Ауыл | |
Даутово башҡ. Дауыт | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453620 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Дауыт (рус. Даутово) — Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районындағы ауыл. Асҡар ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 352 кеше булған[2]. ОКАТО коды — 80201810003.
Дауыт ауылы Оло Ҡыҙыл йылғаһы ҡушылдығы Иҙәш йылғаһы буйында, район үҙәге Асҡар ауылынан төньяҡҡа табан 3 километр һәм Магнитогорск тимер юл станцияһынан көнбайышҡа табан 50 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Дауыт ауылына Нуғай даруғаһы Тамъян улусы башҡорттары XVIII быуаттың 2-се яртыһында үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған.
Ауыл 1778 йылда Тамъян улусы старшинаһы вазифаһын башҡарған йөҙ башы Дауыт Сәфәровтың исемен йөрөтә. Уның улдары Ильяс, Исхаҡ, Мөхәмәтрәхим, Юлдыбай Дауытовтар, 1768—1793 йылдарҙа тыуған.
1795 йылда ауылдағы 22 йортта 142 кеше (типтәрҙәр ҙә иҫәпкә алынған), 1866 йылда 35 йортта — 210 кешк йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр[4].
Бында 1814 йылдың 14 мартында Парижды алыуҙа ҡатнашыусы, көмөш миҙалдар кавалеры Ғәле Муталлапов йәшәгән.
Дауыт һәм Исхаҡ ауылдары араһында ғаилә бәйләнештәре бар. V ревизия мәғлүмәттәре буйынса Дауыт ауылында 22 ихата була, унда 138 кеше йәшәй, шул иҫәптән 4 типтәр була. 1859 йылда 35 ихатала 205 кеше йәшәгән. Беренсе совет халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, унда 303 кеше йәшәгән. 56 йорт булған.
Халыҡ малсылыҡ менән шөғөлләнгән. 180 кеше йәшәгән 25 йортта 150 ат, 100 һарыҡ, 80 һыйыр, 70 кәзә иҫәпләнгән. Темәс, Урал Устанды, Тайлаҡ йылғалары буйлап күсеп йөрөгәндәр. Һөрөнтө ерҙәре 28 дисәтинә генә була. 200 бот яҙғы иген сәскәндәр[5].
Халыҡ иҫәбе | ||
---|---|---|
2002[6] | 2009[6] | 2010[1] |
306 | ↘305 | ↗352 |
2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, халыҡтың күпселеге — башҡорттар (100 %)[7].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | 284 | ||||
1920 йыл 26 август | 303 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 213 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 212 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 224 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 306 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 352 | 179 | 173 | 50,9 | 49,1 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |