Капутикян Сильва Барунаковна (әрм. Սիլվա (Սիրվարդ) Բարունակի Կապուտիկյան, 20 ғинуар 1919 йыл — 25 август 2006 йыл) — XX быуаттың күренекле әрмән шағиры, яҙыусы һәм публицист, Әрмәнстан Республмкаһының Милли Фәндәр академияһы академигы. Әрмән ССР-ының (1970) һәм Грузин ССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980). Икенсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1952). 1945 йылдан ВКП(б) ағзаһы.
Сильва Барунаковна Капутикян 1919 йылдың 5 ғинуарында Ереванда, уҡытыусы һәм революцион гәзиттең элекке мөхәррире, Ван ҡалаһы ҡасағы ғаиләһендә тыуа. Урта мәктәп тамамлай. 1936—1941 йылдарҙа — Ереван университетының филология факультетында, һуңынан Әҙәбиәт институтының Юғары әҙәби курстарында уҡый. 1933 йылдан матбуғатта баҫыла башлай.
1941 йылдан Әрмәнстан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Әрмәнстан Республикаһы Милли Фәндәр академияһының (1994), «Донъя халыҡтарының рухи берҙәмлеге» һәм «Тәбиғәт һәм йәмғиәт мәсьәләләре буйынса» академияларының тулы хоҡуҡлы ағзаһы. Ереван хеҙмәтсәндәренең ҡала советы депутаты була. «ПЕН-клуб» Халыҡ-ара интеллектуаль клубы ағзаһы.
Ҡарабах мәсьәләһе буйынса актив позицияла тора. Ҡарабах хәрәкәте лидерҙарының береһе. Зорий Балаян менән бергә 1988 йылдың 26 февралендә Ҡарабах мәсьәләһен республика файҙаһына хәл итергә инандырыу маҡсатынан Горбачев менән осраша. Бик күп патриотик әҫәрҙәр авторы.
1990 йылдар башында шағирә әрмән властарын һәм уларҙың сәйәсәтен ҡаты тәнҡитләп сығыш яһай. 2004 йылда оппозиция митингыһын баҫтырғандан һуң, 80 йәшенә бирелгән Изге Месроп Маштоц орденын Әрмәнстан президенты Р. Кочарянға кире ҡайтара.
Халыҡ яратҡан шағирә 2006 йылдың 26 авгусында Ереванда вафат була. Еревандың Комитас исемендәге пантеонында ерләнә.
Әрмән шағиры Ованес Ширазда тормошта була, улы — скульптор Ара Шираз.
С. Б. Капутикян — әрмән һәм рус телдәрендәге, шулай уҡ башҡа бик күп телдәргә тәржемә ителгән 60-тан ашыу китап авторы. Үҙенең шиғырҙарына С. Б. Капутикян мөхәббәт, ҡатын-ҡыҙ яңғыҙлығы, илһөйәрлек, үҙ-үҙеңде ҡорбан итеү темаларына йыш мөрәжәғәт итә.
Йыш ҡына төрлө илдәрҙә булып, әрмән диаспораһы вәкилдәре менән тығыҙ аралаша (Әрмәнстанда ла, диаспорала Капутикяндың «Тыңла, улым» шиғыры популяр була), публицистик әҫәрҙәр яҙа («Каруандар бара әле», «Каруандар юғала» һ. б.), уларҙа әрмән ҡасаҡтары вариҫтарының төп проблемаларын — һағыш, ваз кисеү, көнбайыш әрмән теленең юғалыуы, үҙеңде һаҡлап ҡалыу өсөн көрәш, оҡшашлыҡты эшләү, әрмәндәрҙең геноцидын таныу буйынса тырышлыҡтар — күтәрә.
Капутикян шағирҙарын рус теленә Б. Ш. Окуджава, Е. А. Евтушенко, Ю. П. Мориц, М. С. Петров, Б. Ә. Әхмәҙуллина, М. И. Алигер тәржемә итә.
Капутикян — самая любимая поэтесса армянской диаспоры. |
Капутикян пишет нежно, но и жестко, женскую, но и сильную поэзию. Меня всегда восхищала удивительная гармония сердца и мысли поэтессы…. |
Капутикян пела о больших страданиях и больших радостях своего народа. |
Капутикян Сильва Барунаковна Викимилектә | |
Капутикян Сильва Барунаковна Викияңылыҡтарҙа |