Сеннар солтанлығы (Сеннар) — XVI—XIX быуаттарҙа Төньяҡ-Көнсығыш Африкала хәҙерге Судан территорияһында булған феодаль дәүләт.
XVI быуат башында барлыҡҡа килә. Нигеҙләүсе — Амара Дунка (1504—1534). Сеннар өлкәһе һәм уға буйһонған биләмәләрҙән торған. Сәскә атыу осоронда Мысыр сигенән Зәңгәр Нил тамағына ҡәҙәр һуҙылған Нил үҙәнен, шул иҫәптән Кордофан тарихи төбәген биләй; шулай уҡ был осорҙа Дарфур солтанлығы Сеннар солтанлығының вассалы була.
1821—1822 йылдарҙа Сеннар солтанлығы мысыр пашаһы Мөхәммәт Али Мысырлы ғәскәре тарафынан яулап алына.
Сеннарҙың этник йәҙрәһен фунгтар тәшкил итә; шулай уҡ бында нубийҙар, ғәрәптәр, беджалар һәм башҡа халыҡтар йәшәй. Сеннар солтанлығы территорияһының ҙур өлөшөндә ғәрәп теле өҫтөнлөк итә.
Сөнни тармағындағы ислам дәүләт дине булып тора.
Феодаль мөнәсәбәттәр менән бер рәттән ҡол биләүселек тәртибе, ә солтанлыҡтың ситтәрендә — ырыу-ҡәбилә мөнәсәбәттәре һаҡланған.
Хакмлыҡ итеү осоро | Хаким |
---|---|
1504—1534 | Амара Дунка ибн Адлан |
1534 — 1551 | Наиль |
1551 — 1558 | Абд аль-Кадир I |
1558 — 1569 | Амара |
1569 — 1586 | Дакин |
1586 — 1588 | Даура |
1588 — 1592 | Тайиб (Табль) |
1592 — 1604 | Унса I |
1604 — 1606 | Абд әл-Ҡадир II |
1606 — 1611 | Адлан I |
1611 — 1616 | Бади I (Сид аль-Ком) |
1616 — 1645 | Рубат I |
1645 — 1680 | Бади II (Абу Дигн) |
1680 — 1692 | Унса II ибн Насир |
1692 — 1716 | Бади III |
1716 — 1720 | Унса III |
1720 — 1724 | Нул |
1724 — 1762 | Бади IV (Абу Шеллук) |
1762 — 1769 | Насир |
1762 — 1768 | Хамаг Мөхәммәт Абу-ль-Кайлак (регент) |
1769—1776 | Исмәғил |
1776 — 1788 | Адлан II |
1780—1786 | Раджаб уалад Мөхәммәт (регент) |
1788 | Рубат II |
1788 — 1789 | Аукаль |
1788 — 1789 | Насир уалад Мухаммед (регент) |
1789 — 1790 | Тайиб II |
1790 | Бади V ибн Дакин |
1790 — 1791 | Наввар |
1791 — 1798 | Бади VI |
1798 — 1805 | Ранфи |
1798 — 1805 | 3 регент |
1805 — 1821 | Бади VI |