Бөрө | |
Бөрө | |
Байраҡ[d] | |
Нигеҙләү датаһы | 1663 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Бөрө |
Рәсми тел | башҡортса һәм урыҫ теле |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәге | Бөрө районы, Бөрө ҡалаһы ҡала биләмәһе[d][1], Бөрө кантоны һәм Бөрө өйәҙе |
Административ-территориаль берәмек | Бөрө ҡалаһы ҡала биләмәһе[d][1], Бөрө районы, Бөрө кантоны һәм Бөрө өйәҙе |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны | 44 295 кеше (2021)[2] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 160 метр |
Майҙан | 97,31 км² |
Почта индексы | 452450–452455 |
Рәсми сайт | admbirsk.ru |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1455 |
Урындағы телефон коды | 34784 |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Бөрөлә ерләнгәндәр[d] |
Бөрө Викимилектә |
Бөрө ҡалаһы — Башҡортостандың иң боронғо ҡалаларының береһе, Бөрө йылғаһының Ағиҙелгә ҡойған ерендә урынлашҡан. Халҡы — 41635 кеше.
Бөрө йылғаһының исеменән барлыҡҡа килгән. «Энциклопедический лексикон» (1836) хеҙмәтенә ярашлы, башҡорттар был йылғаны «Бүре һыуы» тип атағандар[3][4].
Ҡаланы 1663 йылда батша Алексей Михайлович әмере буйынса Өфө воеводаһы Ф. И. Сомов һалдыра башлай. Ҡала, Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң, хозур тәбиғәтле был төбәктәргә күпләп килеп ултыра башлаған урыҫтарҙың яңынан-яңы ерҙәргә хужа булып, унда ауылдар, сиркәүҙәр һалдырыуына ризаһыҙ башҡорттар яндырған Архангельский ауылы урынында ҡалҡып сыға. Өфөнән 98 км төньяҡта урынлашҡан ҡәлғә-ҡала төбәктәге һыу юлдарын да, ҡоро ер юлдарын да контролдә тота.
XVIII быуаттың икенсе яртыһына тиклем ул батша дәүләтенең көнсығыштағы форпосы була.
1774 йылда Салауат Юлаев етәкселегендәге башҡорттар Бөрөнө штурм менән ала һәм, янғын сығып, ҡала бөтөнләй янып бөтә яҙа. Ике йылдан ул ҡайтанан аяҡҡа баҫтырыла.
Ҡала Ырымбур губернаһының Бөрө өйәҙе үҙәге булды.
1774 йылда ҡалала 437 йорт, 1 897 ир заты, 1 949 ҡатын-ҡыҙ, өс сиркәү, өс училище, ҡыҙҙар гимназияһы, шәхси китапхана, бер дауахана, хатта төрмәһе лә була. 1781 йылда өйәҙ ҡалаһы статусын ала.
1897 йылғы отчетта Бөрөлә таҡта ярыу, тире иләү күн, шарап ҡыуыу заводтары, пар тирмәндәре һ. б. эшкәртеү предприятиелары булыуы әйтелә. 1882 йылда урыҫ булмаған халыҡтар өсөн йәнә бер сиркәү төҙөлә, ул батша хөкүмәтенең урыҫлаштырыу сәйәсәтен үткәреүгә әүҙем булышлыҡ итә. Хәҙер был бинала тыуған яҡты өйрәнеү музейы урынлашҡан.
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 34735 | 15011 | 19724 | 43,2% | 56,8% |
2002 йыл 9 октябрь | 39992 | 17542 | 22450 | 43,9% | 56,1% |
2010 йыл 14 октябрь | 41635 | 18320 | 23315 | 44,0 | 56,0 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Һуңғы тиҫтә йылдарҙа ҡалала еңел, урман эшкәртеү, аҙыҡ етештереү сәнәғәте тармаҡтары үҫеш алды. XX быуаттың икенсе яртыһынан башлап, ул Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында нефть-газ эҙләү базаһына әйләнде.
Ҡалалағы төп иҡтисади ойошмалар:
Барлыҡ предприятияларҙа банкрот хәлендә.