Ауыл | |
Саҡмағош рус. Чекмагушево | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән |
[[XVII быуат]] |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Саҡмағош (рус. Чекмагуш) — Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 11382 кеше булған[2]. Почта индексы — 452200, 452201, ОКАТО коды — 80256870001.
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 11382 | 5351 | 6031 | 47,0 | 53,0 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек татарҙар (72.1 %) һәм башҡорттар (23.1 %) йәшәй[3].
Саҡмағош ауылына башҡорттар 1738, 1739, 1745 йылдарҙа керҙәшлек килешеүе нигеҙендә мишәрҙәре ҡабул итә.[4] Типтәрҙәр ҙә булған, ләкин уларҙың күсеп ултырыу ваҡыты билдәһеҙ.
Типтәрҙәр бында 1783 йылда бында булмай. Ләкин 1795 йылғы сираттағы халыҡ иҫәбен алыу 7 йорт-хужалығта 47 кешенең 7 типтәрҙәрҙе теркәй. Ул саҡта мишәрҙәрҙең 74 йорт-хужалығы булған, 533 кешеһе булған. 12 йортта 86 башҡорт йәшәгән. 1816 йылда 100 башҡорт, 140 типтәр, 538 мишәр иҫәпкә алына. 1834 йылғы 8-се ревизия 155 башҡортто, 168 типтәрҙе, 556 мишәрҙе күрһәткән. 1859 йылда 193 йортта 1378 кеше йәшәгән. 1870 йылға бөтә ауыл халҡы 1520 кеше һәм 165 йорт иҫәпләнгән. Ауылда 2 мәсет һәм уларҙың береһендә мәктәп булған. 1920 йылда 635 йортта 3141 мишәр һәм типтәр теркәлгән. Башҡорттар һәм типтәрҙәр һаны бер иш булһа ла, башҡорттар 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыусылар иғтибарынан төшөп ҡалған.
1843 йылда 556 мишәр 1496 бот ужым һәм 3600 бот яҙғы иген сәселгән, шул уҡ ваҡытта 155 башҡорт 360 бот ужым һәм 1184 бот яҙғы иген сәскән. Һуңғылары 12 бот картуф ултыртҡан.
XIX быуат аҙағынан 3 бүлектән торған Саҡмағош министрлыҡ училище эшләгән. 1909 йылда унда мишәр һәм башҡорттарҙан 28 уҡыусы белем ала.[5]
1866-1930 йылдарҙа Саҡмағош улусы үҙәге.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Саҡмағош Викимилектә | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |