Папян Ара Артушевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Әрмәнстан Канада |
Тыуған көнө | 6 июнь 1961 (63 йәш) |
Тыуған урыны | Ереван, Әрмән ССР-ы[d], СССР |
Һөнәр төрө | тарихсы, дипломат, адвокат |
Уҡыу йорто |
Ереванский государственный университет[d] Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Дипломатик академияһы[d] |
Рәсми сайт | modusvivendicenter.org |
Папян Ара Артушевич Викимилектә |
Папян Ара Артушевич (әрм. Արա Արտուշի Պապյան; 6 июнь 1961 йыл) — әрмән юрисы, дипломат, политолог һәм тарихсы, Әрмәнстандың Канадалағы 2000—2006 йылдарҙағы илсеһе , Modus Vivendi тикшеренеү үҙәге етәксеһ[1].
Ара Артушевич Папян 1961 йылдың 6 июнендә Әрмән ССР-ының баш ҡалаһы Ереванда тыуа. Афғанистанда совет ғәскәрҙәренең сикләнгән контингентында хәрби тәржемәсе булып хеҙмәт итә. 1988—1989 йылдарҙа Афған һуғышының әрмән ветерандары союзын етәкләй.
Дипломатик хеҙмәте тамамланғас, әрмән мәсьәләһенең юридик аспекттарын, шул иҫәптән Таулы Карабахтың статусын, Вильсонов Әрмәнстаннын һәм башҡа мәсьәләләрҙе өйрәнә башлай. Күп кенә илдәрҙә лекциялар менән сығыш яһай[2][3].
Милли аҙсылыҡ хоҡуҡтары мәсьәләләре менән шөғөлләнә һәм Әзербайжандың үҙ дәүләтселегенән мәхрүм ителгән халҡын (талыш, лезгин һәм башҡаларҙы) Әрмәнстан ошо мәсьәлә буйынса хупларға тейеш, тип үҙ интервьюларында күп тапҡырҙар һыҙыҡ өҫтөнә ала[4].
«Modus Vivendi» үҙәгенә нигеҙ һала һәм уға етәкселек итә[5].
Өйләнгән, Нарек һәм Тарон исемле улдары бар.
Әрмән, инглиз, фарсы һәм урыҫ телдәрен белә[6].
7 хәрби миҙал һәм ордендар менән бүләкләнә.
Элек эшләүсе: |
Әрмәнстандың Канадалағы илсеһе. 2000—2006 |
Алмашҡа килеүсе: |