Мах Эрнст

Мах Эрнст
нем. Ernst Mach
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Богемия короллеге
Тыуған көнө 18 февраль 1838({{padleft:1838|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[2][1][3][…]
Тыуған урыны Брно-Хрлице[d], Брно[d], Богемия тажының ерҙәре[d], Австрия империяһы[4][5][6]
Вафат булған көнө 19 февраль 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[2][1][3][…] (78 йәш)
Вафат булған урыны Фатерштеттен[d], Эберсберг[d], Верхняя Бавария[d], Королевство Бавария[d], Германский рейх[d]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе колоректальный рак[d]
Ерләнгән урыны Нордфридхоф[d]
Ҡәбере һүрәте
Хәләл ефете Ludovica Aloisia Carolina Marussig[d][7]
Балалары Ludwig Mach[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле Немец теле
Һөнәр төрө физик, фәлсәфәсе, уҡытыусы, профессор, фотограф, сәйәсмән
Эшмәкәрлек төрө физика[5], фән фәлсәфәһе[d], тәбиғи фәндәр[5], мәғариф[5] һәм фәлсәфә[5]
Эш урыны Вена университеты
Грац университеты[d]
Карл университеты
Биләгән вазифаһы член Национального совета Австрии[d], член палаты господ рейхсрата Австро-Венгрии[d] һәм ректор Карлова университета[d]
Уҡыу йорто Зайтенштеттенская гимназия[d][7]
Piaristické gymnázium v Kroměříži[d][7]
Вена университеты[7]
Ғилми дәрәжә профессор[d][7] (1864) һәм профессор[d][7] (1866)
Ғилми етәксе Андреас фон Эттингсгаузен[d][8]
Аспиранттар Станислав Провачек[d], Ottokar Tumlirz[d][9], František Koláček[d][10] һәм Генрих Гомперц[d][11]
Әүҙемлек урыны Кромержиж[d][5][6]
Архивы хранятся в ETH Zurich University Archives[d][12]
Сәнғәт йүнәлеше Көнбайыш фәлсәфәһе
Ойошма ағзаһы Леопольд Академияһы[13], Гёттинген фәндәр академияһы[d] һәм Бавария фәндәр академияһы[d]
Йоғонто яһаусы Андреас фон Эттингсгаузен[d], Огюст Конт[d], Герберт Спенсер[d] һәм Рихард Авенариус[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Максимилиана «За достижения в науке и искусстве»
Вики-проект Проект:Математика[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
 Мах Эрнст Викимилектә

Эрнст Мах (нем. Ernst Mach; 18 февраль 1838 — 19 февраль 1916) — австрия физигы, механик һәм философ-позитивист.

Вена Император фәндәр академияһы ағзаһы (1880).

Эрнст Вальдфрид Йозеф Вензель Мах шул ваҡытта Австрия империяһына ҡараған Хрлице-у-Брна ауылында, архиепископ замогында гимназия уҡытыусыһы ғаиләһендә тыуа[14]. 14 йәшкә тиклем йортта белем ала, һуңынан Кромержиж гимназияһына уҡырға инә. 1855 йылда Вена университетына уҡырға инә һәм уны 1860 йылда физика буйынса докторлыҡ дәрәжәһе менән тамамлай. Бер йылдан һуң Андреас фон Эттингсгаузен етәкселегендә хабилитация үтә, йәғни юғары уҡыу йортонда профессор вазифаһында эшләү мөмкинлеген ала.

1867 йылда Эрнст Мах үҙенән ете йәшкә йәшерәк йәтимә Людовига Маруссигҡа өйләнә, уларҙың биш балаһы була.

Биләгән вазифалары: Вена университеты приват-доценты (1861 йылдан), Грацела физика профессоры (1864 йылдан), Прагала Карлов университетында физика профессоры (1867 йылдан) һәм ректоры (1879 йылдан), Прагала Немец университеты профессоры (1882). Вена университетында философия профессоры (1895 — 1901).

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мах физика өлкәһендә бер нисә мөһим асыш яһай. Уның тәүге ғилми эштәре оптика һәм акустикаға һәм ишетеү һәм күреү процестарын өйрәнеүгә бәйле (вестибуляр аппараттың эшләү механизмын аңлатыу, оптик күренеште — Мах дүңгәләктәре, йәки һыҙаттарын асыу). Был осорҙағы эштәре араһында — «Доплер принцибы нигеҙендә ике ҡатлы йондоҙ тураһында» (1861), «Гельмгольцтың музыка теорияһына аңлатма» (1866), «Тауыш юғарылығын стробоскопик билдәләү алымы тураһында» (1873), «Тауыштың ҡаҡлығыуы һәм һыныуы тураһында» (Фишер менән бергә, 1873), «Оптик-акустик тәжрибәләр» (1873), «Кинестезия тураһында тәғлимәт нигеҙҙәре» (1875) һәм башҡалар[15].

1881 йылдан Мах газ динамикаһы мәсьәләләре менән шөғөлләнә (ул фәндең ошо йүнәлешенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе тип иҫәпләнә[16]). Ул есемдәрҙең тауыштан шәберәк хәрәкәтенә бәйле килеп тыуған аэродинамик процестарҙы өйрәнә; удар тулҡындың барлыҡҡа килеүен аса һәм уны тикшерә. Был өлкәлә бер нисә дәүмәл һәм төшөнсә Мах исеме менән аталған: Мах һаны, Мах конусы, Мах дүңгәләктәре һ. б.

