Ниязов Сапарморат Атай улы (төркм. Saparmyrat Ataýewiç Nyýazow, Сапармырат Атаевич Ныязов; тыуғандағы фамилияһы — Аннания́зов; 19 февраль 1940 йыл — 21 декабрь 2006 йыл), Төркмәнбашы (төркм. Türkmenbaşy — «төркмәндәр башлығы»), Серда́р (юлбашсы) һәм Мәңге Бөйөк Сапарморат Төркмәнбашы[13] — СССР һәм Төркмәнстандың партия, дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, 1985 йылдан 2006 йылғаса Төркмәнстан етәксеһе (1985—1991 йылдарҙа — Төркмәнстан Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары, 1990—2006 йылдарҙа — Төркмәнстан президенты; 1999 йылдан — ғүмеренең ахырынаса президент). 1990—1991 йылдарҙа — КПСС Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзаһы. Ниязов идара иткән осорҙа илдә уның шәхси диктатор власы, шулай уҡ масштаблы шәхес культы урынлаштырыла[14], тик уның вафатынан һуң ғына улар бөтөрөлә.
Сапарморат Атай улы Ниязов 1940 йылдың 19 февралендә Төркмән ССР-ының Ҡыпсаҡ ауылында тыуа. Рәсми биографияһына ярашлы, 1941 йылда уның атаһы, Атаморат Ниязов, үҙ теләге менән фронтҡа китә һәм 1942 йылдың 24 декабрендә 2-се гвардия дивизияһы 535-се гвардия полкының отделение командиры званиеһында Кавказ өсөн барған һуғыштарҙа һәләк була[15]. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, уның атаһы Чикола ауылы (Төньяҡ Осетия) янында яраланған килеш әсиргә төшә, һәм немецтар уны атып үлтерә. Әсәһе — Гурбансолтан-ынйы, шулай уҡ ҡустылары (10 йәшлек Мөхәммәтморат һәм алты йәшлек Ниязморат) Ашхабадта 1948 йылда булған ер тетрәү ваҡытында һәләк була[16]. Йәтим ҡалғас, Сапарморат Ҡыҙыл-Арват ҡалаһындағы балалар йортона барып эләгә. Урта мәктәпте отличие менән тамамлап, 1959 йылда Геолог-эҙләнеү эштәре эшселәре һәм хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Төркмән территориаль комитетында инструктор булып эшләй башлай. 1962 йылдан КПСС ағзаһы. Бер нисә ай Мәскәү энергетика институтында уҡып ала (бында уның архив эше һаҡлана), ауыр эпилепсия өйәнәктәре йыш ҡабатланыу сәбәпле, уҡыуҙан ебәреүҙәрен һорап ғариза яҙа. Уҡыуын Ленинград политехник институтында дауам итә, 1967 йылда инженер-энергетик дипломын ҡулына ала.
КПСС-тың XXVI (1981), XXVII (1986), XXVIII (1990) съездары һәм XIX конференцияһы (1988) делегаты. СССР-ҙың халыҡ депутаты. СССР Юғары Советы ағзаһы.
Төркмәнстанда яңы Конституция рәсми рәүештә индерелгәнгә тиклем үк — 1990 йылда президент Посы булдырыла. 1990 йылдың 27 октябрендә бөтә халыҡ тауыш биреүе юлы менән альтернативаһыҙ шарттарҙа Төркмән ССР-ы Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары С. Ниязов Төркмән ССР-ы президенты итеп һайлана. Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, һайлаусыларҙың 98,3 проценты уның өсөн тауыш бирә[18].
Конституция ҡабул ителгәндән һуң президент, үҙенең полномочиеларын Төп Закон менән яраштырыу өсөн, яңынан һайлау үткәрергә тәҡдим итә. 1992 йылдың 21 июнендә, берҙән-бер кандидат булараҡ, С. Ниязов тағы ла күпселек тауыш менән Төркмән Республикаһы Президенты итеп һайлана: һайлауҙа ҡатнашҡандарҙың 99,5 проценты уның өсөн тауыш бирә.
