Бүребай | |
Бүребай | |
Нигеҙләү датаһы | 1837 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ үҙәге | Бүребай ауыл Советы (Хәйбулла районы)[2] |
Административ-территориаль берәмек | Бүребай ауыл Советы (Хәйбулла районы)[2] |
Халыҡ һаны | 4553 кеше (2010) |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 337 метр[3] |
Почта индексы | 453821 |
Урындағы телефон коды | 34758 |
Бүребай Викимилектә |
Бүребай, боронғо атамаһы Юма (рус. Бурибай) — Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 4553 кеше[4]. Почта индексы — 453821, ОКАТО коды — 80255824000. ИФНС коды — 0267.
Бүребай ауылына нигеҙҙе хәҙерге Йылайыр районының Һабыр ауылынан сыҡҡан башҡорттар һала. Ауыл йорт старшинаһы Бүребай Түлебай улы Һабыровтың (1777 — 1855) исемен йөрөтә, Бүребайҙың ике ҡатыны булыуы билдәле. 1850 — 1859 йылдарҙа ауылда Бүребай Һабыров, уның улы Ғәбделхәлил Түлебаев (1817 й. т.), Ғәбделхәлилдең улдары: Ғәлиәскәр, Ҡотлоәхмәт, Муса, Хисаметдин, Ғүмәр, Утарбай Бүребаевтар; Мостафа Бүребаев (1827 й. т.)(уның ҡустылары Ғиләжетдин һәм Ямалетдин 1859 йылда хәрби хеҙмәттә була); шулай уҡ указлы мулла Мирхәйҙәр Түлебаев, отставкалағы зауряд-хорунжий Рәхмәтулла Һабыров (1795 й. т.), Ҡунаҡбаевтар; отставкалағы зауряд-хорунжий Килдебай Хужамбирҙин (1781 - 1851); уның улы указлы имам Мөхөмөтхөсәйен, зауряд-хорунжий Мөхәмәтхәсән Туғыҙбаев (1817 й. т.); үрәтник Таһир Түлебаев; Ғәйетбаевтар, Сәңкебаевтар, Үлебәковтар, Арыҫланғоловтар, Яманғоловтар, Ураҙғоловтар, Баштаевтар, Тапаҡовтар һәм башҡа ғаиләләр йәшәй[5].
1859 йылда үткәрелгән рәүиздә ауылдағы 24 ихатала 272 кешенең йәшәүе теркәлә. Әммә элек йәшәүселәр һаны күберәк булыуы билдәле. IX һәм X рәүиздәр араһында 13 ихатаның бер өлөшө Аҡҡужа ауылына, икенсе өлөшө Аҡдәүләт ауылына күсенә. Шул уҡ ваҡытта 1858 йылда 2 ихата Һабыр ауылынан килеп төпләнә. 1866 йылда үткәрелгән рәүиздә ауылдың башҡаса аталыуы ла күрһәтелә (Йома).
1920 йылда үткәрелгән беренсе совет халыҡ иҫәбен алыу ауылдағы 97 ихатала 464 кешенең йәшәүен теркәй[5].
"Тораҡ пункттары исемлеге. Ырымбур губернияһы.1866." («Списки населенных мест. Оренбургская губерния. 1866.») китабында түбәндәге юлдар бар:
Орск өйәҙе, 2-се стан, № 776, Бүребай (Бюрубаева, Юма), башҡ., Таналыҡ йылғаһы буйында ултыра, Орск ҡалаһынан Верхнеуральск ҡалаһына табан барған юлда иҫке линия трактының уң яғы һәм почта трактының һул яғы араһында ята. Өйәҙ ҡалаһынан 100 саҡрым, становой квартиранан 50 саҡрым алыҫлыҡта, ихаталар һаны 56, йәшәүселәр һаны 302 (152 ир-егет һәм 150 ҡатын-ҡыҙ). Ауылда мәсет бар[6].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 4553 | 2157 | 2396 | 47,4 | 52,6 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Бүребай Викимилектә | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |