Бәләбәй гербы (1782—2006)
Бәләбәй — Башҡортостандың республика әһәмиәтендәге ҡалаһы. Бәләбәй районының административ үҙәге. Ҡала Башҡортостан Республикаһының көньяҡ -көнбайышында , Үҫән йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан. Халҡы 61,2 мең кеше (2005 ), 1926 йылда 11,3 мең, 1959 йылда 26,2 мең, 1979 йылда 43,2 мең, 1995 йылда 57,2 мең кеше йәшәгән.
Халыҡ риүәйәттәре, архив мәғлүмәттәре буйынса, Бәләбәй ауылына припущенник сыуаштар нигеҙ һала.
1781 йылда Бәләбәй өйәҙ ҡалаһына әүерелгән. Башҡортостан ерендәге башҡа ҡалалар кеүек, батша хакимиәтенең терәк пункты булған. Боронғо Бәләбәйҙе бары православие сиркәүе , мосолман мәсете һәм төрмә биналары ғына «биҙәп» торған.
Ҡала Ырымбур губернаһының Бәләбәй өйәҙе үҙәге була.
Ҡаланың Өфөгә , Ырымбурға, Ҡазанға, Белоретҡа илтеүсе юлдар сатында — бик уңайлы ерҙә урынлашыуы уның уҫешенә ыңғай йоғонто яһаған. Шулай ҙа ҡала ифрат яй үҫкән. Иген үҫтереүҙән һәм мал аҫрауҙан тыш, ҡала халҡы урмансылыҡ кәсептәре менән дә шөғөлләнгән.
Хәҙерге Бәләбәй — Башҡортостандың индустриаль һәм мәҙәни үҙәктәренең береһе. Шкапов нефть ятҡылығы асылғандан һуң Бәләбәй нефтселәр ҡалаһы булып китһә, «Автонормаль» заводы төҙөлгәндән һуң уға машина эшләүселәр ҡалаһы тигән атама өҫтәлә.
Бакаев Михаил Иванович (12.09.1902—25.10.1962) — совет Хәрби-Диңгеҙ флоты хеҙмәткәре, контр-адмирал. Ленин , өс Ҡыҙыл Байраҡ, I дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы[ 2] .
Болелый Владимир Антонович (22.01.1924), нефтсе, хужалыҡ эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1953—1992 йылдарҙа «Башнефть» производство берекмәһенең Бәләбәй быраулау контораһы директоры һәм Бәләбәй быраулау эштәре идаралығы начальнигы. РСФСР нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1985), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1974), СССР -ҙың почётлы нефтсеһе (1974). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1959), ике «Почёт Билдәһе» (1966, 1971), Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары кавалеры. Ҡаланың почётлы гражданы (1989). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Константиноградовка ауылынан[ 3] [ 4] .
Чурикова Инна Михайловна (1943—14.01.2023), СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры; СССР -ҙың (1991) һәм РСФСР-ҙың (1985) халыҡ артисы, РСФСР-ҙың (1987) һәм Рәсәй Федерацияһының (1996) Дәүләт премиялары лауреаты. «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының тулы кавалеры. Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1976).
тулы исемлек
Гоц Сергей Степанович (9.03.1954), ғалим-радиофизик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1998), профессор (1999). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1991)[ 5] .
Грязнов Владимир Иванович (22.09.1918—19.08.2002), режиссёр. 1952—1979 йылдарҙа «Стерлитамакстрой» тресының «Төҙөүсе» мәҙәниәт һарайы директоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР ‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1969). II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры[ 6] .
Иванов Владимир Николаевич (1.02.1938—9.07.1993), спортсы, тренер, РСФСР-ҙың еңел атлетика буйынса атҡаҙанған тренеры (1991), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1988)[ 7] .
Солтанов Риф Абдулнур улы (2.10.1939), прокуратура органдары ветераны. 1990—2000 йылдарҙа Нефтекама ҡалаһы прокуроры. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1989)[ 8] .
Сөнәғәтов Борис Лоҡман улы (16.02.1934—2003), нефтсе. РСФСР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы һәм рационализаторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1994). СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы. Ҡаланың почётлы гражданы (1998)[ 9] .
Храмов Алексей Васильевич (25.02.1909—14.11.1978), рәссам. 1934 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1974)[ 10] .
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө
Бөтә халыҡ
Ир-егеттәр
Ҡатын-ҡыҙҙар
Ир-егеттәр өлөшө (%)
Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
52857
24506
28351
46,4 %
53,6 %
2002 йыл 9 октябрь
60928
28000
32928
46,0 %
54,0 %
2010 йыл 14 октябрь
Халыҡ һаны буйынса аңлатма
төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989 , 2002 , 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Халыҡ һаны буйынса сығанаҡтар
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897 , 1920 , 1939 , 1959 , 1970 , 1979 , 1989 , 2002 , 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865 , 1879 , 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Яны урам
Ҡалалағы төп иҡтисади ойошмалар:
«Аксаковнефть» нефть һэм газ табыу идаралығы
«Автонормаль» машиналар эшләү заводы
Тәжрибә-механика заводы
«Башсельмаш» заводы
Ит комбинаты
Май-сыр комбинаты
Тегеү фабрикаһы
Ҡаланың төп белем биреү учреждениелары:
Медицина училищеһы
Машиналар төҙөү техникумы
Бәләбәй совхоз-техникумы
Һамар архитектура институты филиалы
Башҡорттар һаны буйынса Рәсәй тораҡ пункттары
>100 мең кеше >50 мең кеше >25 мең кеше >10 мең кеше >5 мең кеше Төркөм эсендә тораҡ пункты урыны башҡорттар күләмә буйынса бирелде. Мәҫәлән: Баймаҡта башҡорттар 71,6% (беренсе), Учалыла – 53%(икенсе), Ишембайҙа -29,7%.