Розалин Сасмен Ялоу | |
ингл. Rosalyn Sussman Yalow | |
![]() | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() |
Тыуған ваҡыттағы исеме | ингл. Rosalyn Sussman |
Тыуған көнө | 19 июль 1921[1][2][3][…] |
Тыуған урыны | Нью-Йорк, Нью-Йорк, Америка Ҡушма Штаттары[1] |
Вафат булған көнө | 30 май 2011[4][2][3][…] (89 йәш) |
Вафат булған урыны | Бронкс[d], Нью-Йорк, Нью-Йорк, Америка Ҡушма Штаттары[5] |
Үлем сәбәбе | ауырыу |
Ерләнгән урыны | Mount Moriah Cemetery[d][5] |
Хәләл ефете | A. Aaron Yalow[d] |
Һөнәр төрө | физик, табип, университет уҡытыусыһы, биофизик |
Эшмәкәрлек төрө | биофизика |
Эш урыны |
Иешива-университет[d] Хантерский колледж[d] |
Уҡыу йорто |
Нью-Йоркский университет[d] Урбана-Шампэйндағы Иллинойс университеты[d] Хантерский колледж[d] Walton High School[d] |
Ойошма ағзаһы | АҠШ фәндәр милли академияһы[d][6], Америка сәнғәт һәм фәндәр академияһы[d] һәм Парижская медицинская академия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Ҡыҙыҡһыныу өлкәһе | ядро физикаһы |
![]() |
Розалин Сасмен Ялоу (ингл. Rosalyn Sussman Yalow; 19 июль 1921 йыл — 30 май 2011 йыл) — Америка биофизигы. «Пептид гормондарын асыҡлауҙың радиоиммунологик ысулдарын үҫтергән өсөн» медицина буйынса Нобель премияһы лауреаты (1977).
Розалин Сасмен Ялоу 1921 йылдың 19 июлендә АҠШ-тың Нью-Йорк ҡалаһында йәһүд иммигранттары Саймон Сассман һәм Клара Ципперҙың ғаиләһендә тыуа[7]. Улар төргәк-ҡап материалдары менән һатыу итеү өлкәһендә эшләй. Розалин 1941 йылда Хантер колледжын тамамлай, физика менән ҡыҙыҡһына. Ләкин ҡатын-ҡыҙ булғас, уны бер университет та ҡабул итмәҫ тип уйлай. Сасмен Колумбия университетына машинистка булып эшкә инә, шунан секретарь вазифаһына күсә. Әммә шул уҡ йылды ул Урбана-Шаймпэйндағы Иллинойс университетына саҡырыла, сөнки икенсе донъя һуғышы арҡаһында ир-ат етешмәй. 1943 йылда Сасмен Арон Ялоуға кейәүгә бара. 1945 йылда ядро физикаһында философия докторы була.
Диссертация яҡлағандан һуң Сасмен Ялоу Ветерандар эштәре идаралығының Бронкс госпиталендә эшләй башлай, унда Соломон Берсон менән берлектә ҡандың биологик составын асыҡлауҙың радиоизотоп ысулын эшләй. Башта улар кеше плазмаһында инсулинды детекторлау ысулын таба[8]. Яңы радиоиммунологик ысул ҡандың гормондар, витаминдар, ферменттар кеүек минор компоненттарына ҡарата ҡулланыла башлай.
Ялоуҙың күп эштәре Соломон Берсон менән берлектә эшләнә, әммә ул Нобель премияһы бирелгәнгә тиклем мәрхүм булып ҡала.
Розалин Сасмен Ялоу 2011 йылдың 30 майында Нью-Йоркта вафат була.