1993 йылдың 22 октябрендә Сапарморат Ниязов Мәжлес (парламент) ҡарары менән донъялағы бөтә төркмәндәрҙең башлығы тип иғлан ителә. Аҙағыраҡ был титул «Бөйөк Төркмәнбашы» тип атала башлай.
1993 йылдың икенсе яртыһында Төркмәнстан Демократик партияһы (элекке Төркмәнстан Коммунистаря партияһы) Сапармурат Ниязовтың полномочиеларын икенсе срокҡа, 1997 йылда һайлауҙар үткәреп тормайынса, 2002 йылға тиклем оҙайтыуҙы тәҡдим итә.
1994 йылдың ғинуарында бөтә халыҡ референдумында һайлаусыларҙың күпселеге был идеяны хуплай.
Аҙ һанлы һәм, нигеҙҙә, Мәскәүҙә йәшәгән төркмән оппозицияһы вәкилдәре саң ҡаға башлай. Төркмәнстандың 1997 йылда президент посына һайлауҙарҙа ҡатнашырға ниәтләгән элекке сит ил эштәре министры Абды Кулыев Рәсәй телевидениеһының «Хәбәрҙәр» программаһына биргән интервьюһында, власть, Сапарморат Ниязовҡа ғүмерлек президентлыҡты тәьмин итергә теләп, Конституцияны тупаҫ боҙа, тип белдерә. Мәскәүҙәге «Төркмәнстан» Мәҙәни һәм эшлекле хеҙмәттәшлек фонды тирәһенә тупланған оппозиция үҙ дәғүәләрен юридик яҡтан законды боҙоуҙар менән генә түгел, ә илдәге ауыр иҡтисади хәл барлыҡҡа килеүе менән дә дәлилләй[19].
Шуны билдәләү урынлы булыр: президент һайлауҙарын һәм референдум үткәреү барышында Конституция положениелары аныҡ күҙәтелә. Өҫтәүенә, Конституцияны ғәмәлгә индереү тураһындағы Законға ярашлы, С. Ниязов өсөнсө срокҡа президент булып һайланыу мөмкинлеген ала, сөнки беренсе тапҡыр һайланғанда Конституция ҡабул ителмәгән була.
Әммә ул ваҡытта Төркмәнбашы ғүмерлек президентлыҡты индереүгә ҡаршы булыуын асыҡтан-асыҡ белдерә. Аҡһаҡалдар Советы, Халыҡ Советы һәм Милли яңырыу хәрәкәтенең берлектәге ултырыштарында сығыш яһап, ул ғәмәлдәге законды боҙоуға бармаясағы тураһында белдерә һәм 2002 йылда полномочиелары срогының тамамланыуын көтөргә тәҡдим итә һәм «кемдең президент буласағын бергәләп хәл итергә» саҡыра.
Бер аҙ һуңыраҡ,1994—1995 йылдарҙа, Ниязов биләгән юғары вазифаны «Шах» тип атау һәм Төркмәнстанды Шахлыҡ тип иғлан итеү тураһындағы мәсьәлә ҡарала. Әммә Төркмәнстандың бер нисә кланы вәкилдәре булған аҡһаҡалдарҙың 1994 йылда Балҡан велаятендә үткән кәңәшмәһендә был идея аҡһаҡалдар тарафынан бер тауыштан хуплау тапмай[20]. Быға бәйле, шулай уҡ асыҡтан-асыҡ белдерелмәгән консультациялар барышында күрше Иран, Үзбәкстан, Рәсәй етәкселеренең был идеяға кире ҡарашта булыуҙарын һәм Ниязовтың вариҫ буласаҡ улы Морат Ниязов менән мөнөсөбөттәренең киҫкен булыуын иҫәпкә алып, С. Ниязов шах тип иғлан ителмәй.
1999 йылдың декабрендә Төркмәнстандың Халыҡ Советы Сапарморат Ниязовтың ғүмерлек президентлығы тураһында ҡарар ҡабул итә[21].
