Рита Леви-Монтальчини

Рита Леви-Монтальчини
итал. Rita Levi-Montalcini
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2][3]
Гражданлыҡ  Америка Ҡушма Штаттары[4][5]
 Италия короллеге[d]
 Италия[6]
Тыуған көнө 22 апрель 1909({{padleft:1909|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[3][1][7][…]
Тыуған урыны Турин, Италия[3][8][9][…]
Вафат булған көнө 30 декабрь 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[3][1][7][…] (103 йәш)
Вафат булған урыны Рим, Италия[10]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе остановка сердца[d]
Ерләнгән урыны Туринское монументальное кладбище[d]
Ҡәбере һүрәте
Бер туғандары Gino Levi-Montalcini[d] һәм Paola Levi-Montalcini[d]
Туған тел Итальян
Һөнәр төрө невролог, учёный в области наук о мозге, биохимик, сәйәсмән, табип, ғалим
Эшмәкәрлек төрө нейробиология[d]
Эш урыны Университет Вашингтона в Сент-Луисе[d]
Биләгән вазифаһы пожизненный сенатор[d][11]
Уҡыу йорто Туринский университет[d]
Әүҙемлек урыны Америка Ҡушма Штаттары
Сәйәси фирҡә ағзаһы беспартийный[d]
Ойошма ағзаһы Италия милли фәндәр академияһы[d], АҠШ фәндәр милли академияһы[d][12], Америка сәнғәт һәм фәндәр академияһы[d], Папская академия наук[d][13], деи Линчеи милли академияһы[d], Француз фәндәр академияһы[d], Европейская организация молекулярной биологии[d], Всемирная академия наук[d][14], Международная академия истории науки[d], Европа академияһы[d][15], Лондон король йәмғиәте[d], Королевская академия медицины Бельгии[d], Турин фәндәр академияһы[d][10], Королевская Академия медицинских наук Каталонии[d], National Bioethics Committee of Italy[d] һәм Академия изящных искусств[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Тасуирлау биттәре science.sciencemag.org/c…
nautil.us/issue/108/chan…[16]
Ҡыҙыҡһыныу өлкәһе неврология[d][17][18] һәм нейробиология[d]
 Рита Леви-Монтальчини Викимилектә

Рита Леви-Монтальчини (итал. Rita Levi-Montalcini; 22 апрель 1909 йыл — 30 декабрь 2012 йыл) — итальян нейробиологы, үҫеү факторҙарын, атап әйткәндә NGF-ты асҡан өсөн Стэнли Коэн менән бергә физиология һәм медицина буйынса 1986 йылғы Нобель премияһы лауреаты була. Итальян Республикаһының ғүмерлек сенаторы.

Рита Леви (1930-сы йылдарҙа бөтә бер туғандары менән бергә фамилияларын Леви-Монтальчини тип үҙгәртәләр) Туринда йәһүд сефардтары ғаиләһендә дүртенсе бала булып тыуа (игеҙәк һыңары Паола менән). Атаһы Адамо Леви (1932 йылда вафат була) — Казале-Монферратонан сыҡҡан инженер-электрик һәм математик; әсәһе Аделе Монтальчини Астиҙан рәссам була[19].

1936 йылда медицина мәктәбен тамамлағас, Леви-Монтальчини физиолог Джузеппе Левиҙың (Giuseppe Levi, 18721965) ассистенты булып эшкә инә[20], ләкин тиҙҙән, Муссолини хөкүмәте тарафынан йәһүдтәргә академик һәм профессиональ карьераларҙы тыйған антисемитсы закондар сығарылғас, эштән бушатыла. 1943 йылда Леви-Монтальчини ғаиләһе менән Флоренцияға ҡаса һәм хәрби хәрәкәттәр тамамланғас ҡына Туринға ҡайта.

1946 йылдан Сент-Луиста Виктор Хамбургер менән Вашингтон университетында эшләй, 1951 йылдан шунда уҡ — ассоциацияланған зоология профессоры, 1958 йылдан — тулы профессор. 1974 йылда Европа Молекуляр биология ойошмаһы ағзаһы була.

Америка сәнғәт һәм фән академияһы ағзаһы (1966), Деи Линчеи академияһы ағзаһы, АҠШ Милли фәндәр академияһы ағзаһы (1968), һуңғыһының бөтә тарихында унынсы ҡатын-ҡыҙ ағза була. Атеист булыуына ҡарамаҫтан, 1974 йылда Папа фәндәр академияһы ағзаһы ителә (беренсе ҡатын-ҡыҙ ағза). Франция Фәндәр академияһының (1989) һәм Лондон Король йәмғиәтенең (1995) сит ил ағзаһы.

Итальян Республикаһы Сенатының иң өлкән ағзаһы була, һул-үҙәк коалиция яҡлы була.

