән тәнҡитте көсәйтергә ҡарар итә, уның маҡсаты- ҡала интеллигенцияһын социализм төҙөүгә йәлеп итеү була. Тик 1957 йылдың июлендә ул кампания ҡапыл тамамлана. Билдәлелектең башланыс осоро ҡапҡан булып сыға: кампанияның һөҙөмтәһе шул — интеллигенцияға ҡаршы көслө һөжүм башлана.
1958 йылдың майында Ҡытай компартияһы VIII съезының икенсе сессияһы ябыҡ шарттарҙа үтә, ошо саранан башлап, Ҡытай етәкселеге Советтар Союзы тәжрибәһен ҡабатлауҙан баш тарта. «Өс ҡыҙыл байраҡ курсы» (яңы «генераль һыҙыҡ» ҡабул ителә: Ҡытайҙа социализмды «күберәк, тиҙерәк, яҡшыраҡ, аҙ сығымдар менән» төҙөргә , «Ҙур һикереш» сәйәсәте, "халыҡ коммуналары"н төҙөү) иғлан ителә. Ул ҠХР-ҙың үҫешен тиҙәйтергә, уны донъялағы иң көслө илдәр иҫәбенә сығарырға һәм уға халыҡ-ара коммунистик хәрәкәттә етәксе урынын яуларға ярҙам итергә тейеш була.
«Ҙур һикереш» 1958—1962 йылдарҙа булырға тейешле, Чжоу Эньлай тәҡдим иткән Икенсе бишйыллыҡты алмаштыра. Ләкин иҡтисади уңыштар ға өлгәшеү өсөн бик тиҙ алып барылған коллективлаштырыу һәм профессиональ хеҙмәт урынына энтузиазмға таяныу, бынан тыш ауыл хужалығындағы ҡайһы бер яңғылыш ҡарарҙар ҡот осҡос һөҙөмтә бирә—1959-1961 йылдарҙа илдәге аслыҡ осоронда миллиондарса кеше һәләк була.
«Ҙур һикереш» осоронда Ҡытай Халыҡ Республикаһының халыҡ-ара сәйәсәте ҡәтғиләшә. 1958 йылдың 28 авгусында ҠХР армияһы Тайвань боғаҙындағы утрауҙарҙы артиллерия утына тота, ә унда Гоминьдандың 100 меңлек хәрби көстәре тора (см. Второй кризис в Тайваньском проливе).
1959 йылдың мартында Тибет халҡы баш күтәрә.
1959 йылдың апрелендә Мао Цзэдун Ҡытай Халыҡ Республикаһы рәйесе вазифаһынан баш тарта, был урынға Лю Шаоци һайлана.
1959 йылдың июль-август айҙарындағы Лушань пленумында маршал Пэн Дэхуай илдә алып барылған сәйәсәт менән риза булмауын белдерә (бындай аҙым Ҡытайҙа бөйөк аҡыл эйәһе Конфуций тәғлимәттәренә яраҡлы тип иҫәпләнә). Ул бөтә ил халҡына бәләкәй оҫтаханаларҙа ҡорос иретергә ҡушыу, артыҡ ашығып коммуналар төҙөүҙе, ҠКП Үҙәк комитеты политбюроһын коллектив етәкселек принциптарынан баш тартҡан өсөн тәнҡитләй, илдә килеп тыуған хәл өсөн бөтә партия етәкселәре, «шулай уҡ иптәш Мао Цзэдун» ғәйепле тип белдерә. Пэн Дэхуай оборона министры вазифаһынан бушатыла, уның урынына Линь Бяо тәғәйенләнә.
1962 йылдың көҙөндә Ҡытай менән Һиндостан сигендә һуғыш башлана.
