Ауыл | |
Үрге Тәтешле рус. Верхние Татышлы | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Халҡы | |
Конфессиональ составы | |
Этнохороним |
татышли́нцы, татышли́нец, татышли́нка |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+7 34778 |
Почта индексы |
452830 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Үрге Тәтешле (рус. Верхние Татышлы) — Башҡортостан Республикаһының Тәтешле районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 6645 кеше булған[2]. Почта индексы — 452830, ОКАТО коды — 80250825001.
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 6645 | 3152 | 3493 | 47,4 | 52,6 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (70.3 %)[3].
Үрге Тәтешле ауылы удмурттары, бүлендек Ураҙгилде ауылы удмурттары менән 1809 йылда ерҙе файҙаланыу хоҡуғы өсөн күрше Кәлтәй ауылы башҡорттары менән ер бәхәсендә былай тип белдерә: «Беҙҙең ауылдаштарыбыҙ менән 1703 йылдың 3 июлендәге яҙмаға ярашлы ер һәм урман файҙаланыу буйынса уртаҡлығыбыҙ бар. Ата-бабабыҙға Танып улусы Янчура аҫаба башҡорто Йәнгилдендең вотяк Янбәт Йәнкәйев тип бирелгән». Мәскәү һәм Өфө архивтарында ошондай документ һаҡлана. «1703 йылдың 3 июне йәйендә, Себер юлының Табын улусы аҫаба башҡорто Йәнсура Оса юлы Ҡайпан ауылы вотягы Йәнбет Йәнекәйевҡа яҙма биргән. Йәнсура, минең улым юҡ, үҙем ҡартайғанмын аҫаба ерҙәремде Йәнбәт Йәнекәйевҡа тапшырам».
Танып улусы ерҙәрен дөйөм тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, Татышлы ауылы (Үрге) ерҙәре ғәйәт ҙур булған: һөрөнтө ерҙәр — 1164 дестинә, бесән баҫыуҙары — 1051 дисәтинә, урман — 8013 дисәтинә, уңайһыҙ ерҙәр — 542 дисәтинә.
1748 йылда Үрге Тәтешле ауылында 98 ир-ат йәшәгән. V ревизияла ауыл икеегә бүленгән тип күрһәтә. Үрге Тәтешлелә — 154 ир-ат теркәлгән (бөтәһе лә Е. И. Пугачев ихтилалында ҡатнаша). VII ревизия 163, VIII ревизия 254 ир-атты иҫәпкә алған.
1859 йылда 95 ихатала 630 удмурт йәшәгән. 1866 йылда башҡорт ырыу улустары урынына территориаль улустар, шул иҫәптән Тәтешле улустары барлыҡҡа килгән. Үрге Тәтешле ауылы шул уҡ исемдәге улустың үҙәгенә һәм ауыл үҙәгенә әүерелгән. Ауыл тиҙ үҫешкән. Шәмбе баҙарҙары буоған. 12 магазин эшләгән (1870). 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, 231 ихатала 1239 удмурт һәм башҡорт иҫәпкә ингән.[4]
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |