Генрик Иоган Ибсен

Генрик Иоган Ибсен
Henrik Johan Ibsen[1]
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2][3][…]
Гражданлыҡ  Норвегия[1][4]
Тыуған ваҡыттағы исеме ингл. Henrik Johan Ibsen[1]
Псевдоним Brynjolf Bjarme[1]
Тыуған көнө 20 март 1828({{padleft:1828|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[1][5][6][…]
Тыуған урыны Stockmanngården[d], Шиен[d], Норвегия[1][5]
Вафат булған көнө 23 май 1906({{padleft:1906|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[1][5][6][…] (78 йәш)
Вафат булған урыны Кристиания[d], Норвегия[1][5]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d][7]
Үлем сәбәбе инсульт[8][9]
Ерләнгән урыны Спасское кладбище[d][10][11]
Атаһы Knud Ibsen[d][1]
Әсәһе Marichen Altenburg[d][1]
Бер туғандары Hedvig Ibsen[d][1], Ole Paus Ibsen[d][12], Johan Andreas Altenburg Ibsen[d][12], Nicolai Alexander Ibsen[d][12] һәм Johan Altenburg Ibsen[d][1]
Хәләл ефете Сюзанна Торесен[d][1][13]
Балалары Сигурд Ибсен[d][1] һәм Hans Jacob Henriksen[d][1]
Туған тел Норвег теле[14]
Яҙма әҫәрҙәр теле Дат теле[14] һәм Норвег теле[14]
Һөнәр төрө драматург, шағир, либреттист, режиссёр, яҙыусы
Эшмәкәрлек төрө сәнғәт башҡарыу төрҙәре[d][15]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1906[1][16]
Фильмография Henrik Ibsen filmography[d]
Сәнғәт йүнәлеше реализм[d][17]
Жанр драма[d][17] һәм шиғриәт[17]
Йоғонто яһаусы Август Стриндберг, Георг Брандес[d], Сёрен Кьеркегор[d], Генрик Арнольд Вергеланн[d] һәм Якобсен, Йенс Петер[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт hf.uio.no/is/tjenester/v…[18]
nb.no/forskning/ibsen/
Хеҙмәттәре тупланмаһы Миннеаполис сәнғәт институты[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Henrik Ibsen
 Генрик Иоган Ибсен Викимилектә

Ге́нрик Ио́ган И́бсен (норв. Henrik Johan Ibsen; (20 март 1828 йыл, Скиен, Норвегия — 23 май 1906 йыл, Кристиания ( Норвегияның баш ҡалаһы Ослоның элекке исеме) — Норвегия драматургы, Европалағы «яңы драма»ға нигеҙ һалыусы. Шулай уҡ шағир һәм публицист.

Генрик Ибсен 1828 йылда Скиен ҡалаһында, бай коммерсант ғаиләһендә тыуған. Тик атаһы 1836 йылда бөлә.

1844 йылдан башлап Генрик Ибсен аптекала эшләй. Ошо ваҡытта ул, боронғо Рим тарихынан «Катилина»ға нигеҙләнеп, тәүге шиғырҙарын һәм драмаһын яҙа (Catilina, 1850). Псевдоним менән баҫтырылған был әҫәрҙә 1848 йылдарҙа Европала барған революция менән бәйле ваҡиғалар һүрәтләнә. 1850 йылда Кристиания ҡалаһында Ибсендың «Батырҙар курганы» («Богатырский курган») (Kjæmpehøjen) пьесаһы ҡуйыла.

18521857йылдарҙа Бергенда Норвегияның тәүге милли театрын етәкләй, 1857—1862 йылдарҙа Кристианияла Норвегия театры етәксеһе була. Бергенда йәшәгәндә яҙыусы сәйәси милләтселек һәм Скандинавия фольклоры менән ҡыҙыҡһына. Шулай итеп, «урта быуат» пьесалары — " Эстроттан Фру Ингер " (Fru Inger til Østeraad, 1854), «Сульхаугтағы мәжлес» (Gildet paa Solhoug), 1855—1856 йылдарҙа Ибсенға бөтә Норвегия буйлап дан килтергән әҫәр), «Улаф Лилиенкранс» (Olaf Liljekrans, 1856), « Хельгеландтағы яугирҙәр» (Hærmændene paa Helgeland, 1857) яҙыла.

1862 йылда Ибсен Норвегиялағы ҡайһы бер социаль ҡатламдарҙың етешһеҙлектәренән көлгән «Мөхәббәт комедияһы» әҫәрен яҙа. Халыҡ тарихын сағылдырған «Тәхет өсөн көрәш» (1864) пьесаһында Ибсен прогрессив тарихи миссиялы геройҙың еңеүен һүрәтләй. Ләкин яҙыусы, ҡәләме оҫтарған һайын, үҙенең ижадының, милләтселек идеялары менән сикләнгәнен нығыраҡ тоя бара.

