Гуанчжоу

Ҡала
Гуанчжоу
ҡытайса 广州, пиньинь теле: Guǎngzhōu
Ил

Ҡытай

Статус

субпровинциаль әһәмиәттәге ҡала

Провинция

Гуандун

Координаталар

23°07′39″ с. ш. 113°14′50″ в. д.HGЯO

ҠКП ҡала комитеты секретары / Мэр

Чжу Сяодань / Чжан Гуаннин

Майҙаны

7434,4 км²

Диңгеҙ кимәленән бейеклеге

11 м

Халҡы

13 438 972 ашыу[1] кеше (2009)

Тығыҙлығы

1883 кеше/км²

Сәғәт бүлкәте

UTC+8

Телефон коды20
Почта индексы

510000

Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

guangzhou.gov.cn

Гуанчжоу (Ҡытай Халыҡ Республикаһы)
Гуанчжоу
Гуанчжоу
Гуанчжоу (Ҡытай Гуандун)
Гуанчжоу

Гуанчжо́у (ҡытайса 广州, пиньинь телендә: Guǎngzhōu, элек Канто́н[2] исеме менән билдәле булған) — Ҡытай Халыҡ Республикаһының субпровинциаль әһәмиәттәге ҡалаһы, Гуандун провинцияһының административ үҙәге, барлыҡ көньяҡ Ҡытайҙың сәйәси, сәнәғәт, фәнни-техник, мәғариф, мәҙәни һәм транспорт үҙәге. 13 миллиондан күберәк халҡы менән Шанхай, Пекин һәм Тяньцзиндан һуң илдең дүртенсе ҡалаһы булып иҫәпләнә. Ҡоро ерҙәге майҙаны 7434,4 км², диңгеҙҙәгеһе 744 км². Эске тулайым продукт 411 млрд. юань, кеше иҫәбенә 47 053 юань тура килә.

Йәше 2000 йылдан артып киткән Гуанчжоу — Ҡытайҙың 24 бай тарихлы ҡалаларының береһе. Легендалар буйынса уға б.э.т. 862 йылда нигеҙ һалынған[3] Хань династияһы хакимлек иткән замандарҙа сит ил караптары бындағы порттан ҡытай тауарҙарын алып киткән. Хань һәм Цин империялары ваҡытында диңгеҙ суднолары эшләү һәм төҙәтеүҙең ниндәй кимәлдә булыуын раҫлаусы иҫке удоверфь урындары бунда беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған.

Күп быуаттар дауамында нәҡ Гуанчжоу диңгеҙҙәге Ебәк юлының башы булған. Б.э.т. II быуатта ҡала «Паньюй» (番禺 Pānyú) исемен йөрөткән һәм ҡытай-вьет дәүләтенең баш ҡалаһы булған.

Тан династияһы Ҡытайҙың көньяғын яулап алғанға ҡәҙәрге тарихында Гуанчжоу һәр саҡ асыҡ сауҙа ҡалаһы булған. Сун династияһының Көньяҡ Сун хакимлеге дәүерендә империяның сәйәси үҙәге Ханчжоу ҡалаһына күскәс, Гуанчжоу сәнәғәт үҙәгенә әйләнә.

Бер үк ваҡытта ҡала төрлө осор власть хужаларына ҡаршы булғандарҙың һыйыныу төбәге булараҡ та тарихҡа инеп ҡалған. Улар араһынан иң билдәлеләре Сунь Ятсен, Дэн Сяопин һәм тағы ҡайһы берҙәр. Нәҡ бында Пекиндағы етәкселеккә ҡаршы фетнәләр йыш ҡабыныр булған.

1840 йылға тиклем Гуаньчжоу Европанан килгән сауҙа караптары өсөн асыҡ берҙән-бер Ҡытай порты булған. Нәҡ шуға ла британ ғәскәрҙәренең 1840—1842 йылдарҙағы Беренсе опиум һуғышындағы хәрби хәрәкәттәре был портты ҡамауҙан башланған да инде[4].

Ҡала илдең эре һәм үҫешкән сәнәғәт, финанс, транспорт һәм сәйәхәт үҙәге булып танылған. Гуанчжоу «асыҡ итеп» иғлан ителгәндән һуң бында ике иҡтисади-технологик «үҫеш зоналары» булдырыла. Уларҙың тәүгеһе Гуанчжоу-Нанша сәнәғәт предприятияларын үҙенә туплаһа, иркен сауҙа зонаһында таможня һәм һатыу ойошмалары урынлашҡан. Бында йөҙгә яҡын күмәртә баҙары, төрлө тауар тәҡдим итеүсе һатыу нөктәләре һәм йөҙәр меңләгән сәнәғәт предприятиелары, заводтар, фабрикалар бар. Уларҙа төрлө йүнулештәге диңгеҙ һәм йылға суднолары, автомобилдәр, сәнәғәт һәи электрон ҡорамалдары, көнкүреш техникаһы, велосипедтар һәм башҡа төр спорт инвентары, тәгәрмәстәр, фарфор, цемент һәм күп төрлө химик әйберҙәр, гәзит ҡағыҙы, рафинад шәкәре һәм башҡа төр продукция етештерелә. Гуанчжоу — шулай уҡ донъяла танылыу алған еңел сәнәғәт үҙәге лә, бында ебәктән, мамыҡтан, һинд сүсе (джут) һәм яһалма сүстәрҙән күп әйбер сығарыла. Әлегәсә традицион һәм халыҡ кәсебенә ҡараған (сигеү өлгөләре, фил һөйәген семәрләү, нефриттән төрлө әйберҙәр, ҡулсатырҙар һ.б.) әйберҙәр яһау киң таралыу алған. Ҡытайҙың башҡа сәнәғәт яғынан ныҡ үҫешкән провинциялары кеүек ҡала ла электр энергияһы етмәүҙән даими, айырыуса йәй айҙарында ныҡ яфа сигә. Балыҡсылыҡ яҡшы үҫешкән.