1966 йылда Ҡытай компартияһы рәйесе Мао Цзэдун «ревизионизм»ға һәм "партияла, хөкүмәттә һәм армияла буржуазия ҡалдыҡтары"на ҡаршы киң йәйелдерелгән кампания башлай. Ул маоизмды берҙән-бер дәүләт идеологияһы итеп нығытыу һәм сәйәси оппозицияны юҡҡа сығарыу маҡсатында үткәрелә. Күпләп был эшкә йәлеп ителгән йәштәр «хунвэйбин» тип атала, ул бер-ниндәй ҙә ойошмаларҙан тормай, сөнки Рәйестең эштәре, күрһәтмәләре ҡапыл ғына башлана, бынан тыш ҠКП етәкселегендә берҙәмлек булмай. «Рәйес образына» ныҡ бирелгән, тоғро студенттар, эшселәр һәм уҡыусылар радикал төркөм ҡотҡоһонда (Банда четырёх) "синфи дошман"ды эҙләү һәм фашлау, уртасыл ҡарашлы партия лидерҙарына һөжүм итеү менән шөғөлләнә башлай.
Был кампания ваҡытында Ҡытай компартияһы етәкселәренән иң ҙур вазифа биләгән ҡорбан — Лю Шаоци. Дэн Сяопин хеҙмәт менән холоҡ төҙәтеү өсөн трактор заводына эшкә ебәрелә. Бөтә нимәгә тәнҡит күҙлегенән ҡараған йәштәрҙең емергес энергияһы ғалимдар, интеллигенция, дини институттарға, Ҡытайҙың мәҙәни ҡомартҡыларына, шулай уҡ бик күп элекке мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлаусы ябай Ҡытай кешеләренә ҡаршы йүнәлтелә. Йәмғиәттә башланған идеологик тарҡалыш бының эҙемтәһе була. Маоизм Ҡытайҙың идеологик йөҙө булып ҡала, тик уның артында ысын сәйәси власть вариҫтары араһында көрәш башлана.
1971 йылдың сентябрендә Линь Бяо властан алынғас, ил сәйәсәтендә Көнбайышҡа табан боролоу тип аталған үҙгәреш башлана. 1969 йылда Советтар Союзы менән Ҡытай араһында эш хатта сик буйы бәрелешәренә тиклем барып етә (Даманский утрауында һәм Жаланашколь күле буйындағы ҡораллы бәрелештәр).
1972 йылда «Пинг-понг дипломатияһы» арҡаһында АҠШ президенты Никсон Ҡытайға бара, Мао Цзэдун Ричард Никсон менән осраша. 1972 йылда уҡ Чжоу Эньлай капиталистик илдәр менән хеҙмәттәшлек дәүерен башлап ебәрә, ГФР һәм Япония менән Ухань ҡалаһындағы ҡорос иретеү предприятиеларын модернизациялау тураһында килешеү төҙөй.
1976 йылда Мао үлгәндән һуң «Дүртәү бандаһы» («Банда четырёх»), шунан «Кескәй дүртәү бандаһы»(«Малая банда четырёх») ҡолатыла һәм әкренләп Маоның туранан-тура вариҫы Хуа Гофэнды властан ҡыҫырыҡлап сығаралар. Власҡа Дэн Сяопин етәкселегендәге реформаторҙар килә, улар 1978 йылда ҠКП Үҙәк Комитеты 11-се саҡырылышының 3-сө пленумында «реформалар һәм асыҡлыҡ» сәйәсәтен иғлан итә. 1978—1979 йылдарҙа илдә сәйәси өлкәлә ҡыҫҡа ваҡытлы либералләшеү булып ала, ул «Пекин яҙы» тип атала.
1979 йылда Ҡытай менән Вьетнам араһында сик буйында һуғыш була, ике ил араһындағы хәрби бәрелештәр 1990 йылға тиклем бара.
