Марти́на Наврати́лова (чех Martina Navrátilová; тыумыштағы исем-шәрифе Мартина Шубертова, чех Martina Šubertová; 18 октябрь 1956 йыл) — Чехословакия һәм Америка тенниссыһы, яңғыҙ һәм парлы разрядта донъяның элекке беренсе ракеткаһы. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың парлы разрядында ике тапҡыр Ҙур шлем (1984, 1986), ҡатын-ҡыҙҙарҙың яңғыҙ разрядында классик булмаған Ҙур шлем (1983/1984) яулай. Ҙур шлемдың турнирҙарында яңғыҙ разрядта 18 тапҡыр, ҡатын-ҡыҙҙарҙың парлы разрядында 31 тапҡыр һәм ҡатнаш парлы разрядта 10 тапҡыр еңә. Virginia Slims турының йомғаҡлау чемпионатында яңғыҙ разрядта 8 тапҡыр, парлы разрядта 11 тапҡыр еңеүсе була. 1975 йылдан АҠШ өсөн сығыш яһай, әммә Америка гражданлығын 1981 йылда ғына ала. Шул сәбәпле социалистик илдәрҙә оҙаҡ йылдар персона нон-грата статусында була.
Мартина Навратилова донъя кимәлендәге спортсыларҙан беренсе булып «каминг-аут»[17] яһай — лесбий булыуын асыҡтан-асыҡ таный.
Мартина 1956 йылдың 18 октябрендә Прагала (Чехословакия) тыуа. Өс йәшендә сағында атаһы менән әсәһе айырылыша, әсәһе Мирослав Навратилға кейәүгә сыға. Ул Мартинаның беренсе тренеры була. Мартинаның һеңлеһе һәм ҡустыһы бар.
Мартина Навратилова — көс ҡулланып уйнала торған хәҙерге заман ҡатын-ҡыҙҙар теннисына башланғыс һалыусы. Ул беренсе булып атлетик алымдар ҡуллана, беренсе булып ирҙәрҙең «ырғытыу — сеткаға сығыу» алымын ота, был алым уға Уимблдондың яңғыҙ разрядында 9 еңеү килтерә.
Мартина теннис менән 9 йәшендә билдәле чехословак тренеры Иржи Пармала шөғөлләнә башлай. Тиҙ арала уңыштар ҡаҙана. 15 йәшендә иленең чемпионатында еңә, 17 йәштә Чехословакияның беренсе ракеткаһы була.
1973 йылда Мартина тәүге тапҡыр сит илгә сыға һәм халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнаша.
1975 йылда Крис Эверт менән парҙа Ҙур шлем турнирҙарында титулдар ота. Навратилова менән Эверт араһында бөйөк ҡапма-ҡаршы тороу башлана, ул 15 йыл дауам итә. Был ике спортсы корттарҙа 80 тапҡыр осраша һәм көс һынаша. 43 матчта Навратилова еңә.
АҠШ-тың Асыҡ чемпионаты ярымфиналынан һуң Навратилова АҠШ-та ҡалырға була, ҡарарын ирекле булырға теләүе, социалистик ЧССР-ҙа бының мөмкин түгеллеге менән аңлата. Бер айҙан Иммиграция һәм натурализация хеҙмәтендә Навратилова АҠШ-та йәшәргә рөхсәт иткән махсус карта ала һәм Чехословакия гражданлығынан мәхрүм ителә. АҠШ гражданлығы уға 1981 йылда бирелә. 2008 йылдың 9 ғинуарында Навратиловаға Чехия гражданлығын ҡайтаралар.
1978 йылда Уимблдонда Ҙур шлемдың яңғыҙ разрядтағы турнирында еңеү яулай. Бер йылдан Мартина Уимблдонда тағы еңә.
1978 йылдың 10 июленән донъяның беренсе ракеткаһы. 1982-86 йылдарҙа Навратилова ҡатын-ҡыҙҙар теннисында тулы өҫтөнлөк тота.
1986 йылда Навратилованы 17 йәшлек немец ҡыҙы Штеффи Граф еңә башлай.
Навратилова яңы тренер менән контракт төҙөй һәм физик ҡеүәтен арттырыу, киҫкен уйын алымдарын шымартыу өҫтөндә эшләй. Һөҙөмтәлә 1988-90 йылдарҙа классификацияла икенсе урынды тота һәм 1990 йылда Уимблдонда еңеүгә өлгәшә.
1990 йылда ул туғыҙынсы тапҡыр Уимблдонда еңә. Мартина йылдың төп турнирында яуланған еңеүҙәр һаны буйынса абсолют рекордсыға әйләнә.
Рейтинг башына Навратилова ҡабат күтәрелә алмай. 1990 йылдан алып уны Моника Селеш, Аранча Санчес-Викарио һәм Габриэла Сабатини ҡыҫырыҡлай.
1994 йылда 37 йәшендә карьераһында һуңғы тапҡыр Уимблдондың финалына сыға.
1995 йылда Мартина профессиональ карьераһын тамамларға була. Үҙе сығыш яһаған мөһим ҡалалар буйлап хушлашыу турнеһын үткәрә. Ләкин теннисҡа һөйөүе иҫ киткес көслө булғанлыҡтан, 2001 йылда профессиональ теннисҡа кире ҡайта. Әммә бик өлкәнәйеп киткәнлектән Мартина тик парлы ярыштарҙа һәм микстарҙа ғына ҡатнаша. 2003 йылда Австралияның Асыҡ чемпионатында Леандер Паес менән микста еңеүгә өлгәшкәндән һуң, Мартина Навратилова Ҙур шлемдың бөтә төр турнирҙарында ла титулдарҙың тулы комплектын яулаған спортсы булып таныла.
2004 йылда беренсе тапҡыр йәйге Олимпия уйындарында (Афина) ҡатнаша.
2006 йылғы миҙгелдә АҠШ-тың Асыҡ чемпионатында Боб Брайан менән ҡатнаш парлы разрядта еңә һәм 50 йәшлек Мартина Ҙур шлем турнирының иң өлкән еңеүсеһе тип таныла. Шул миҙгелдә профессиональ карьераһын тамамлауы тураһында иғлан итә[18]
Навратилова бер нисә телдә һөйләшә (шул иҫәптән русса аралаша ала), әҙәбиәт һәм сәнғәт ярата. Һәләтле йәш тенниссыларға консультациялар бирә һәм ярҙамлаша.
2010 йылдың 7 апрелендә Мартина журналистарға һөт биҙе яман шешенең ауыр формаһынан дауаланыу курсы алыуы тураһында белдерә[19].
Профессиональ теннис менән 1975—2006 йылдарҙа шөғөлләнә. Яңғыҙ разрядта 167 турнирҙа һәм парлы разрядта 177 турнирҙа еңә. Был ҡаҙаныштар ирҙәр араһында ла, ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла абсолют донъя рекорды булып тора. Навратилова еңелеүһеҙ сериялар буйынса ла рекордсы: яңғыҙ разрядта — 74 еңеүле матч, Пэм Шрайвер менән парлы разрядта — 109 еңеү. 1984 йылда теннис тарихында рекордлы һөҙөмтә күрһәтә — миҙгелдәге 86 матчтың береһендә генә еңелә. Мартина Навратилова ун дүрт миҙгел буйы донъяның иң көслө ҡатын-ҡыҙ тенниссылары араһында йомғаҡлау турнирҙарының финалдарында уйнай, был да рекордлы ҡаҙаныш.
Ҙур шлем турнирҙарындағы иң яҡшы һөҙөмтәләре: