Моисеев Игорь Александрович | |
Зат | ир-ат[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 8 (21) ғинуар 1906 |
Тыуған урыны | Киев, Рәсәй империяһы[3] |
Вафат булған көнө | 2 ноябрь 2007[4][5][6][…] (101 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Хәләл ефете | Зейферт Тамара Алексеевна[d] һәм Моисеева Ирина Алексеевна[d] |
Һөнәр төрө | хореограф, балет артисы, балетмейстер, бейеүсе |
Эшмәкәрлек төрө | бейеү[7] һәм хореография[7] |
Уҡыу йорто | Мәскәү дәүләт хореография академияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Досье в | Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][8] |
Моисеев Игорь Александрович Викимилектә |
Моисеев Игорь Александрович (21 ғинуар 1906 йыл — 2 ноябрь 2007 йыл) — СССР-ҙың халыҡ артисы (1953)[9]. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976). Өс Сталин премияһы (1942, 1947, 1957), Ленин (1967), СССР дәүләт премияһы (1985) һәм РФ дәүләт премияһы (1996) лауреаты. Өс Ленин ордены (1958, 1976, 1986) кавалеры.
Игорь Александрович Моисеев 1906 йылдың 21 ғинуарында Киев ҡалаһында тыуған, уның атаһы, Александр Михайлович Моисеев, сығышы буйынса Орел губернаһы дворяны. Әсәһе — Грэн Анна Александровна, уның нәҫелендә француз, румын вәкилдәре булған. Ата-әсәһе Парижда таныша. Игорь бала саҡта бер нисә йыл Парижда үткәрә һәм шуға күрә французса иркен һөйләшә. Ғаиләлә берҙән-бер бала була[10].
Мәскәүҙә Ҙур театрҙың элекке балеринаһы В. Мосолова шәхси балет студияһында уҡый башлай (1920)[11]. Ике-өс ай үткәндән һуң, Мосолова үҙе Игорҙе ГАБТ-ҡа (хәҙерге Мәскәү дәүләт хореография академияһы) күсерә[12].
1924 йылда әлеге театрҙың Дәүләт балет студияһын тамамлай (педагогтары Иван Смольцов һәм Александр Горский) һәм Ҙур театр труппаһына эшкә алына, 1939 йылға тиклем шунда эшләй. 1931 йылдан башлап — солист. 1930 йылда уҡ балетмейстер булараҡ эшләй башлай.
1930-сы йылдарҙа Ҡыҙыл майҙанда бер нисә физкультура парадын, Рубен Симоновтың Әрмән студияһында спектаклдәр ҡуя, Мәскәү художество театрында дуэль кодексы дәрестәрен бирә, Мәскәү хореография училищеһында уҡыта, Халыҡ ижады театрында хореография секцияһы менән етәкселек итә(1936)[13].
1933 йылда Сәнғәт университетын тамамлай.
1937 йылда Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе Вячеслав Молотов ярҙамында илдә тәүге профессиональ халыҡ бейеүҙәре ансамблен ойоштора (хәҙерге Игорь Моисеев исемендәге Халыҡ бейеүҙәре ансамбле). Яңы ансамблдең тәүге репетицияһы 1937 йылдың 10 февралдә уҙа. Шул ваҡыттан алып — бейеү ансамбленең алыштырғыһыҙ художество етәксеһе һәм бейеүҙәр ҡуйыусыһы.
Ансамбль менән бергә СССР буйлап өҙлөкһөҙ гастролдәр менән (1938 йылдан алып) һәм сит илдәр (1945 йылдан алып) йөрөй.
1943 йылда илдә тәүге халыҡ бейеүҙәре профессиональ мәктәбен (халыҡ бейеүҙәре ансамбле янындағы мәктәп-студия) ойоштора, 1966 йылда — «Йәш балет» хореография концерт ансамбле ойоштора (хәҙерге Дәүләт балет театры, етәкселәре — Н. Касаткина һәм В. Васильев), әлеге ансамбль менән 1970 йылға тиклем етәкселек итә[14].
Илдәге төрлө күренекле йәмәғәт ваҡиғаларына арналған мәҙәни программалар һәм тантаналы концерттар ҡуя. «Йәйғор» телевизион фольклор фестивале жюрийы рәйесе, күп кенә халыҡ-ара халыҡ бейеүҙәре конкурстары һәм фестивалдәрҙең даими жюри ағзаһы була, Тыныслыҡты яҡлау комитеты эшендә ҡатнаша.
Моисеев хәтеләүенсә, уны КПССҡа инергә саҡырғандар, әммә ул һәр ваҡыт принципиаль рәүештә баш тартҡан.
— Ә ни өсөн Һеҙ партияға инергә теләмәйһегеҙ? — Мин Аллаһҡа ышанам һәм шуның өсөн мине йыйылыштарҙа тикшереүегеҙҙе теләмәйем[15]
Ҙур театр коллегияһы ағзаһы (1985 йылдан алып), Рәсәй сәнғәт академияһы президиумы ағзаһы (1996 йылдан алып), РФ президенты ҡарамағындағы әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Дәүләт премияһы буйынса комиссия ағзаһы, Рәсәй Сит ил эштәре минстрлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәт, мәғариф һәм фән эшмәкәрҙәре советы ағзаһы.
Хореография буйынса мәҡәләләр авторы, «Я вспоминаю…Гастроль длиною в жизнь» автобиографик китап авторы.
1960-сы йылдар уртаһынан филателия менән мауыға. . Уның коллекция нигеҙен Венгрия маркалары (уларҙы уға 1950-се йылдар уртаһында ошо ил буйлап гастролдәрҙә йөрөгәндә бүләк итәләр), шулай уҡ Испания маркалары һәм бейеүҙәргә һәм донъя костюмдарына арналған маркалар тәшкил итә,.
101 йәше менән барғанда 2007 йылдың 2 ноябрендә гипертоник ауырыуынан һәм йөрәктең ишемия ауырыуынан вафат була. 2007 йылдың 7 ноябрендә Новодевичье зыяратында (5-се участка) ерләнә.
Өс тапҡыр өйләнгән була:
1937 йылдан алып — үҙе булдырған «СССР-ҙың халыҡ бейеүҙәре ансамбле» (1991 йылда «Игорь Моисеев етәкселегендге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле» тип үҙгәртелә", 2007 йылдан — Игорь Моисеев исемендәге).
СССР һәм Рәсәй Федерацияһы наградалары:
Сит ил наградалары:
Премиялар:
Исемдәре:
Игорь Моисеев Викимилектә | |
Игорь Моисеев Викияңылыҡтарҙа |
Моисеев Игорь Александрович . «Герои страны» сайты.