«Иҡтисади үҙгәрештәр»ҙе ҠКП-ның XII съезы башлап ебәрә (1982 й.). ҠКП-ның XIII съезында (1987 й.) социализмдың тәүге этабы теорияһын ентекләп тасуирлайҙар, уға ярашлы социалистик ҡоролош менән социалистик иҡтисади система—төрлө нимә, социалистик сәйәси тәртип иҡтисадта бөтә нимәне планлы үҙәкләштереүҙе аңлатмай, ул баҙар механизмдарын да, бигерәк тә «дәүләт-предприятие» берлегендә, ҡулланырға мөмкинлек бирә. ҠКП-ның XIV съезында (1992 й.) ҡытайса социалистик базар иҡтисадын булдырыу курсы иғлан ителә. Идеологиялағы был үҙгәреште Дэн Сяопиндың: «Бесәй ниндәй төҫтә булһа ла ярай—иң мөһиме- ул сысҡан ғына тотһон» тигән һүҙҙәре һүрәтләй.
«Иҡтисади реформалар»ҙы башлау "юғарынан башланған революция"ны аңлата, илдә әкренләп һәм өлөшләтә ныҡ үҙәкләштерелгән Сталин- Мао тоталитар иҡтисади моделдән баш тартып, халыҡ хужалығының бер өлөшөн баҙар иҡтисадына күсереү башлана. Шул уҡ ваҡытта сәйәси өлкәлә бер ниндәй үҙгәрешһеҙ ҠКП ил менән идара итеүсе көс булып ҡала.
1970-йылдар аҙағына Ҡытайҙың көсһөҙ иҡтисады Мао Цзэдун үткәргән автантюристик кампанияларҙың тиҫкәре эҙемтәләре арҡаһында («ҙур һикереш» иһәм «мәҙәни революция») ауыр хәлдә була. Даими аслыҡтан Ҡытайҙа 800 млн крәҫтиәндең барыһы ла интегә (бер миллиард халыҡтан), бер кеше иҫәбе кимәленә күсергәндә тауарҙар һәм ашамлыҡ етештереү буйынса ил донъяла иң һуңғы урынды биләй. Аслыҡты еңеү өсөн илдә йыл һайын дөйөм алғанда кәм тигәндә 400 млн тонна ашлыҡ йыйырға кәрәк була. Ауыл хужалығындағы үҙгәрештәр халыҡ коммуналарын тарҡатып, уны ғаилә хужалығы һәм берҙәм коллектив милеккә алмаштырыуға бәйле була. 800 млн крәҫтиән халҡының барыһына ла ауыл хужалығы менән ирекле шөғөлләнеү хоҡуғы бирелә. Дәүләт әҙерләүҙәре системаһы тулыһынса тиерлек бөтөрөлә, ауыл хужалығы продукцияһының күбеһенә хаҡтар ирекле ҡуйыла. Ауыл хужалығының бер урында тапаныуҙан ҡотолоуы, крәҫтиәндәрҙең үҙ хужалыҡтарын махсуслаштырыуы һәм хужалыҡтарҙың һатыуға сығарырлыҡ продукцияһы артыуы — был сараларҙың һөҙөмтәһе. Ауылда крәҫтиәндәр теләге буйынса ойошторолған волость-ҡасабалар предприятиялары 120 млн кешегә эш урыны булдыра һәм крәҫтиәндәрҙең тормош кимәлен күтәрергә ярҙам итә. Илде икмәк менән тәьмин итеү мәсьәләһе 1980 йылдарҙа хәл ителә. Яйлап ауылда коллектив милек менән ғаилә хужалығы нигеҙендә ике ҡатлы (два уклада) хужалыҡ системаһы барлыҡҡа килә.
1984 йылдан башлап, Ҡытай хөкүмәте сәнәғәт сәйәсәте өлкәһендә планлы тауар иҡтисады концепцияһына айырыуса иғтибар итә. Был ысынында иһә ҡайһы бер ҡала предприятиеларын зыянһыҙ эшләүгә күсереүҙе аңлата. Һуңыраҡ хөкүмәт хатта Ҡытай армияһы подразделениеларына ла үҙ-үҙҙәрен тәьмин итеүгә күсергә һәм ирекле эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергәрөхсәт бирә. «Чжуа Да Фан Сяо» ҡағиҙәһе буйынса («ҡулда ҙур предприятиеларҙы тоторға, ә бәлкәйҙәрен ебәрергә») күп кенә дәүләт предприятиелары хужалыҡ итеү механизмын ғына түгел, ә милек формаһын да үҙгәртергә хоҡуҡ ала. Был дәүләткә ҙур предприятиеларҙың хәлен яҡшыртыу өсөн көс тупларға мөмкинлек бирә.
