Ҡала | |||||
Үрге Пышма рус. Верхняя Пышма | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Координаталар | |||||
Башлыҡ |
Соломин Иван Викторович | ||||
Нигеҙләнгән | |||||
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |||||
Элекке исеме |
Баҡыр Руднигы (Медный Рудник) | ||||
Ҡала с | |||||
Майҙаны |
60 км² | ||||
Бейеклеге |
270 м | ||||
Халҡы |
71 335 кеше кеше (2021) | ||||
Тығыҙлығы |
1169,3 кеше/км² | ||||
Агломерация | |||||
Милли состав |
урыҫтар, татарҙар (13,1 %), башҡорттар (1,8 %) һ. б. | ||||
Конфессиональ составы |
христиандар, мосолмандар һ. б. | ||||
Телефон коды | 34368 | ||||
Почта индексы |
62409X | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Рәсми сайт | |||||
Үрге Пышма (йәки Юғары Пышма) (рус. Верхняя Пышма) - Рәсәй Федерацияһының Свердловск өлкәһендә өлкә буйһоноуындағы ҡала, «Үрге Пышма» ҡала округының административ үҙәге. Екатеринбургтың дүрт юлдаш-ҡалаларының береһе, уға төньяҡтан тоташа[1]. Ике ҡала үҙәктәренең араһы яҡынса 14 километр тәшкил итә.[2]
Ҡала Пышма йылғаһы башында, Урал Тауҙарының көнсығыш битләүендә урынлашҡан.
Ҡала үҫешкән инфраструктураға эйә, Урал Тау-Металлургия Компанияһының (Рус. Уральская Горно-Металлургическая Компания (УГМК)) ҡала-базаһы булып тора.
Ҡалала ҙур татар-башҡорт диаспораһы бар. Свердловск өлкәһендәге иң күп милләтле ҡалаларҙың береһе.
Пышма ауылына нигеҙ һалыу датаһы 1701 тип иҫәпләнә.
1854 йылда Пышма урынында Баҡыр Руднигы (Рус. Медный Рудник) ҡасабаһына нигеҙ һалына, шул уҡ йылда йылға башында баҡыр мәғдәне эшкәртелә башлай. Һуңыраҡ Баҡыр Иретеү Заводы төҙөлә.
1929 йылда Үрге Пышма баҡыр электролит заводы төҙөлә башлай, завод 1934 йылда беренсе баҡыр бирә.
Үрге Пышма хәрби техника музейы мәғлүмәттәре буйынса, Бөйөк Ватан Һуғышы йылдарында Үрге Пышмала танктар өсөн баҡырҙың 60% етештерелә.
1946 йылда Пышма ҡасабаһы ҡала статусын ала Һәм Үрге Пышма исеме бирелә.
1958 йылда Пышма Тәжрибә Заводы «ГИРедМет» (п/я м-5649[4], хәҙерге исеме — «Уралредмет») эшләй башлай.[3]
2010 йылдың 16 апрелендә ҡалаға Патриарх Кирилл килә. Ул «Уралэлектромедь» комбинатында була һәм коллективты III дәрәжә преподобный Серафим Саровский ордены менән бүләкләй. [4]
Халҡы (2021) - 71 335
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылдың 1 октябренә ҡала халыҡ һаны буйынса Рәсәй Федерацияһының 1118 ҡалаһы араһында 227-се урында тора.
Халыҡ иҫәбе | ||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
1959[5] | 1967[6] | 1970[7] | 1979[8] | 1989[9] | 1992[6] | 1996[6] | 1998[6] | 2000[6] |
30 331 | ↗35 000 | ↗37 798 | ↗42 698 | ↗53 102 | ↗54 100 | ↗54 600 | ↗54 700 | →54 700 |
2001[6] | 2002[10] | 2003[6] | 2005[6] | 2006[6] | 2007[6] | 2008[6] | 2009[11] | 2010[12] |
↘54 500 | ↗58 016 | ↘58 000 | ↘57 700 | →57 700 | ↗57 900 | ↗58 100 | ↗58 405 | ↗59 749 |
2011[6] | 2012[13] | 2013[14] | 2014[15] | 2015[16] | ||||
↘59 700 | ↗60 662 | ↗62 588 | ↗64 113 | ↗65 781 |
2016 йылда Үрге Пышма ойошмаларының әйләнеше 272,2 млрд һум.
Үрге Пышма предприятиеларының тулы исемлеге (исемдәре урыҫ телендә бирелгән):
Төҫлө металлургия:
Машиналар эшләү һәм металл эшкәртеү:
Химия сәнәғәте:
Үрге Пышмала Рәсәйҙә юғары техник белем биргән берҙән-бер шәхси юғары уҡыу йорто эшләй - УГМК-ның техник университеты.
«Наша Верхняя Пышма фонды»
Атмосфера һауаһының дөйөм бысраныу күрһәткесе классификацияһына ярашлы Өҫкө Пышма атмосфера һауаһының юғары бысраныу кимәленә тап килә һәм халыҡ һаулығына өҫтәмә хәүеф тыуҙыра.
Ағынты һыуҙар өлөшө:
2007 йылда Үрге Пышмала ҡала халҡының билдәһеҙ ауырыу менән күпләп зарарланыуы күҙәтелә.
Зыян күреүселәр - 200 кеше.
Һәләк булғандар - 170 кеше.
Ике төп версия бар:
Үрге Пышмала Пресвятая Богородица Успениеһы ҡорамы һәм
Александр Невский ҡорамы төҙөлгән.
Үрге Пышма - Свердловск Ислам Үҙәге.
Үрге Пышмала Имам Исмәғил Әл Бохари исемендәге баҡыр мәсет бар, иң ҙур мәсет Свердловск өлкәһендә.[17]
Символиканың нигеҙләнеше:
Зәңгәр төҫ - Үрге Пышма халҡының һәм эшселәренең абруйы һәм тыныс хеҙмәте билдәһе.
Һары һыҙат - Урал тауҙары ер аҫты байлығын күрһәтә.
Грифон - край хазинаһы һаҡсыһы.
Венера көҙгөһө - традицион рәүештә баҡыр билдәһе булараҡ ҡулланыла, уны сығарыу һәм эшкәртеү менән муниципаль берәмектең боронғо һәм хәҙерге тарихы тығыҙ бәйле.