Мәләүез | |
Мәләүез | |
Герб | |
Нигеҙләү датаһы | XVIII быуат |
---|---|
Рәсми атамаһы | Мәләүез |
Рәсми тел | башҡортса һәм урыҫ теле |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәге | Мәләүез ҡалаһы ҡала биләмәһе[d][1] һәм Мәләүез районы |
Административ-территориаль берәмек | Мәләүез районы, Стәрлетамаҡ өйәҙе һәм Стәрлетамаҡ кантоны |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны | 56 505 кеше (2021)[2] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 170 метр |
Майҙан | 32 км² |
Почта индексы | 453850 |
Рәсми сайт | admmeleuz.ru |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1753 |
Урындағы телефон коды | 34764 |
Мәләүез Викимилектә |
Мәләүез — Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районының үҙәге, республика әһәмиәтендәге ҡала, Мәләүез йылғаһының Ағиҙелгә ҡойған ерендә урынлашҡан. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 61 390 кеше[3], 2018 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 58 004 кеше булған. Почта индексы — 452530, ОКАТО коды — 80 223 822 001.
Ул XVIII быуаттың 70-се йылдарында Ырымбур трактында уңайлы сауҙа үҙәге булараҡ барлыҡҡа килгән, 1938 йылдан алып — эшселәр ҡасабаһы, 1958 йылдан — ҡала.
Мәләүез — республиканың мөһим транспорт үҙәге, бында Өфө—Ырымбур автомобиль һәм тимер юлы, район-ара автомобиль юлдары үтә. Бында химия, аҙыҡ-түлек, еңел сәнәғәт һ.б. тармаҡтар үҫешкән.
Ҡалалағы төп предприятиелар:
Мәләүездә тиҫтәнән ашыу дөйөм белем биреү мәктәптәре (шулар араһында Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы), музыка, художество һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, механика-технология техникумы, һөнәри белем биреү училищелары бар.
Бында тыуған яҡты өйрәнеү музейы, китапханалар, клубтар, дауаханалар эшләй.
Ҡала халҡы тиҫтәләгән спорт комплекстарына ла ихлас йөрөй. Ат спорты буйынса «Толпар» һәм «Уҡсылар» спорт комплекстары йәштәрҙе лә, өлкәндәрҙе лә йәлеп итә. Мәләүездең үҙәк урамында, Мәләүез йылғаһы ярында урынлашҡан район һәм ҡала мәҙәниәт һарайы социаль әһәмиәте, үҙенсәлекле архитектураһы, зауыҡ менән биҙәлеше йәһәтенән башҡаларҙан айырылып тора. Район һәм ҡаланың никах теркәү йорто ла ошонда урынлашҡан.
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 53120 | 24958 | 28162 | 47,0% | 53,0% |
2002 йыл 9 октябрь | 62949 | 30104 | 32845 | 47,8% | 52,2% |
2010 йыл 14 октябрь |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.