Махтың түбәндәге ғилми эштәре киң талыныу алған: «Эште һаҡлау принцибы тарихы һәм нигеҙе» (1872), «Механика: Үҫеше буйынса тарихи-тәнҡит очерк» (1883), «Тойғолар анализы» (1886).

Махтың тәбиғи-ғилми хеҙмәттәре фәлсәфә өлкәһенә сәйәхәттәргә бай; атап әйткәндә, «Физик тикшеренеүҙәрҙәрҙең иҡтисади тәбиғәте» (1882) һәм «Тәбиғи-ғилми фекерҙә үҙгәртеүҙәр һәм яраҡлашыуҙар тураһында» (1884) лекциялар.

Фәлсәфәүи ҡараштары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Вена паркына ҡуйылған бюсты

Махтың фәлсәфәүи ҡараштары XIX быуат аҙағында — XX быуат башында, физикалағы көрсөктө классик (Ньютон) физиканың төп төшөнсәләрен яңыса аңлатып хәл итергә тырышыуына бәйле киң билдәлелек ала. Абсолют арауыҡ, ваҡыт, хәрәкәт, көс һәм башҡалар тураһында күҙаллауҙарға Мах был котегорияларҙы релятив аңлауҙы ҡапма-ҡаршы ҡуя. Мах, улар сығыштары буйынса субъектив, тип иҫәпләй (ҡара махизм). Субъектив реализм рухында Мах, донъя — ул «тойғолар комплексы», һәм фәндең бурысы — ошо «тойғоларҙы» һүрәтләү, тип иҫәпләй.

Мах буйынса, тән тойғоно етештереүсе түгел, ә сағыштырмаса тотороҡлоғо менән айырылып торған тойғолар комплексы, һәм ул айырым исемдәр ала һәм есем булараҡ айырым билдәләнә. Төҫтәр, тауыштар һәм башҡалар — һуңғы элементтар, һәм беҙ бына шуларҙы өйрәнергә тейешбеҙ.

Эпистемология өлкәһендә Мах уйҙағы эксперимент төшөнсәһен индерә.

Мах неопозитивизм философияһы үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Уның фәлсәфәүи ҡараштары, Огюст Конт, Герберт Спенсер тәҡдим иткән классик позитивизм идеяларын артабан үҫтереүсе булараҡ, позитивизм үҫешенең эмпириокритицизм тип аталған икенсе стадияһын ашлап ебәрә (уларҙың ҡайһы берҙәре автор исеме менән махизм тип атал). Махтың субъектив-идеялистик идеяларын В. И. ЛенинМатериализм һәм эмпириокритицизм», 1908, 1909 й.нәшер ителгән) һәм Г. В. Плеханов тәнҡитләй (ҡара: «Фәлсәфәүи ревизионизмға ҡаршы», М., 1935).

  • 1970 йылда Халыҡ-ара астрономия союзы Айҙың кире яғындағы кратерға Эрнст Мах исемен бирә.
  • 1988 йылда Австрияның почта маркаһында Махтың һүрәте төшөрөлә.

Урыҫ телендә баҫылғандары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Введение к учению о звуковых ощущениях Гельмгольца. — СПБ, 1879.
  • Учение об электричестве и магнетизме в элементарном изложении / Пер. с нем. под ред. Л. П. Геймана. — Санкт-Петербург : тип. М-ва вн. дел, 1894.
  • Познание и заблуждение (нем. Erkenntnis und Irrtum, 1905, 1-й перевод на рус. яз. в 1909 году, 2-е — 2003) текст
  • Анализ ощущений (нем. Die Analyse der Empfindungen, 1886) — М., 1908. репринт 2000 — текст
  • Мах Э.  Механика. Историко-критический очерк её развития. — Ижевск: Ижевская республиканская типография, 2000. — 456 с. — ISBN 5-89806-023-5.
  • Популярно-научные очерки. — СПБ, 1920.
  • Принцип сохранения работы. История и корень её. — СПБ, 1909.
  1. 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 2,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #118575767 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 Ernst Mach // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  4. Чешская национальная авторитетная база данных
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 Ernst Mach // Encyklopedie Kroměříže (чеш.) — 2020.
  6. 6,0 6,1 Mach, Ernst, 1838-1916 // https://tritius.kmol.cz/authority/782689 (чеш.)
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 7,5 Encyklopedie dějin města Brna (чеш.) — 2004.
  8. Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
  9. Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
  10. Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
  11. Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
  12. http://archivdatenbank-online.ethz.ch/hsa/#/content/3df858e04f414bc9bce8920b5e645d70
  13. https://www.leopoldina.org/fileadmin/redaktion/Mitglieder/CV_Ernst_Mach_D.pdf
  14. Эрнст Мах. Дата обращения: 16 июнь 2012. Архивировано 25 декабрь 2013 года.
  15. Филонович С. Р. Экспериментатор и методология // Эйнштейновский сборник 1986—1990. — М., Наука, 1990. — Тираж 2600 экз. — с. 423—445
  16. Тюлина, 1979, с. 235