1864 йылғы Данияның Австро-Венгрия һәм Пруссия менән һуғышынан һуң Ибсен сит илгә китә. Ул яңы идеялар, яңы формалар эҙләү уйы менән яна.

Драма реформаһы башланған осор

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сирек быуат самаһы Ибсен Италияла һәм Германияла(Римда, Дрезденда, Мюнхенда) йәшәй. Уның тәүге бөтә донъяға билдәле булған әҫәрҙәре — шиғри драмалар «Бранд» (Brand, 1865) һәм «Пер Гюнт» (Peer Gynt, 1867). Уларҙа Ибсендың ғына түгел, уның замандаштарының ҡапма— ҡаршылыҡлы холоҡ сифаттары сағыла. Бранд — кеше ирке, дингә тоғролоҡ идеяларын таратыусы бик етди рухани, уның донъяға ҡарашы Дания дини философы һәм яҙыусыһы Сёрен Кьеркегор тәғлимәте тәьҫирендә формалашҡан. Пер Гюнт, киреһенсә, бәхетле булырға теләй, ләкин шәхси бәхетте таба алмай. Шуға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер тәнҡитселәр, Пер Гюнтта Брандҡа ҡарағанда кешелеккә һөйөү (гуманизм) көслөрәк, тағын ул- шағир ҙа, тип иҫәпләй. Норвегия һәм Данияла уҡыусылар ҙа, тамашасылар ҙа был әҫәрҙе яратмай. Пер Гюнттың йылдар буйы ниҙер эҙләп, ҡайҙалыр йөрөп ҡайтыуын халыҡ аңламай. Бынан тыш, әҫәрҙә крәҫтиәндәр аңһыҙ, мәҙәни яҡтан бик түбән кимәлдә тороусылар итеп күрһәтелә. Бөйөк Дания әкиәтсеһе Г.-Х. Андерсен "Пер Гюнт"ты " буш әҫәр ", тип атай. Был әҫәрҙе театрҙа күреүселәр, композитор Эдвард Григтың әкиәттәгеләй музыкаһы ғына был тамашаны ҡотҡарҙы, тип үҙ фекерҙәрен белдерә.

1860 йылдар аҙағы — 1870-се йылдар башында социаль һәм сәйәси ҡапма- ҡаршылыҡтар көсәйгән мәлдә, Ибсен иҫке донъяның емерелеүен, "кеше рухы революцияһын " көтә. Беҙҙең эраның 4 быуатында йәшәгән һуңғы мәжүси Рим императоры Юлиан Аpostata (Мөртәт) тураһындағы «Кесарь һәм Галилеялы» (1873) драмаһында яҙыусы кешелә киләсәктә буласаҡ рухи һәм тәбиғи башланғыстарҙың бер бөтөн булып берләшеренә ышаныс белдерә .

Основная статья — «Кукольный дом»

Ибсендың Рәсәйҙәге иң популяр пьесаһы — «Ҡурсаҡ йорто» (Et Dukkehjem, 1879). Хельмер менән Нораның фатирындағы декорация мещандар йортондағы идиллияны һүрәтләй. Был яйға һалынған, тыныс, етеш тормош ағышын адвокат Крогстад боҙа. Ул хужабикә Нораның ялған вексель эшләүен иҫенә төшөрә . Торвальд Хельмер ҡатыны менән әрләшә, уға төрлө ғәйеп ташлай. Көтмәгәндә Крогстад ҡарашын үҙгәртә , векселде кире Нораға ебәрә. Хельмер шунда уҡ тыныслана һәм ҡатынына әүәлге һәүтемсә томошто дауам итергә тәҡдим итә . Тик Нора ире өсөн бер кем дә булмағанын аңлай. Ул мещандар тормошоноң кире яҡтарын асып һала :

Атай йортонда ҡурсаҡ- ҡыҙ бала булған кеүек, бында мин ҡурсаҡ- ҡатын инем. Ә балаларым- минең ҡурсаҡтарым булдылар.

Пьесаның аҙағында Нора иренән китә. Тик был социаль пьеса түгел, ул ысын булған хәлгә нигеҙләнеп яҙылған. Был пьеса Ибсенды кеше ирке мәсьәләһе борсоғанын күрһәтә.

Ибсен "Ҡурсаҡ йорто"нан һуң Ибсен «Өрәктәр» (Gengangere, 1881) драмаһын яҙа. Был әҫәрҙә «Бранд» пьесаһындағы ҡайһыбер мотивтар һиҙелә: нәҫел, дин, идеализм (фру Альвинг уның кәүҙәләнеше). Тәнҡитселәр фекеренсә, «Өрәктәр» француз натурализмы тәьҫирендә яҙылған әҫәр.

