Һажибәков Ғөзәйер Әбделхөсәйен улы
әзерб. Üzeyir Hacıbəyov
Зат
ир-ат [ 1] [ 2]
Гражданлыҡ
Рәсәй империяһы Әзербайжан Демократик Республикаһы [d] СССР
Тыуған көнө
18 сентябрь 1885 ({{padleft:1885|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:18|2|0}} ) [ 3]
Тыуған урыны
Агджабеди [d] , Шушинский уезд [d] , Елизаветпольская губерния [d] , Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө
23 ноябрь 1948 ({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:23|2|0}} ) [ 4] [ 2] [ 5] […] (63 йәш)
Вафат булған урыны
Баҡы , Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы , СССР [ 4]
Үлем сәбәбе
йөрәк етешмәүсәнлеге [d]
Ерләнгән урыны
Баҡының арҙаҡлылары ерләнгән аллея [d]
Атаһы
Мирза Абдул-Гусейн бек Гаджибеков [d]
Бер туғандары
Гаджибейли, Джейхун Абдул-Гусейн оглы [d] һәм Гаджибеков, Зульфугар Абдул-Гусейн оглы [d]
Һөнәр төрө
дирижёр , композитор , музыка педагогы , яҙыусы , журналист , музыкальный этнограф , драматург
Эшмәкәрлек төрө
музыка [ 6] , халыҡ музыкаһы [d] [ 6] , фольклористика [d] [ 6] һәм музыковедение [d] [ 6]
Биләгән вазифаһы
СССР Юғары Советы депутаты [d]
Уҡыу йорто
Закавказская учительская семинария [d]
Уҡыусылар
Ҡара Ҡараев
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы
1948
Сәйәси фирҡә ағзаһы
Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ойошма ағзаһы
СССР Композиторҙар союзы [d]
Жанр
Опера , классик музыка һәм мугам [d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт
hajibeyov.com
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы
Uzeyir Hajibeyov
Һажибәков Ғөзәйер Әбделхөсәйен улы Викимилектә
Һажибәков Ғөзәйер Әбделхөсәйен улы (рус. Гаджибеков Узеир Абдул-Гусейн оглы , әзерб. اوزئییر حاجیبَیاوو, Üzeyir Hacıbəyov ; 6 сентябрь (18 сентябрь ) 1885 йыл , Елисаветполь губернаһы , Шуша өйәҙе, Ағжабәди — 23 ноябрь 1948 йыл , Баҡы ) — композитор, әзербайжан заманса профессиональ музыка сәнғәтенә һәм милли опера сәнғәтенә нигеҙ һалған шәхес. Әзербайжан ССР (1937 ) һәм СССР (1938 ) халыҡ артисы. Әзербайжан ССР ФА академигы (1945 ). Баҡы консерваторияһы ректоры (1928 -1929 , 1939 -1948 ). Әзербайжан ССР-ы композиторҙар союзы рәйесе ([1938]]-1948 ).
Ғ. Һажибәков 1913
1885 йылдың (18) сентябрендә Елисаветполь губернаһы Шуша өйәҙе Ағжабәди биҫтәһендә ауыл сәркәтибе ғаиләһендә тыуған. Мәҙрәсә һәм ике йыллыҡ урыҫ-татар мәктәбен тәмамлағас, Гори ҡалаһында Кавказ аръяғы уҡытыусылар семинарияһындә уҡый. Баҡыла мәктәптә уҡыта, «Хәйәт» газетаһында тәржемәсе була. 1911 йылда Мәскәүгә барып, Мәскәү филармония йәмғиәте янындағы шәхси музыка курстарында белем ала. Бер йылдан Магомаев Абдулмөслим Мөхәммәт оғлының матди ярҙамы менән Петербург консерваторияһындә (1914 ) белем ала. Әйткәндәй, улар киләсәктә бажалар булып китәләр - икеһе лә атаҡлы Тереғолов ғаиләһенән кәләш алалар 1914 -1918 йылдарҙа «Йени игбал» газетаһының мөхәррире һәм хужаһы була.
Көнсығыш һәм европа музыка стилдәрен яраҡлаштырып яҙған 7 опера һәм 3 оперетта авторы:
1908 «Ләйлә үә Мәжнүн» операһы (Фүзули поэмаһы буйынса ) — беренсе әзербайжан операһы
1909 «Шәйех Санан» операһы
1910 «Рөстәм үә Сөхраб» операһы
1911 «Шаһ Ғаббас һәм Хөршидбаныу» операһы
1912 «Кәрим үә Асли» операһы
1915 «Һарун үә Ләйлә» операһы
1935 «Күруғлы» операһы
1909 «Ир үә хатын» опереттаһы
1910 «Был булмаһа, тегеһе» опереттаһы
1913 Аршын мал алған опереттаһы
Ғ. Һажибәковтың һүҙлеге 1907
1918 йылда "Әзербайжан Демократик Йөмһүриәте" гимнын яҙа.
