Глория Свенсон | |
Gloria Swanson | |
| |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат көнө | |
Вафат урыны |
Нью-Йорк, АҠШ |
Гражданлығы | |
Һөнәре |
актриса |
Карьераһы |
1914—1981 |
IMDb | |
Глория Свенсон Викимилектә | |
Глория Свенсон (Суонсон; ингл. Gloria Swanson, ҡыҙ исем-фамилияһы Глория Жозефина Мей Свенсон (ингл. Gloria Josephine May Swanson); 27 март 1899 йыл — 4 апрель 1983 йыл) — Америка актёры, продюсер, тауышһыҙ киноның иң сағыу йондоҙҙарының береһе. Үҙ заманы тамашасыһына башлыса «Бульвар Сансет» классик нуарҙа башҡарған төп роле менән билдәле.
Глория Свенсон кинола үҙенең карьераһын 1915 йылда хужаһы һәм художество етәксеһе Мак Сеннет булған «Кистоун» кинофирмаһында комик актриса сифатында башлай. Ул ваҡытта уға ун ете йәш була. Ул ҙур уңыш менән «Пульман вагонынан кәләш», «Уның ҡарары йәки Хәүефле ҡыҙыҡай» таҫмаларында, шулай уҡ Чарльз Чаплин менән «Уның яңы эше» фильмында уйнай. Һуңғараҡ, 1924 йылда, «Ир-егет менән идара ителеүсе ҡатын» комедияһында ул Чаплинды имитациялай. Әммә уның артист карьераһы башлыса режиссёр Сесиль де Милль ижады менән бәйле була. Глория Свенсон уның «Ирегеҙҙе алмаштырмағыҙ» (1919), «Ҡайғыла ла, шатлыҡта ла» (1919), «Арландар һәм орғастар», «Ниңә ҡатынды алмаштырырға» (1920), «Анатолдең эше» (1921) фильмдарында төшә.
20 йылдарҙың икенсе яртыһында Голливудтың күренекле актрисаларының береһе булып киткәс, Глория Свенсон 1926 йылда үҙ студияһын булдыра һәм «Сэди Томпсон» (1928) һәм «Тәртип боҙоусы ҡатын» (1929) фильмдарында төшә һәм ошо фильмдарҙа ҡатнашҡаны өсөн ике тапҡыр «Оскар»ға номинациялана. Ошо уҡ студияла Эрих фон Штрогейм «Королева Келли» исемле фильмда Глория Свенсонды төп ролдә төшөрә.
Тауышлы кино барлыҡҡа килеү менән актриса кинола төшмәй башлай тиерлек: «Королева Келли»нан һуң, 1934 йылға тиклем, ул тик алты фильмда төшә; ете йылдан һуң экранда ул тағы ла бер мәртәбә 1941 йылда күренеп ҡала, әммә был килеп сығыуы иғтибарһыҙ ҡала.
1950 йылда, оҙайлы туҡталып тороуҙан һуң, Билли Уайлдер Глория Свенсонды ҡабаттан киноға ҡайтара һәм уға «Бульвар Сансет» фильмында аҡылдан яҙған тауышһыҙ кино йондоҙо Норма Десмонд ролен тәҡдим итә.
«Оскар»ға номинацияланған ошо роль менән (премия Джуди Холидейға «Кисә тыуған» фильм өсөн бирелә) Глория Свенсон яңынан үҙенә XX быуаттың һоҡланғыс актрисаһы репутацияһын ҡайтара һәм икенсе тормошҡа ирешә — хәҙер инде тауышлы кинола. Уны ҡабаттан кинола төшөргә саҡыра башлайҙар, ул сәхнәлә лә уйнай һәм һәләтле телевидение актёрҙары рәтенә лә инә — бөтә өлкәләрҙә лә уға уңыш юлдаш була. Бынан тыш, ул үҙ бизнесы булған, бай, эшлекле ҡатын була. Глория Свенсон Нью - Йоркта 1960—70 йылдарҙа үҙенең бренды аҫтында мода йорто аса.
Глория Свенсондың йога менән мауығыуы билдәле. Йондоҙло актёрҙар Рамон Новарро, Дженифер Джонс, Грета Гарболар менән бергә ул 1947 йылда Голливудта Индра Деви асҡан йога мәктәбенең дәрестәренә йөрөй. «Американлылар өсөн йога» исемле китабын Индра нәҡ Глория Свенсонға бағышлай.
1968 йылда Глория Свенсон СССР-ға вегетарианлыҡты пропагандалау өсөн килеп китә. Һуңғы мәртәбә Глория кинола 1974 йылда бәләкәй генә ролдә «Аэропорт 1975» (1975) фильмында төшә.
Свенсон тайпылмаҫ республика яҡлы кеше була һәм 1964 йылда Барри Голдуотерҙың президент кампанияһын, шулай уҡ үҙ ваҡытында, 1940/1944 йылдарҙа, кандидат булған Уэнделл Уилкины ла яҡлап сыға.
Актриса 1983 йылдың 4 апрелендә 84 йәштә йөрәк сиренән Нью-Йорк ҡалаһының бер клиникаһында вафат була. Уның кәүҙәһе яндырыла һәм иң яҡын туғандары ғына булған хушлашыу тантанаһынан һуң Бишенсе авенюла урынлашҡан епископ сиркәүендә ерләнә[1][2]
Актрисаның вафатынан һуң уның шәхси әйберҙәре һәм йорт йыһаздары аукциондарҙа һатыла. Был аукциондар 1983 йылдың август-сентябрь айҙарында «Дойл Акцион Хаус»та үтә.
Глория Свенсон Викиөҙөмтәлә | |
Глория Свенсон Викимилектә |