«Халыҡ дошманы» (En Folkefiende, 1882) максималист Стокман бөтә ҡаланың бысраҡ һыуы ағып төшкән шифалы инеште ябыуҙы талап итә. Бөтә ҡала шул инеш иҫәбенә йәшәй, шуға күрә ҡала халҡы уның тураһындағы хәҡиҡәтте таратыуға ҡаршы, һәм Стокманды ҡаланан ҡыуып сығаралар. Үҙ сиратында, ул хисле монологтарында күпселек хакимлығы тураһындағы идея менән шул осор йәмғиәтен , әсе һүҙҙәр йәлләмәй, һүгә, ул күңелендә хәҡиҡәтте яҡлаусы тойғоһон һаҡлап ҡала .

Импрессионизм һәм Шекспир йоғонтоһонда яҙылған «Ҡырағай өйрәк» пьесаһында (Vildanden, 1884) идеалист Грегерс гуманист-докторға ҡапма-ҡаршы ҡуйыла. Доктор кешеләргә уларҙың тормошонда булған бөтә нимәне һөйләргә кәрәкмәй, тип иҫәпләй. «Яңы Гамлет» Грегерс докторҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалмай һәм ғаилә серен аса, был уның һеңлеһе Хедвигтың үҙ-үҙенә ҡул һалыуына килтерә.

Ижадының һуңғы осоро

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ибсендың һуңғы пьесаларында кинәйәләү арта төшә, психологик һүрәтләү оҫтара бара. Алғы планға «көслө кеше» темаһы сыға. Ибсен геройҙарын йәлләмәй башлай. Был осор пьесалары — «Төҙөүсе Сольнес» (Bygmester Solness, 1892), «Йун Габриель Боркман» (John Gabriel Borkman, 1896).

«Төҙөүсе Сольнес» — Ибсендың иң һуңғы драмаларының береһе. Сольнес, Ибсендың үҙе кеүек үк, юғары бурыс һәм яйланған, рәхәт тормош араһында өҙгәләнә. Йәш ҡыҙ Хильда ("Ҡырағай өйрәк"тәге Хедвигте хәтерләтә) унан башнялар төҙөүҙе дауам итеүҙе талап итә. Пьеса төҙөүсенең ҡолап төшөүе менән тамамлана, әҙәбиәт белгестәре быны әлегә бер нисек тә аңлата алмай. Бер төрлө фекер буйынса, ижад менән тормош бергә бара алмай, икенсеһе буйынса — ысын ижад кешеһе тик шулай ғына үҙ юлын тамамлай ала.

Ибсен 1906 йылда баш мейеһенә ҡан һауыуҙан (инсульт) вафат була .

Пьесалары театр сәхнәләрендә һәм киноэкрандарҙа

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ибсен драмаларын төрлө театрҙар ҡуя. Уның пьесаларының бик күбе XX башында Константин Сергеевич Станиславский һәм Владимир Иванович Немирович-Данченко тарафынан Мәскәү художество театрында ҡуйылған, Стокман роле Станиславский репертуарындағы иң уңышлыларыныңбереһе тип иҫәпләнә . Әлеге ваҡытта Ибсен әҫәрҙәрен Чехов исемендәге Бәләкәй художество театрында (МХТ-ла), Санкт-Петербургта Бәләкәй драма театры- Европа театрында (МДТ) ҡарап була.

Норвегияла Г. Ибсен әҫәрҙәре буйынса фильмдар йыш төшөрөлә. Улар араһында ике «Ҡырағай өйрәк» фильмы (1963 и 1970), «Норма (Ҡурсаҡ йорто)» (1973), " Эстроттан Фру Ингер " (1975), «Диңгеҙ буйынан килгән ҡатын» (1979), «Халыҡ дошманы» (2004). Норвегиянан тыш төшөрөлгән фильмдар— «Терье Виген» (Швеция, 1917), «Ҡурсаҡ йорто» (Франция/Великобритания, 1973), «Гедда Габлер» (Великобритания, 1993).

СССР почта маркаһы, 1956 йыл
  • Рәсәйҙә Ибсен XX быуат башынан алып, интеллигенцияның яратҡан яҙыусыһына әйләнә; уның пьесаларын шли биккүп театрҙар ҡуя. Урыҫ дипломаты М. Э. Прозор— Ибсендың бер нисә әҫәренең француз теленә рәсми тәржемәсеһе .
  • Ибсендың ижадын Иннокентий Анненский, Леонид Григорьевич Андреев, Андрей Белый, Александр Александрович Блок, Зинаида Венгерова, Анатолий Васильевич Луначарский, Всеволод Мейерхольд, Дмитрий Мережковский, Николай Минский, Лев Шестов өйрәнгән, уға арнап мәҡәләләр һәм хеҙмәттәр яҙған.
  • Советтар Союзында театрҙарҙа күбеһенсә «Ҡурсаҡ йорто», «Өрәктәр» ҡуйыла, ә концерттар ваҡытында композитор Эдвард Григ «Пер Гюнт» драмаһы өсөн музыкаль темалар башҡарыла .
  • 1956 йылда СССР-ҙа Ибсенға бағышланған почта маркаһы сығарылған.
  • 2006 йылда Ибсендың вафатына йөҙ йыл тулыу менән бәйле бик күп саралар үткәрелде.

