Нона Терентьевна Гаприндашвили | |
груз. ნონა გაფრინდაშვილი | |
Илдәр: | |
---|---|
Тыуыу датаһы: | |
Тыуған урыны: | |
Максималь рейтингы: |
2495 (июль 1987) |
Актуаль рейтингы: | |
Наградалары һәм премиялары: | |
ФИДЕ сайтында шәхси карточкаһы | |
Нона Терентьевна Гаприндашвили Викимилектә |
Гаприндашвили Нона Терентьевна (груз. ნონა გაფრინდაშვილი; 3 май 1941 йыл, Зугдиди, Грузин ССР-ы) — СССР һәм Грузия шахматсыһы, атҡаҙанған спорт мастеры (1964); шахмат тарихында бишенсе донъя чемпионы (1962—1978), ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе халыҡ-ара гроссмейстер (1976) һәм ир-егеттәр араһында халыҡ-ара гроссмейстер исемен алған беренсе ҡатын-ҡыҙ(1978). Биш тапҡыр СССР чемпионы. FIDE-ның (Халыҡ-ара шахмат федерацияһы, 1980—1986) Ҡатын-ҡыҙҙар комиссияһы рәйесе. "Шахмат Оскар"ы призының беренсе эйәһе (1982). Грузия Милли олимпия комитеты президенты (1989-1996).
Эло рейтингы тарихы:
дата | рейтинг |
---|---|
март 2011 | 2362 |
март 2014 | 2299 |
Нонаға 5 йәш булғанда, ағалары уны шахмат уйнарға өйрәтә. 12 йәшенән шахмат менән шөғөлләнә. Тбилиси Пионерҙар һарайында тәжрибәле тренер, грузин ҡатын-ҡыҙы шахмат мәктәбенә нигеҙ һалыусы Вахтанг Карселадзе (1919—1966) етәкселегендә 12 йыл шахмат менән шөғөлләнә. 15 йәшендә Тбилиси һәм Грузия чемпионы була.
19 йәшендә Врнячок-Банела дәғүәселәр турнирында ҡатнашыу хоҡуғын ала (1961, Югославия), унда ышаныслы рәүештә 16 мөмкинлектән 13 мәрәй йыйып һәм икенсе призерҙы ике мәрәйгә уҙып, беренсе урынды ала.
16 йыл шахмат тәхетендә ултыра. 1962 йылда донъя беренселегендә Елизавета Быкованы 9:2 иҫәбе менән еңеп, шахмат тарихында бишенсе донъя чемпионы була. Артабанғы йылдарҙа чемпион исемен яҡлап, юғары кимәлдә 5 матч үткәреп уйын үткәрә: өс уйында — Алла Кушнирҙы (1965, Рига — 8,5:4,5; 1969, Тбилиси — 8,5:4,5; 1972, Рига — 8,5:7,5), берҙе Нана Александрияны (1975, Пицунда — Тбилиси — 8,5:3,5) еңә һәм бер уйында Майя Чибурданидзенан еңелә (1978, Пицунда — 6,5:8,5). Ҡатын-ҡыҙҙар араһында 5 тапҡыр СССР чемпионаттарында еңеү яулай (1964, 1973 , 1974, 1981, 1983, 1985), СССР йыйылма командаһы составында 10 тапҡыр Бөтә донъя шахмат олимпиадаһында еңә (1963—1986).
Универсаль уйын стиле арҡаһында халыҡ-ара турнирҙарҙа ир-егеттәр менән тиң уйнай, Гастингста (1963—1964) өҫтәм турнирҙа, Лон-Пайнела АҠШ-тың асыҡ чемпионатында (1977), Реджо-нель-Эмилияла (1983, Италия), Вейк-ан-Зела (1987, Голландия) еңеү яулай. АҠШ-та еңгәндән һуң ҡатын-ҡыҙҙарҙан беренсе булып ир-егеттәр араһында халыҡ-ара гроссмейстер исеменә лайыҡ була. Донъя беренселегендәге матчта Майя Чибурданидзенан еңелгәндән һуң, донъяның иң көслө шахматсыларының береһе булып ҡала. 1979—1990 йылдарҙа донъя чемпионаттарында уңышлы ҡатнаша, атап әйткәндә, Бад-Киссингенда (1982, Германия), Куала-Лумпурҙа (1990, Малайзия) зона-ара турнирҙарҙа еңә, Смедеревск-Паланкала (1987, Югославия) зона-ара турнирҙа икенсе урын яулай.
Шахмат өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Ленин ордены (1966) һәм «Почёт Билдәһе» ордены (1985), «Өлгөлө хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнә (1965).
1989—1996 йылдарҙа Нона Гаприндашвили Грузия Милли Олимпия комитеты президенты була. 1996 йылдан — комитеттың Почётлы президенты. 2002 йылда Тбилиси Сакребулоһы (ҡала советы) депутаты итеп һайлана.
Нона Гаприндашвили хөрмәтенә Тбилисиҙың «Иверия» фабрикаһында эшләнгән, керамик флаконға шахмат фигураһы рәүешендә урынлаштырылған хушбуй атала [1].
Гаприндашвили Нона Терентьевна Викимилектә | |
Гаприндашвили Нона Терентьевна Викияңылыҡтарҙа |