Дүрт ҡала— Шэньчжэнь, Чжухай, Сямынь, Шаньтоу — махсус иҡтисади зоналар тип иғлан ителә. Уларҙан һуң 14 диңгеҙ буйы ҡалаһы, Янцзы һәм Чжуцзян йылғалары тамағындағы дүрт регион, Фуцзянь провинцияһының көньяҡ- көнсығыш өлөшө һәм Бохай ҡултығы янындағы регион асыҡ иҡтисади зона тип иғлан ителә. Хайнань утрауында шул уҡ исемдәге яңы провинция булдырыла һәм ул айырым иҡтисади зонаға әйләнә. Был ҡала һәм райондар сит ил капиталын һәм технологияларын йәлеп итеү, сит ил партнёрҙарынан идара итеүҙең һөҙөмтәле методтарын үҙләштереү өсөн төрлө инвестицион һәм һалым өҫтөнлөктәре ала. Уларҙың иҡтисадының йылдам үҫеше ил масштабында ла һиҙелерлек үҫешкә килтерә. Башланғыс осорҙа илгә индерелгән капиталдың күпселек өлөшөн Тымыҡ океан бассейны илдәрендә йәшәгән ҡытайҙар (хуацяо) (Гонконг, Макао, Сингапур, Малайзия, АҠШ) капиталы тәшкил итә .
1989 йылдың апрелендә илдә демократик үҙгәрештәр яҡлы булған ҠКП Үҙәк комитетының элекке генераль секретары Ху Яобандың үлеме Ҡытайҙың күп кенә ҡалалрында болаға сәбәпсе була. Бигерәк тә Пекин студенттары ныҡ тырыша. 16 апреля 1989 йылдың 16 апрелендә бер төркөм студенттар Тяньаньмэнь майҙанында Ху Яобанды иҫкә алыу сараһын ойоштора. Майҙандан фоторепортажды гәзиттәрҙә баҫтырыу партия етәкселеге тарафынан хуплау итеп ҡабул ителә. Пекинда демонстрациялар башлана, уларҙа 2 миллионға яҡын кеше ҡатнаша, Тяньаньмынь майҙанында митинг бер туҡтауһыҙ бара.
Демонстрацияла ҡатнашыусыларҙы ҠКП Үҙәк комитетының генераль секретары Чжао Цзыяндың реформаларға ҡаршылашыу «буржуаз либералләшеү» кеүек үк хәүефле тигән һүҙҙәре ҡатанландырып ебәрә.
Ләкин пария етәкселегендә демонстранттарға ҡаршы көс ҡулланыу яҡлылар күберәк булып сыға. 1989 йылдың 3 июнендә ғәскәргә "контрреволюцион бола"ны баҫтырырға бойороҡ бирелә. Тяньаньмэнь майҙанындағы протест саралары ваҡытында (1989) бер нисә мең кеше һәләк була, бик күп кеше ҡулға алына. Пекинда һуғыш хәле 1990 йылдың ғинуарында ғына бөтөрөлә.
ҠКП Үҙәк комитетының 1989 йылдың 23-24 июнендә пленумында Чжао Цзыян урынына ҠКП ҮК генераль секретары итеп Цзян Цзэминь һайлана. 2005 йылда вафат булған Чжао Цзыян һуңғы көнөнәсә өйҙәге тотҡон хәлендә йәшәй.