Билдәле Рәсәй ғалимы- германист Владимир Адмони фекеренсә:

« Ә XX быуаттың 30-сы йылдарынан башлап, пьесаны Ибсенса аналитик ысул менән төҙөү ҙурыраҡ роль уйнай башлай. Ниндәйҙер әүәлерәк булған тарих, электән килгән ҡурҡыныс сер, уларҙы асмайынса бөгөнгө хәл аңлашылмай — театрҙа һәм кинодраматургияла иң яратҡан ысулдарҙың береһенә әүерелә, улар теге, йәки был формала суд тикшереүен күрһәткән әҫәрҙәрҙә үҙенең иң юғары нөктәһенә барып етә. Ибсендың тәьҫире бында — ысынында йыш ҡына тура түгел — боронғо антика драмалары тәьҫире менән киҫешә»

Ибсенға бәйле ҡайһы бер мәғлүмәт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Генрик Ибсендың улы Сигурд Ибсен билдәле сәйәсмән һәм журналист (1859—1930), ейәне Танкред Ибсен]] (1893—1978) кинорежиссёр була.
  • Генрик Ибсен исеме Меркурий планетаһындағы бер кратерға бирелгән .
  • 1986 йылдан башлап, Норвегияла драматургияны үҫтерүгә индергән өлөш өсөн Ибсен исемендәге милли премия, ә 2008 йылдан — Ибсен исемендәге халыҡ-ара премия бирелә.
  • Шиен ҡалаһында Ибсен тетры бар.
  • Генрик Ибсен өндәшмәҫ кеше була. Уны йыш ҡына ҡунаҡҡа саҡыралар, барыуҙан баш тартҡанда ул былай тип әйтә торған булған:

— Ҡунаҡта мин бөтөнләй тиерлек һөйләшмәйем. Ҡалған ҡунаҡтар ҙа миңә ҡарап, шымып ҡалалар. Хужалар асыулана башлай . Был миңә нимәгә? Ә мин ҡунаҡҡа килмәһәм, йыйылған кешегә һөйләшер өсөн шәп тема табыла[19].

  • Доктор Эдвард Булл, Ибсендың шәхси табибы, һөйләүенсә, Ибсендың ғаиләһе яҙыусының үлер көнөндә уның түшәге янында йыйылған. Яҡындарын тынысландырырыға типтер инде, ауырыуҙы ҡараусы ҡатын Ибсендың хәле бөгөн әйбәтерәк күренә,ти. Шул саҡ Ибсен урынына ҡалҡына ла, асыҡ һәм аңлайышлы итеп : « Шуның киреһе!» — ти ҙә, йән бирә.
  • Собрание сочинений Генрика Ибсена : в 6 т. / Пер. с датск.-норв. П. И. Вейнберга, И. Н. Юровского, К. Д. Бальмонта. — СПб. : Издательство И. Юровского, 1896—1897.
  • Полное собрание драматических произведений Генрика Ибсена : в 8 т. / Пер. с датск.-норв. М. В. Лучицкой. — К.—Х. : Южно-русское книгоиздательство Ф. Л. Иогансона, 1900.
  • Полное собрание сочинений Генрика Ибсена : в 8 т. / Пер. с датск.-норв. А. В. Ганзена]], П. Г. Ганзена. — СПб. : Издательство товарищества «Знание», 1903—1906.
  • Полное собрание сочинений Генрика Ибсена : в 4 т. / Пер. с датск.-норв. А. В. Ганзена, П. Г. Ганзена. — СПб. : Издательство товарищества А. Ф. Маркс, 1909. — (Приложение к журналу «Нива»).
  • Ибсен Г. Собрание сочинений : в 4 т.. — М. : «Искусство», 1956—1958.
  • Ибсен Х. Кесарь и Галилеянин. Росмерсхольм = Kejser og Galilæer. Rosmersholm / Пер. с датск.-норв. Ф. Х. Золотаревской, А. В. Ганзена, П. Г. Ганзена; изд. подг. А. А. Юрьев; отв. ред. И. П. Куприянова. — СПб.: «Наука», 2006. — 744 с. — (Литературные памятники). — 2000 экз. — ISBN 5-02-027022-9.

Ҡалып:Пьесы Ибсена