Йылына ике тапҡыр ҡалала «Кантон йәрминкәһе» (CECF, Canton Fair) ойошторола. Ул бөтә донъяның етештереү һәм сауҙа өлкәһенә ҡағылған иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе булып танылған, ә үҙендә төҙөлгән төрлө килешеүҙәр күләме буйынса бөгөнгө көнгә донъялағы өсөнсө сәнәғәт йәрминкәһе булып иҫәпләнә. Бер үк ваҡытта Гуанчжоу — Гонконг менән сауҙа итеүҙең иң әһәмиәтле майҙанына әйләнгән.

Ҡалалағы 610 метрлыҡ телевизион башня
Гуанчжоу Гуандун провинцияһы картаһында

Континенталь Ҡытайҙың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан Гуанчжоу үҙенең субтропик климаты менән билдәле. Һауа йылы һәм дымлы булғанлыҡтан, бында төрлө-төрлө күп сәскә үҫә. Донъяға танылған мәҙәни-тарихи урын булыуы менән бергә, Көньяҡ Ҡытайҙың эре сауҙа-иҡтисади ҡалаһы һәм диңгеҙ порты.

Гуанчжоу үҙен киҫеп аҡҡан Чжуцзян йылғаһы дельтаһынан төньяҡта, Көньяҡ Ҡытай диңгеҙе ярҙарынан 110 саҡрымда урынлашҡан. Был төбәктә Чжуцзян үҙенең ҡушылдыҡтары Дунцзян («көнсығыш йылға»), Сицзян («көнбайыш йылға») һәм Бэйцзян («төньяҡ йылға») һыуҙары менән тулылана һәм диңгеҙгә ҡоя.

Гуанчжоу климаты
Күрһәткес Ғин. Фев. Март Апр. Май Июнь Июль Авг. Сен. Окт. Нояб. Дек. Йыл
Абсолют максимум, °C 27,2 28,6 32,1 32,4 36,2 36,6 39,1 38,0 37,6 34,8 32,5 29,6 39,1
Уртаса максимум, °C 18,3 18,5 21,6 25,7 29,3 31,5 32,8 32,7 31,5 28,8 24,5 20,6 26,5
Уртаса температура, °C 14,3 15,1 18,4 22,6 26,0 28,2 29,1 29,0 27,7 24,8 20,2 16,0 22,6
Уртаса минимум, °C 10,3 11,7 15,2 19,5 22,7 24,8 25,5 25,4 24,0 20,8 15,9 11,5 18,9
Абсолют минимум, °C 0,1 1,3 3,2 7,7 14,6 18,8 21,6 20,9 15,5 9,5 4,9 0,0 0,0
Яуым-төшөм нормаһы, мм 41 69 85 201 284 276 233 227 166 87 35 32 1736
Һәр айҙа ҡояшлы көндәр, сәғәттәрҙә[5]
Йыл айҙары Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл буйына
Ҡояшлы сәғәттәр 133 76 74 78 127 150 220 198 186 192 177 167 1780

Административ-территориаль бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡала 10 районға һәм 2 ҡала өйәҙенә бүленгән:

Карта Адм. берәмек Иероглифтар Халҡы 2006 йылда Майҙаны, км²
Ғәмәлдәге Гуанчжоу
Юэсю районы 越秀区 1,151,481 32.82
Ливань районы 荔湾区 705,262 62.40
Хайчжу районы 海珠区 890,512 90.4
Тяньхэ районы 天河区 645,453 141
Ҡала ситтәре
Байюнь районы 白云区 767,688 825
Хуанпу районы 黄埔区 193,641 122
Хуаду районы 花都区 636,706 961
Паньюй районы 番禺区 947,607 661.88
Наньша районы 南沙区 147,579 544.12
Логан районы 萝岗区 167,360 389.06
Цзэнчэн ҡала өйәҙе 增城市 810,554 1,741.4
Цунхуа ҡала өйәҙе 从化市 543,377 1,974.5

Туғанлашҡан ҡалалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡала көндөҙ

Panorama of Guangzhou

һәм төндә Panorama of Guangzhou at night