  • Ағаһы — Джино (Луиджи) Леви-Монтальчини (Gino Levi-Montalcini, 1902—1974), билдәле архитектор.
  • Игеҙәк һыңары — Паола Леви-Монтальчини (Paola Levi Montalcini, 19092000), рәссам. Тағы бер апаһы Нина (Анна) Леви-Монтальчиниға (1905—2000) Рита Леви-Монтальчиниҙың «Elogio dell’imperfezione» (2000) тигән автобиографик китабы арналған.
  • Ике туған һеңлеһе — Еуджения Сачердоте де Лустиг (Eugenia Sacerdote de Lustig, 1910—2011), Аргентина медик ғалимы; Рита Леви-Монтальчини менән Еуджения Сачердоте медицина мәктәбендә бергә уҡый һәм Турин университетында гистолог Джузеппе Левиҙың тикшеренеүҙәр алып барған төркөмөнә бергә ҡушыла (уларҙан башҡа был төркөмдә буласаҡ Нобель премияһы лауреаттары Сальваторе Лурия һәм Ренато Дульбеко ла шөғөлләнә)[21][22].

Маҡтаулы бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1963 — Max Weinstein Award, United Cerebral Palsy Association[23]
  • 1969 — Фельтринелли премияһы
  • 1974 — William Thomson Wakeman Award, National Paraplegia Foundation
  • 1981 — Розенстила премияһы
  • 1983 — Луиза Гросс Хорвиц премияһы, Колумбия университеты
  • 1985 — Ральф Джерард премияһы
  • 1986 — фундаменталь медицина тикшеренеүҙәре өсөн Альберт Ласкер премияһы
  • 1986 — физиология һәм медицина буйынса Нобель премияһы
  • 2 июнь 1986 — «Итальян Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены командоры[24]
  • 31 октябрь 1986 — Мәктәп белеме биреү, мәҙәниәт һәм сәнәғәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн алтын миҙал[25]
  • 1987 — АҠШ-тың Милли фәнни миҙалы
  • 8 ғинуар 1987 — «Итальян Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының Ҙур тәреһе[26]
  • 1990 — Фәнни тикшеренеүҙәр буйынса юғары советтың алтын миҙалы
  • 6 июнь 2001 — Фән һәм сәнғәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн алтын миҙал[27]
  • 2009 — Leonardo da Vinci Award, European Academy of Sciences
  • Почетлы легион орденының бөйөк офицеры (Франция)[28].
  1. 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. Notable Names Database (ингл.) — 2002.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Deutsche Nationalbibliothek Record #119002396 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  4. encyclopedia.com (ингл.)HighBeam Research.
  5. http://www.infoplease.com/encyclopedia/people/levi-montalcini-rita.html
  6. Notable Names Database (ингл.) — 2002.
  7. 7,0 7,1 Rita Levi-Montalcini // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  8. The Washington Post (ингл.) // The Washington Weekly Post / M. MurrayWashington: Fred Ryan, 1877. — ISSN 0190-8286; 2641-9599
  9. The Sydney Morning Herald (ингл.)Sydney: Fairfax Media, 1831. — ISSN 0312-6315
  10. 10,0 10,1 https://www.accademiadellescienze.it/accademia/soci/rita-levi-montalcini (итал.)
  11. Carlo Azeglio Ciampi – Nomine di Senatori a vita (итал.)presidenza della Repubblica Italiana.
  12. Национальная академия наук США — 1863.
  13. https://www.pas.va/en/academicians/deceased/levi-montalcini.html (ингл.)
  14. https://twas.org/directory/levi-montalcini-rita (ингл.)
  15. https://www.ae-info.org/ae/User/Levi-Montalcini_Rita
  16. A Lab of Her Own - Issue 108: Change - Nautilus
  17. Bell A. Rita Levi-Montalcini // Rita Levi-Montalcini - ITALIAN-AMERICAN NEUROLOGIST (билдәһеҙ)Encyclopædia Britannica, Inc., 2018.
  18. Rita Levi-Montalcini (швед.) — 1999.
  19. Women in the Biological Sciences
  20. Гистолог Джузеппе Леви был отцом писательницы Наталии Гинзбург.
  21. The cousin ignored 2016 йыл 10 март архивланған.
  22. Интервью с Пьерой Леви-Монтальчини
  23. http://beckerexhibits.wustl.edu/mig/bios/levi-montalcini.html
  24. Commendatore Ordine al Merito della Repubblica Italiana Dott.ssa Rita Levi (итал.)
  25. Medaglia d’oro ai benemeriti della scuola della cultura e dell’arte Dott.ssa Rita Levi Montalcini (итал.)
  26. Cavaliere di Gran Croce Ordine al Merito della Repubblica Italiana Dott.ssa Rita Levi (итал.)
  27. Medaglia d’oro ai benemeriti della scienza e cultura Prof. Rita Levi Montalcini (итал.)
  28. Consegna della Croce di Grande Ufficiale della Legione d’onore all’On. Rita Levi Montalcini (итал.)