2002 йылдың апрелендә Төркмәнстанда хәрби хеҙмәт тураһында яңы закон ҡабул ителә, юғары хәрби звание сифатында маршал дәрәжәһе индерелә; быға тиклем армия генералы юғары звание була[22]. Әммә Ниязовҡа был юғары званиены биреү инициативаһы уңышҡа өлгәшмәй; 2002 йылдың июнендә Ниязов маршал званиеһынан баш тарта һәм ошо инициатива авторҙары булған хеҙмәткәрҙәрен ҡырҡа тәнҡитләп сығыш яһай[23].
2002 йылдың ноябрендә Ашхабадта Ниязовты үлтермәксе булалар: президент кортежы йөк машинаһынан утҡа тотола. Атыш мәлендә бер кем дә зыян күрмәй. Төркмәнбашы был инцидентты элек юғары вазифалар биләгән төркмән чиновниктарының: сит ил эштәре министры Борис Шихморадов менән ауыл хужалығы министры Имамбирҙе Ыҡлымовтың ойоштороуҙары тураһында белдерә.
2003 йылдың авгусында Ниязов Халыҡ Советының ғүмерлек рәйесе итеп һайлана.
Сапарморат Ниязов, башҡа БДБ илдәре етәкселәре менән сағыштырғанда, берлектә үткәрелгән сараларҙа бик һирәк ҡатнаша. Бик йыш ҡына Урта Азия буйынса күршеләре — Ҡаҙағстан менән Узбекистан етәкселәренең Төркмәнстан адресына тәнҡит һүҙҙәрен яуҙырауҙары Төркмәнбашының асыуына тейә, тигән фекер ҙә бар. Тап ошо сәбәпле Төркмәнстан нейтралитет тураһында иғлан итә һәм ОДКБ-ға («Коллектив хәүефһеҙлек килешеүе ойошмаһы») инеүҙән баш тарта. 2005 йылда Төркмәнбашы Төркмәнстандың БДБ-лағы статусын айырымланған ағзалыҡ кимәленә тиклем түбәнәйтеүе тураһында иғлан итә.
Һуңғы йылдарҙа Төркмәнбашы ҡаты ауырый, ул йөрәк һәм диабет сирҙәренән яфалана.
С. Ниязов һаулыҡ һағы, мәғариф, шәхси тормош һәм башҡа фундаменталь хоҡуҡ мәсьәләләренә ҡағылышлы яңылыҡтарҙың күбеһен президент указдары менән индерә. Коммунистарҙан һуң барлыҡҡа килгән күпселек дәүләттәрҙең юлбашсыларынан айрымалы рәүештә С. Ниязов закондарҙы тик үҙе ҡабул итеүгә өҫтөнлөк бирә.
2001 йылда донъя күргән «Рухнамә» («Рух китабы») — фәлсәфәүи-тарихи күҙлектән сығып төркмән халҡының рухлылығын тикшереү. Сапарморат Ниязов был китаптың авторы тип иҫәпләнелә. Ниязов фекеренсә, тәгәрмәсте лә һәм башҡа бик күп өйберҙәрҙе төркмәндәр уйлап тапҡан, тимерҙе лә улар эретә башлаған, өҫтәүенә хәҙерге Евразия киңлектәрендә 70-ләп дәүләткә нигеҙ һалған.
Сапарморат Ниязов 2006 йылдың 21 декабрендә йөрәк өйәнәгенән вафат була. Оппозициялағыларҙың ҡайһы берҙәре, Ниязов бер нисә көн алда вафат булғандыр, тип белдерә[24]. Ниязовтың баҡыйлыҡҡа күсеүе төркмән халҡы өсөн көтөлмәгән хәл була.
Рәсәйҙә уны ерләү церемонияһы «Хәбәрҙәр» дәүләт телеканалы аша тура эфирҙа трансляциялана. Ерләүҙә Рәсәйҙән Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Михаил Фрадков ҡатнаша[25].
Ҡайһы бер аналитиктар, Төркмәнбашының ҡапыл үлеүе Төркмәнстанды системалы көрсөккә килтерәсәк, тип күҙаллай.
