Ҡорбанғоло Мәликғоло улы Бирҙемөхәммәдов (рус. Бердымухамедов Гурбангулы Мяликгулыевич, төркм. Gurbanguly Mälikgulyýewiç Berdimuhamedow; (29 июнь 1957 йыл, Төркмәнстан ССР-ы, Ашхабад өлкәһе) — Төркмәнстан сәйәсмәне һәм дәүләт эшмәкәре, 2007 йылдың 14 февраленән Төркмәнстан президенты. Иҡтисад фәндәре докторы (2010), медицина фәндәре докторы (2007), Төркмәнстан ФА академигы (2009), Төркмәнстан Ҡораллы көстәре генералы (2007). Төркмәнстан Ҡаһарманы (2011). Рәсми булмаған «Милләт лидеры», «Арҡадағ» («арҡалашусы») титулдары бар.
1957 йылдың 29 июнендә Төркмәнстан ССР-ының Ашҡабад өлкәһендә ауыл мәктәбе уҡытыусыһы ғаиләһендә тыуған. 1979 йылда Төркмәнстан дәүләт медицина институтының стоматология факультетын, һуңыраҡ ошо уҡыу йортонда[4]) аспирантура тәмамлаған. Медицина фәндәре докторы (2007), профессор. Немец һәм урыҫ телдәрен камил белә.
Ҡорбанғоло Бирҙемөхәммәдовтоң сәйәси эшмәкәрлеге 1997 йылда башлана: ул Төркмәнстандың һаулыҡ һаҡлау һәм медицина сәнәғәте министры итеп тәғәйенләнә. 2001 йылдан Рәйес Ниязов ҡарамағындағы Төркмәнстан Министрҙар Кабинеты Рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡара. 2006 йылдың ноябрендә Минск ҡалаһында үткәрелгән БДБ саммитында Бирҙемөхәммәдов Төркмәнстан вәкиле була[5]..
Ҡатыны — Өгөлгәрәк Атай ҡыҙы Бирҙемөхәммәдов. Сәрҙәр исемле улдары һәм Гөлйәхан, Гөлшан һәм Марина тигән ҡыҙҙары бар[7]