Либералләштереү сәйәсәте менән ҡәтғи алып барылған тыуымды кәметеү сәйәсәте (бер ғаиләлә- бер бала, 20 йыл эсендә тыуым 200 миллионға кәмей) төрлө хужалыҡ рәүешендәге иҡтисад булдырырға мөмкинлек бирә, дәүләт предприятиелары сәнәғәт продукцияһының 48 %, коллектив хужалыҡтар — 38 %, шәхси хужалыҡтар, шулар араһында сит ил компаниялары, — 13,5 %. Дәүләт сауҙа предприятиелары ваҡлап дөйөм һатыуҙағы әйләнештең 41 %, коллектив предприятиелар — 28 % яҡын һәм шәхси — 31 % бирә. Ҡулланыусылар өсөн тәғәйенләнгән тауарҙарға ҡуйылған хаҡтарҙың 90 % — баҙар хаҡы, производство сараларына ҡуйылғандарҙың — 80 %, ауыл хужалығы продукцияһына ҡуйылғандарҙың— 85 % баҙар хаҡы ирекле ҡуйыла. Дәүләт тарафынан планлаштырылған сәнәғәт продукцияһын етештереү 1978 йылда 95 % булһа, хәҙер ул 5 % тәшкил итә. Дәүләт тарафынан көйләнгән тауар хаҡтары кимәле ваҡлап һатыуҙа 95%-тан 6 %-ҡа тиклем төштө. Тауар баҙарынан тыш капитал баҙары, машиналар һәм ҡорамалдар, эшсе көсө, башҡа производствоға кәрәк булған әйберҙәр баҙары барлыҡҡа килде. Ҡытайҙа ВВП 20 йыл буйы, 1985 йылдан башлап, йыл да 9,5 % арта. Ил цемент, төҫлө металдар, кизе-мамыҡ туҡымалар, велосипедтар (80 млн артыҡ), мотоциклдар (21,3 млн артыҡ), телевизорҙар (35 млн.), күмер, ашлыҡ, мамыҡ, рапс орлоғо, ит, йомортҡа етештереү буйынса беренсе, химик ашламалар буйынса- 2-се, шәкәр, автомобилдәр (7,3 млн, шул иҫәптән 4,6 млн еңел) буйынса −3-сө, электр энергияһы- 4-се, эшкәртелмәгән нефть табыу буйынса- 5-се урынға сыҡты. ВВП кимәле буйынса Ҡытай донъяла 4-се урында. Уға донъялағы тулайым продукттың 5,4 % (2006 й.) тура килә. 2006 йылда илдең алтын резервы бер триллион АҠШ долларынан артып китте. Сауҙа балансында ыңғай сальдо- 180 млрд доллар. Ләкин ошондай иҡтисадтағы иҫ киткес тиҙ һәм ҙур уңыштарға ҡарамаҫтан, бер кешегә тура килгән Ҡытай ВВП-һы бик түбән ҡала, 2006 йылда паритетлы һатып алыу мөмкинлеге буйынса иҫәпләгәндә бер кешегә тура килгән Ҡытай ВВП-һы 4700 доллар тәшкил иткән. Шул уҡ ваҡытта асыҡ ҡалаларҙа йәшәгән ҡала кешеһенең уртаса килеме 2006 йылда айына 10000 юандән артҡан. Ҡытай ауылдарында йәшәгән 100—150 млн самаһы кеше эш таба алмай йонсой, бер нисә миллион кеше ваҡытлыса, йә өлөшләтә генә эш тапҡан. Рәсми сығанаҡтар буйынса ҡалаларҙа эшһеҙлек кимәле 4,2 % (2005 й) тирәһе.
XXI быуат башында Ҡытай "донъя фабрикаһы"на әйләнә, унда яҡшы үҫешкән Европа, Төньяҡ Америка илдәренән һәм Япониянан етештереүсе предприятиелар күсерелә. Тик шуныһы, иҡтисади үҫештең йылдам барыуы эшсе ҡулдарының арзанлығына, техник хәүфһеҙлек кимәленең түбән булыуына һәм экология талаптарын үтәлмәүгә бәйле . Шул сәбәпле Ҡытай донъяла атмосфера менән гидросфераны бысратыусылар араһында барыһынан да ҡеүәтлерәк иҡтисады булған АҠШ-тан ҡала икенсе урынды биләй. Тупраҡ эрозияһы буйынса (бигерәк тә төньяҡ өлкәләрҙә) Ҡытай «иң алдынғылар» рәтендә. Автомобиль һәм мототранспорт һаны тиҙ артыуы сәбәпле Ҡытай нефтте күпләп һатып ала (2005 йылда 3,2 млн баррель/тәүлегенә, донъяла 2-се урын),был уның донъялағы уртаса хаҡы артыуға килтерҙе.