Әммә Ниязов үлгәндән һуң сәйәси властың алмашыныуы тыныс үтә, ниндәйҙер күҙгә салынған көрсөк һиҙелмәй.
Күҙәтеүселәр йәмғиәттең Ниязов үлеменә ҡайғырыуын, ниндәйҙер дәрәжәлә юғалып ҡалыуын, яҡшыға табан өмөтләнеүен билдәләй[26][27][28] .
Ниндәйҙер тәртип боҙоуҙар ҙа күҙәтелмәй (ҡаты режимлы Овадан-Депе колонияһындағы тотҡондарҙың бунт күтәрергә маташыуын иҫәпкә алмағанда[29]).
Ниязов вафатынан һуң Төркмәнстандың хәүефһеҙлек советы йыйыла. Конституция буйынса, президент баҡыйлыҡҡа күскән осраҡта уның вазифаһы парламент (Мәхлес) рәйесенә йөкмәтелә, һәм ике ай эсендә яңы һайлау көнө билдәләнелә. Шулай итеп, Овезгелде Атаев президент вазифаһын башҡарыусы булырға тейеш була..
Әммә Атаевҡа ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғатылған булып сыға. Шуға күрә вице-премьер, һаулыҡ һағы министры Гурбангулы Бердымөхәмәдов президент вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә. Илдә ете көнлөк матәм иғлан ителә.
Төркмәнбашы вафатынан һуң бер нисә айҙан илдә Ниязовтың шәхес культын кәметеү буйынса саралар башлана.
2007 йылдың май аҙағында Төркмәнабат ҡалаһында элекке президент Сапарморат Ниязовтың статуяларының береһе һүтелә[30].
2008 йылдың 3 майында Нейтралитет аркаһын Ашхабад үҙәгенән ҡала ситенә күсереү тураһында ҡарар ҡабул ителә. 2010 йылдың 18 ноябрендә ғәмәлдәге президент Бердымөхәмәдов был арканы һүтергә ҡуша[31].
Төркмәнбашының исеме гимндан һәм тоғролоҡ антынан алып ташлана, һәйкәлдәр һәм бюстар әкренләп һүтелә, "Рухнамә"не мәжбүри һәм бөтә ерҙә лә өйрәнеү туҡтатыла. Ҡатын-ҡыҙҙар көнө Ниязовтың әсәһенең тыуған көнөнән ҡайтанан 8 мартҡа күсерелә. Григориан календары ҡабат ҡулланыла башлай, айҙар һәм аҙна көндәренә элекке атамалары кире ҡайтарыла[32][33].
«Рухнамә» һәм Ниязовтың башҡа китаптары бар ерҙән дә йыйып алына. Улар урынына Төркмәнстанда йәшәүселәр Бердымөхәмәдовтың «Прогрестың яңы үрҙәренә» тигән китабын һатып алырға тейеш була[34].
2009 йылдан әйләнешкә яңы аҡсалар индерелә, уларҙа Ниязов портреты урынына төркмән эшмәкәрҙәренең портреттары урын ала.
2010 йылдың 1 апреленән Ниязов күрһәтмәһе буйынса ябылған китапханалар ҡайтанан асыла.[35][36]
Төркмәнстан президентын һайлау 2007 йылдың 11 феврелендә үткәрелә. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, президентт вазифаһын башҡарып килгән Гурбангулы Бердымөхәмәдов, 89 % тауыш йыйып, еңеп сыға; 14 февралдә үк ул ант бирә һәм Төркмәнстандың икенсе президенты була.
Сапарморат Ниязов — үҙ дәүләтенең юғары наградаһы — Төркмәнстан Геройы исеменә һәм «Алтын Ай» алтын миҙалына («Алтын Ярымай») иң беренсе булып лайыҡ була.
Йыл һайын 21 декабрҙә Төркмәнстанда Төркмәнстандың беренсе президенты Сапармората Атай улы Ниязовты Иҫкә алыу көнө билдәләнелә. 2012 йылда Ҡыпсаҡ ауылы зыяратына барып зыярат ҡылыу үткәрелә[41][42].