1930 йылда Әзербайжан ССР-ы гимнын (кантата ) яҙа.
1944 йылда Әзербайжан ССР-ының яңыртылған гимнын яҙа.
Ғөзәйер Һажибәков Әзербайжандың милли композиторҙар мәктәбенә һәм музыка мәҙәниәте тарихында яңы йүнәлешкә нигеҙ салды. Азербайжандың беренсе опера, музыкаль комедия һәм башҡа жанрҙар серияһын да беренсе тапҡыр ул барлыҡҡа килтерә.Ғөзәйер Һажибәков оло инноватор, Әзербайжанда уҡытыусы-педагог һәм музыкант, беренсе музыкаль театрҙы һәм концертты ойоштороусы булараҡ, Әзербайжан халҡы тарихына һәм мәҙәниәтенә тәрән эҙ ҡалдырҙылар[ 7]
Ғөзәйер Һажибәков әзербайжан музыкаһын, уның бай һәм төрлө яғын тәрән өйрәнә һәм фәнни эштәрендә күрһәтә.
1921 йылда Баҡыла Әзербайжан студенттары өсөн беренсе музыка мәктәбе ойоштора — Әзербайжан Дәүләт музыка мәктәбе аса.
[ 8]
1927 йылда өлкән Мөслим Магомаев менән «Әзербайжан төрки халыҡ йырҙары» йыйынтығын баҫтырып сығара[ 9]
2010 йылда Ғөзәйер Һажибәковтың 125 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Әзербайжанда ғына түгел, был датаны бар донъяла билдәләйҙәр. 18-28 сентябрҙә халыҡ-ара «Üzeyir Hacıbəyli — 125» музыкаль фестивале үткәрелә[ 10]
↑ Record #46992942 // VIAF (билдәһеҙ) — [Dublin, Ohio] : OCLC , 2003.
↑ 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France Hadjibeyov, Uzeir // идентификатор BNF (фр.) : платформа открытых данных — 2011.
↑ Азәрбајҹан Совет Енсиклопедијасы (әзерб.) : [10 ҹилддә] — Бакы : Азәрбајҹан Совет Енсиклопедијасынын Баш Редаксијасы , 1976. — Т. 10. — Б. 147.
↑ 4,0 4,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #11895850X // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
↑ Uzeyir Hajibeyov // International Music Score Library Project — 2006.
↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 Чешская национальная авторитетная база данных
↑ Musiqili ömrün şərəfli salnaməsi - Üzeyir Hacıbəyov (az-AZ), Milli.Az (18 сентябрь 2012). 19 май 2017 тикшерелгән.
↑ Afrasiyab Badalbeyli (билдәһеҙ) . afrasiyab.musigi-dunya.az. Дата обращения: 19 май 2017.
↑ «Азербайджанские тюркские народные песни» (рус.) , Uzeyirbook.musigi-dunya.az . 2 февраль 2020 тикшерелгән.
↑ Lent.az Saatın əsas xəbərləri (билдәһеҙ) . news.lent.az. Дата обращения: 19 май 2017. 2020 йыл 15 июнь архивланған .
Сарабский А. Г. Возникновение и развитие азербайджанского музыкального театра (до 1917 г.). — Б. : Издательство Академии наук Азербайджанской ССР, 1968. — 273 с.
Мирза Ибрагимов. Tufanlara kömək edən bir qələm (на азербайджанском) // Üzeyir Hacıbəyovun şəxsiyyəti və yaradıcılığı. — Иллюстрированное. — Баку, Азербайджанская ССР, СССР: Азернешр, 1987. — С. 198. — ISBN 47020602000-94.
Ахмед Исазаде. Üzeyir Hacıbəyov haqqında seçilmiş xatirə və məqalələr // (на азербайджанском) . — Баку, Азербайджанская ССР, СССР: Элм, АН Азербайджанской ССР, 1990. — С. 292. — ISBN 5-8066-0251-6 .
Х. Гашимова, Р. Оруджалиева, Н. Асланбекова, Г. Сафарова, Н. Салимова. Üzeyir Hacıbəyli: Biblioqrafiya // (на азербайджанском) . — Баку, Азербайджан: Азербайджанская Государственная Библиотека имени М.Ф.Ахундова, 2008. — С. 368.
Мәммәдли Г. Үзејир Һаҹыбәјов. 1885 — 1948 Һәјат вә јарадыҹылығынын салнамәси. — Б. : Јазычы, 1984.