Шул уҡ ваҡытта Ҡытайҙың донъяла иҡтисади һәм сәйәси тәьҫире арта бара. 1997 һәм 1999 йылдарҙа Ҡытайға элек унан (Күк аҫты империяһынан) «арендаға алып торолған» Гонконг (Сянган) менән Макао (Аомынь) кире ҡайтарылды (унда йәшәгән халыҡ теләмәһә лә). Илдең оборона ҡеүәте арта һәм Ҡытай халыҡ азатлыҡ армияһының техника менән ҡоралланыуы яҡшыра, бында Ҡытайға иң яңы ҡорал төрҙәрен һатыусы Рәсәй Федерацияһының да роле ҙур.
Иҡтисадта сикләүҙәр бөтөрөлөүе сәйәси тәртиптең йомшарыуына килтермәй. Илдә оппозицияға ҡаршы сәйәси репрессиялар бара (бигерәк тә «Тяньаньмэнь майҙанындағы ваҡиғалар» ға бәйле 1989 йылдың майынан һуң булды), массакүләм саралар, шул иҫәптән Интернет та, бик ҡаты контролдә тотола. Шулай ҙа һуңғы осорҙа ҠКП уставына үҙгәрештәр индерелә, мәҫәлән, эшҡыуарҙарҙы партияға алыу рөхсәт ителә, партияның иң юғары етәксе органдарында кадрҙар алмашыныуы (ротация) индерелгән . Эске сәйәсәттә шәхси мөлкәттең дәүмәлен сикләүәҙәр бөтөрөлгән һәм шәхси автомобилдәр алыу рөхсәт ителгән. Ләкин ил донъяла үлем язаһы ҡулланыу буйынса иң алдынғы урынды биләй (йылына 7 меңдән артыҡ). Бындай ҡаты сараларға ҡарамаҫтан, енәйәтселек һәм ришүәтселек кимәле даими арта бара.
Сикләүҙәрҙе бөтөрөү (либералләштереү) сәйәсәте көтөлмәгәнсә юғары һөҙөмтәләр бирҙе, Ҡытай иҡтисады сифат яғынан ныҡ үҙгәрҙе. Шул уҡ ваҡытта иҡтисад үҫеше региондар буйынса тигеҙ бармай, социаль пропорцияһыҙлыҡ арта, экология мәсьәләләренә иғтибар бүленмәй, был инде Ҡытайға ғына ҡағылмай, күрше илдәрҙә лә хәүеф тыуҙыра.
Ҡытайҙың йылдам үҫеше донъя илдәре өсөн йәшерен хәүеф тыуҙырыуы тураһында күптәргә хәҙер уйланырға тура килә.
Ҡытай тарихы | |||
Тарихҡа тиклемге Ҡытай | |||
Өс хаким һәм биш император | |||
Ся династияһы | |||
Шан династияһы | |||
Чжоу | |||
Көнсығыш Чжоу | Яҙҙар һәм Көҙҙәр | ||
Һуғышыусы батшалыҡтар | |||
Цинь династияһы | |||
Чу династияһы — болалы ваҡыт | |||
Хань | Көнбайыш Хань | ||
Синь: Ван Ман | |||
Көнсығыш Хань | |||
Өс батшалыҡ дәүере: | Вэй, Шу, У | ||
Көнбайыш Цзинь | |||
Ун алты вәхши дәүләт | Көнсығыш Цзинь | ||
Көньяҡ һәм төньяҡ династиялар | |||
Суй династияһы | |||
Тан династияһы | |||
Сун
|
Төньяҡ Сун
| ||
Көнбайыш Ся
|
Көньяҡ Сун
| ||